Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы
Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы | |
Тыуған көнө | 31 март 1914 (110 йәш) |
---|---|
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (31 март 1914 йыл — 17 июль 2011 йыл) — тарихсы-ғалим, совет комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер Шәймөхәмәт улы Саяпов 1914 йылдың 31 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балтас районы) Үрге Ҡарыш ауылында тыуып үҫкән. Уның атаһы хәлле ауылдашына ялланып эшләй. Революциянан һуң ғына ғаилә ер бүлеме ала. Атаһы ҡыҙылармеецтар отряды сафында Колчакка ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, бер уңышһыҙ алыштан һуң уны туңған килеш ауылға алып ҡайталар, ике айҙан үпкә ауырынан вафат була.
Тимер Шәймөхәмәт улының әсәһе алдынғы ҡарашлы ҡатын була, беренсе колхоздарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл Советы ағзаһы булып һайлана. Балаларына белем бирергә тырыша. Бәләкәй Тимер башта мулланан һабаҡ ала, һуңынан әле генә асылған башланғыс мәктәпкә уҡырға бара. Балтас крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм уны 1936 йылда тамамлай. Институтта уҡыған саҡта төркөм комсоргы була[1].
ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә (Мәскәү, 1944) белемен камиллаштыра. 1937 йылдан Өфө металлургия эшселәр факультетында уҡыта, 1939 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты секретары, 1940 йылдан — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1944 йылдың декабренән — 1-се секретары, 1951 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире, 1956 йылдан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми секретары. 1957 йылдан алып «Башнефть» берекмәһендә эшләй, 1960—1963 йылдарҙа — БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советында, 1964—1975 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан комсомолы тарихы музейы хеҙмәткәре (Өфө).
Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы ҙур популярлыҡ яулаған «Ленинский комсомол Башкирии», «Все для фронта, все для Победы» исемле китаптар һәм Башҡортостан комсомолы тарихына арналған ғилми тикшеренеү эштәре авторы. 1975 йылда уға комсомол тураһындағы китаптары өсөн республика комсомолы премияһы тапшырыла. Башҡортостан комсомолы музейын булдырыуҙа ла Саяпов бик әүҙем ҡатнаша[1]. Уның дөйөм хеҙмәт стажы — 60 йылдан ашыу. Оҙаҡ йылдар йәмәғәт эшендә була: Башҡортостан республикаһының Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары, һуғыш, хеҙмәт ветерандары (пенсионерҙары) ойошмаһы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡара (1987—96).
Тарих фәндәре кандидаты (1969).
БАССР-ҙың 2—4-се, 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы 2011 йылдың 17 июнендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975)
- РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы, ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитетының, БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамоталары
- Бөтә Рәсәй ветерандар советының Почёт грамотаһы (2009)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 март 2021)
- Он был живой легендой комсомола (К 100-летию со дня рождения Тимира Саяпова)
- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)