Седлецкая Наталья Юрьевна
Седлецкая Наталья Юрьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Украина |
Тыуған көнө | 20 июнь 1987 (37 йәш) |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | Институт журналистики Киевского университета[d] |
Седлецкая Наталья Юрьевна Викимилектә |
Седлецкая Наталья Юрьевна (укр. Наталія Юріївна Седлецька; 20 июнь 1987 (37 йәш), Киев) — украин журналисы. 2014 йылдан алып — «UA: Беренсе» каналында «Схема» программаһын алып бара. ТВі журналисы (2009—2013). Ойошҡан енәйәтселекте һәм коррупцияны тикшереү буйынса үҙәктең ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наталья Юрьевна Седлецкая 1987 йылдың 20 июнендә Киевта тыуған. Ата-әсәһе Украинаның Милли фәндәр академияһында эшләгән. Атаһы — физик, ә әсәһе — инженер. Наталья бала сағын Киевтың һул ярындағы торлаҡ массивтарының береһендә үткәрә[1].
Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетының Журналистика институтында «радиожурналистика» һөнәре буйынса уҡый[2]. Беренсе курста фильм һәм рекламаларҙы төшөрөүҙә стилист ярҙамсыһы булып эшләй башлай, бер нисә коммерция рекламаһында төшә. Икенсе курста Киев телеканалдарының береһенең аҙналыҡ йәштәр программаһында эшләй. Өсөнсө курста Егор Чечеринда Седлецкаяны интернет-телевидение INTV саҡыра. Өсөнсө курстан һуң ул дүрт ай буйы Work and Travel USA программаһы буйынса Нью-Йоркта итальян ресторанында эшләй[1] 2009 йылда ТВі телеканалында «Өндәү билдәһе!» программаһында эшләй. Өс йыл үткәс уға ТВі телеканалында тикшеренеү жураналистикаһы жанрында үҙенең «Тендер News» программаһын алып барыуҙы ышанып тапшыралар. «Стоп цензуре!» хәрәкәте ағзаһы булып тора. 2013 йылда ТВі хужалары һәм етәкселеге алмашҡандан һуң башҡа бер нисә журналист менән телеканалдан китә[2]. ТВі киткәс, АҠШ-ҡа күсеп китә, унда элек эшләп киткән ресторанда эшкә урынлаша[1].
2013 йылдың йәйендә Вацлав Гавел исемендәге стипендия ала, ул Прагала урынлашҡан «Азатлыҡ» радиоһы штаб фатирында туғыҙ ай дауамында уҡыу хоҡуғы бирә[3]. 2014 йылдың яҙында «Азатлыҡ радиоһы» украин хеҙмәте өсөн «Схема» программаһын алып бара башлай[2]. YanukovychLeaks проектында ҡатнаша[4]. 2014 йылдың июленән «Беренсе милли» (c 2015 йыл — UA: Беренсе) телеканалында «Азатлыҡ радиоһы» аҡсаһы иҫәбенә Седлецкаяның «Схема» программаһы сыға башлай[5]. 2015 йылдың апреленән «Честь профессии» журналист премияһы менән бүләкләү тантанаһы алып бара[6]. 2015 йылда Британияның Channel 4 менән берлектә Рәсәйҙән Бөйөк Британияла элиталы күсемһеҙ милек һатып алыу юлы менән аҡса үҙләштереү тураһында тикшереүҙә ҡатнаша. Тикшереү һөҙөмтәһенән һуң «Рәсәйҙән — ҡулаҡса менән» (From Russia With Cash) документаль фильмы барлыҡҡа килә[7]. 2016 йыл дауамында «Схема» программаһының баш мөхәррире була[8].
2018 йылдың 27 авгусында коррупцияға ҡаршы милли бюро директоры Артем Сытниктың дәүләт серен һәм судҡа тиклем тикшереү мәғлүмәттәрен таратыу мөмкинлеге тураһындағы эше менән бәйле Киевтың Печера район суды Украинаның Генераль прокуратураһына 17 айлыҡ осорға Седлецкаяның телефон бәйләнештәренә рөхсәт бирә[9]. Был ҡарар Transparency International, бер нисә украин журналисын һәм йәмәғәт ойошмаларын, шулай уҡ АҠШ, Европа союзы һәм ПАСЕ вәкилдәрен, хөкөм итә[10][11][12][13]. Был ҡарарға яуап итеп, Седлецкая Киевтың Апелляция судына апелляция бирә[14]. Һөҙөмтәлә суд Украинаның генераль прокуратураһына Седлецкаяның телефон мәғлүмәттәренә инеүҙе йыл ярымға рөхсәт итә[15]. 2018 йылдың 18 сентябрендә кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды Украина властарына был ҡарарҙы бер айға кисектерергә тәҡдим итә[16]. 2018 йылдың 16 октябрендә кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды Украина властарына Седлецкаяның телефоны мәғлүмәттәренә «айырым ҡарарға тиклем» инеүҙе тыя[17]. 2019 йылдың июлендә Киевтың Алтынсы апелляция суды Печера район судының Седлецкаяға уның кәрәҙле телефонынан мәғлүмәттәргә инеү тураһында ҡарарҙы баш тартыуҙан законһыҙ тип таный[18]. 2019 йылдың йәйендә Стэнфорт университетында Draper Hills Summer Fellowship программаһы буйынса ике аҙналыҡ стажировка үтә[19].
Наградалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйәси студияләр һәм аналитика үҙәгенең һатып алыуҙар өлкәһендә законһыҙ ҡулланыу тураһында журналист тикшеренеүҙәре конкурсы еңеүсеһе (2013)[20]
- «Детектор медиа» ойошмаһы үткәргән «Профессиональ этика өсөн» премияһы лауреаты (2013)[21]
- Александр Кривенко исемендәге «Журналистиканы алға этәргәне өсөн» премияһы (2016)[22]
- «Ғәҙеллек яҡтыһы» бүләге (2017)[23]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Левантович Оксана. Наталія Седлецька про свій шлях до антикорупційної журналістики (укр.). УКУ (26 март 2018). Дата обращения: 13 март 2021. 2022 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Наталія Седлецька - Ведучі - Перший канал (укр.). tv.suspilne.media. Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Наталія Седлецька виграла журналістську стипендію ім. Вацлава Гавела (укр.). detector.media (14 август 2013). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ У Норвегії триває найбільша конференція розслідувачів, на головну премію номіновано YanukovychLeaks (укр.). ms.detector.media (9 октябрь 2015). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Новий проект розслідувань Наталки Седлецької на Першому фінансує «Радіо Свобода» (ВІДЕО) (укр.). detector.media (10 июль 2014). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Оголошено переможців VI конкурсу професійної журналістики «Честь професії» (укр.). detector.media (27 апрель 2015). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Долженкова Інна. У Лондоні гроші теж не пахнуть (укр.). ms.detector.media (18 июль 2015). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ «Схеми» шукають головного редактора (укр.). detector.media (18 ғинуар 2017). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Суд дав ГПУ доступ до телефонних переговорів Седлецької. «Радіо Свобода» готує скаргу (укр.). detector.media (4 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Журналісти та громадські організації закликають ГПУ не реалізовувати ухвалу щодо керівника програми «Схеми». ЗАЯВА (укр.). detector.media (4 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Громадські організації обурені порушенням права Наталії Седлецької на приватність (укр.). detector.media (5 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ ГПУ vs журналісти. Пояснюємо суть за хвилину (укр.). detector.media (7 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ В ПАСЕ призавил Киев соблюдать права Седлецкой на “конфиденциальность источников” . Украинская правда (8 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Седлецька оскаржує ухвалу суду про дозвіл на доступ до її телефону (укр.). detector.media (13 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Суд зменшив обсяг даних, які Генпрокуратура може отримати з телефону Наталки Седлецької (укр.). detector.media (18 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Європейський суд на місяць зобов’язав українську владу утриматися від доступу до даних з телефону Седлецької (укр.). detector.media (18 сентябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ ЄСПЛ заборонив українській владі доступ до телефону Седлецької «до окремого розпорядження» (укр.). detector.media (18 октябрь 2018). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Апеляційний суд визнав неправомірною відмову Печерського райсуду надати Седлецькій ухвалу про доступ до її телефону (укр.). detector.media (27 июнь 2019). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Керівниця «Схем» пройде стажування Draper Hills Summer Fellowship у Стенфордському університеті (укр.). detector.media (19 июль 2019). Дата обращения: 13 март 2021.
- ↑ Ведуча ТВі Наталія Седлецька посіла перше місце в конкурсі журналістських розслідувань (укр.) (26 февраль 2013).
- ↑ Наталя Седлецька отримала премію «За професійну етику – 2013» від ГО «Детектор медіа» (укр.) (20 сентябрь 2013).
- ↑ Премію Олександра Кривенка 2016 року здобула Наталя Седлецька (укр.) (27 май 2016).
- ↑ Авторку і ведучу програми «Схеми» Наталку Седлецьку нагороджено премією «Світло справедливості» (укр.) (4 декабрь 2017).