Эстәлеккә күсергә

Сенянинова-Корчагина Мария Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сенянинова-Корчагина Мария Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 февраль 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Духовщина[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (66 йәш)
Һөнәр төрө ботаник
Эшмәкәрлек төрө ботаника
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] (1935)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Корчагина Мария Васильевна (ҡыҙ фамилияһы — Сенянинова, 19001966) — совет ғалим-биологы — ботаник-систематигы, геоботаник, генетик, эмбриолог һәм үҫемлектәр физиологы, биология фәндәре докторы (1935).

Мария Васильевна Сенянинова 1900 йылдың 4 февралендә (йәки 1 февраль) Смоленск губернаһының Духовщина ауылында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Мәскәү ҡалаһында) тыуған. Мәскәү дәүләт университетында уҡый, 1923 йылда үҫемлектәр систематикаһы һәм морфологияһы кафедраһын тамамлай, шунан һуң Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы фәнни-тикшеренеү институты аспирантураһында уҡыуын дауам итә. Аспирантурала уҡыған ваҡытында үҫемлектәр эмбриологияһы һәм физиологияһы буйынса мәҡәләләр баҫтыра.

Мария Васильевна 1928 йылдан Ленинградта йәшәй. 1934 йылда Ленинград дәүләт университетының үҫемлектәр генетикаһы кафедраһында өлкән ассистент булып китә. М. В. Сенянинова 1935 йылда Бөтә Союз үҫемлекселек институтында биология фәндәр докторы дәрәжәһе ала. 1936 йылдан доцент званиеһында Ленинград дәүләт университетында уҡыта.

1938 йылдан Мария Васильевна Сенянинова Ленинград дәүләт университетының география факультеты ботаник география кафедраһында эшләй, 1941 йылда профессор дәрәжәһе ала. 1943—1944 йылдарҙа ЛДПИ-ның ботаника кафедраһы мөдире.

М. В. Сенянинова-Корчагина биология һәм география фәндәре докторы Корчагин Александр Александровичтың ҡатыны (1900—1977).

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

1966 йылдың 26 мартында вафат була.

Ҡайһы бер ғилми баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сенянинова-Корчагина М. В. К вопросу о классификации жизненных форм // Учёные записки ЛГУ. Серия географических наук. — 1949. — В. 5. — № 104. — С. 54—151.
  • Сенянинова-Корчагина М. В. Фитоклимат Ленинградской и смежных с ней областей // Учёные записки ЛГУ. Серия географических наук. — 1949. — В. 6. — № 124. — С. 169—254.
  • Корчагин А. А. Профессор, доктор биологических наук Мария Васильевна Корчагина (4.02.1900—16.03.1966) // Учёные записки ЛГУ. Серия географических наук. — 1971. — В. 2. — С. 3—29.
  1. (unspecified title)doi:10.5281/zenodo.10080503