Сергеев Александр Саввич
Сергеев Александр Саввич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1660-сы |
Тыуған урыны | Саранск |
Вафат булған көнө | иртәрәк1729 |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Башҡорт ихтилалы |
Александр Саввич Сергеев (1660-сы йылдар — 1728 йылдан һуң) — башҡорт ихтилалын (1704—1711) баҫтырыуҙа ҡанһыҙлығы менән дан алған полковник.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саранск посад ҡатламға ҡараған ғаиләлә тыуған. Башҡорттарҙың үтенес ҡағыҙына ярашлы, уның атаһы XVII быуат аҙағында ҡабаҡ тотҡан. Был, Сергеевтың карьераһындағы уңыштары өсөн, Петр заманындағы «әшәке кешеләргә» бирелгән мөмкинлектәргә бурыслы икәнлеген аңлата.
1690 йылдарҙа Александр Сергеев Ҡазан комиссары, воевода ярҙамсыһы, бөтә Ҡазан һарайы фарманы биләмәһендә һалым йыйыу өсөн яуаплы кеше була. 1700 йылда ул Алексеевск ҡалаһын төҙөү менән етәкселек итә, был ҡала Һамарҙы башҡорт һәм ҡалмыҡ һөжүмдәәренән һаҡларға тейеш була.
1704 йыл башында А. С. Сергеев Ҡазанда Өфө дворяндарының һәм хеҙмәттәге кешеләрҙең смотрын үткәрә, һуңынан уларҙан һалдат полктары ойошторола.
1704 йылдың көҙөндә Ҡазан воеводаһы Никита Алферович Кудрявцев Өфө өйәҙенә урындағы халыҡтың юртаҡ аттарын тартып алыу һәм ҡасҡындарҙы эҙләү өсөн Александр Сергеев етәкселегендә каратель ғәскәрен ебәрә. А. С. Сергеев ҡарамағында 3 меңлек ғәскәр (2 драгун полкы һәм артиллерияһы булған 4 һалдат полкы).
Н. А. Попов үҙенең «Татищев һәм заманы» әҫәрҙәрендә былай тип яҙып ҡалдырған : Воевода Александр Саввич Сергеев Өфө провинцияһына аяҡ баҫыу менән, башҡорттарҙан күпләп ылауҙар йыйыуы менән үк, киләсәктә үҙенең нисек идара итәсәге тураһында аңғартты. Ҡаланың үҙенә килеп ингәс, ул йола буйынса, һайланған старшина, батыр һәм тархандарға хеҙмәткә алыуҙы иғлан итә, әммә уларҙың йолаһына ят булған ҡаты осрашыу ойоштора. Воевода йортона илткән юл шул ваҡытта ҡалала булған пушкалар менән тултырыла һәм күпләп ҡораллы һалдаттар һаҡҡа ҡуйыла: «һәм тыныс тормошта йәшәгән был кешеләр бындай ҡыйыулыҡ аша үткәрелә».
1705 йылдың февралендә Александр Сергеев ғәскәрҙәре менән Өфөгә инә. Ҡаҙан комиссары башҡорттарҙы мыҫҡыллау, ҡурҡытыу һәм уларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырыу өсөн булған мөмкинлектәрҙең барыһын да файҙалана. Уларҙың үтенес ҡағыҙында Сергеевтың Өфөгә барған юлында артиллерия ҡулланып, һәр төрлө ҡурҡытыу акциялар ойоштороуы хаҡында әйтелә. Урындағы халыҡ, Ҡазан ғәскәрҙәренең яҡынлашыуы тураһында ишетеү менән, хатта мал һәм мөлкәттәрен, йәшәгән ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була. Өфөгә йыйылған башҡорт улус вәкилдәре килем йыйыусыларға ҡаршылыҡ күрһәткәндәре өсөн яза бирелерен көтәләр. Сергеев асыҡтан-асыҡ рәүештә үҙенең «батша улы», йәғни Петр I улы икәнлеге хаҡында хәбәр итә. Ҡазан комиссары үҙен ялған батшалыҡта ғәйепләмәҫтәренә ышанған була, әйткәндәй, XVIII быуатта бындай ҡылыҡ дәүләткә ҡаршы енәйәт булараҡ билдәләнә. Үҙен «батша улы» тип танытҡандан һуң, ул башҡорттарға, «император ғали йәнәптәренең мәрхәмәтле указы менән» килеүен белдерә. Ул йән башына һалынған һалымдың яңы статьяһы урынына башҡорт вәкилдәренән дәүләткә 5000 ат тапшырырға вәғәҙә биреүҙәрен талап итә. Был тәҡдимгә ҡаршы булған осраҡта, Сергеев уларҙы аҫасағы һәм торлаҡтарын яндырасағы менән янай. Мәжбүри рәүештә ризалыҡтарын алыуға ҡарамаҫтан, башҡорт вәкилдәрен ҡайтармай. Улай ғына түгел, баҙарҙарҙан һәм урамдарҙан «ҡаланың ҡунаҡ йорттарында булған бөтә дәрәжәле башҡорттарҙы йыйырға, уларҙы ябып, ҡарауыл ҡуйырға һәм шарап һәм бал килтерергә ҡуша. Уларҙы көсләп эсерәләр, үҙ ғүмерҙәрендә шарап та, бал да эсмәгән мулла, ахундарҙы баш тартҡан осраҡта, таяҡ менән туҡмап, көсләп эсерәләр, иҫергән һәм аңын юғалтып ятҡан кешеләр өҫтөндә дары шартлаттыра, һалам яндыра, ҡулдарына һәм башҡа ерҙәренә майшәм ҡуйып, уға дары өҫтәп шартлата, иҫһеҙ ятҡандарҙы яңынан торғоҙоп, уларҙың ихтыярынан тыш эсергән һәм шуның менән үлем хәленә еткерергә теләгән». Был «һый» һөҙөмтәһендә тағы туғыҙ кеше вафат була.
Полковник Александр Сергеев башҡорт ауылдарына хәрби отрядтар ебәрә, улары, үҙ сиратында, ерле халыҡты талай һәм күпләп ҡыра. А. С. Сергеевтың был ҡылыҡтары ҙур башҡорт ихтилалы (1704—1711) хәрәкәтенең башланыуына сәбәпсе була.
1705 йылдың көҙөндә батша Бөйөк Петр Волга буйына фельдмаршал Б. П. Шереметев етәкселегендәге ғәскәрҙәрен ебәрә, уға Әстерхан ихтилалын баҫтырырға һәм баш күтәргән башҡорттар менән һөйләшеү башларға ҡуша. Александр Сергеев фельдмаршалға ихтилалдың уның ғәмәлдәре һәм һалым менән һис кенә лә бәйле түгеллеген, ә башҡорттарҙың элеккесә яһаҡ түләргә риза булмауҙары менән аңлатырға тырыша. Шереметев Ҡаҙан воеводаһы ҡулға алған башҡорттарҙы төрмәнән сығара. Борис Шереметев Өфө өйәҙенә хат менән бер офицерҙы ебәрә, хатында ул башҡорттарҙы ихтилалды туҡтатырға саҡыра һәи һөйләшеп килешеү өсөн үҙ кешеләрен ебәреүҙәрен һорай. Әммә Ҡаҙан властары Шереметьевтың уларға үҙ пландарын бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәүенән ҡурҡып, фельдмаршалдың башҡорт вәкилдәре менән осрашыуына аяҡ салалар. Александр Сергеев застава һәм ҡарауыл начальниктарына башҡорттарҙың үтенес менән килгән кешеләрен Ҡаҙан өйәҙенә үткәрмәҫкә бойора.Ҡазан властары батшаға Шереметьев гражданлыҡ эштәре менән идара итеүгә ҡыҫыла тип ялыу ебәрәләр. Һуңынан Борис Шереметьев Сергеевтың бойороғо буйынса, Волга буйы ҡалалары воеводаларына фельдмаршалдың приказдарына буйһонмаҡа тигән әмер ебәрә, кире булған осраҡта, яза менән ҡурҡыта.
Ҡазан губернаһы ғәскәрҙәре командующийы кенәз Петр Иванович Хованский хөкүмәткә Сергеевтың хайуандарса эшмәкәрлеге башҡорттарҙы ҡаршылыҡ күрһәтергә дауам итергә мәжбүр итеүен хәбәр итә: «ул 10 йәшлек башҡорттарҙың башын киҫргә, ә билдән түбән ерҙәрен ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты».
1716 йылда Александр Сергеев үҙенең элекке начальнигы — Семёнов (Ижор) канцелярияһы башлығы Александр Данилович Меншиков ҡылған енәйәт тураһында батшаға хәбәр итергә була. А. Д. Меншиков территорияһында һалым һәм һалым йыйыу өсөн яуаплылы элек Ҡаҙан һарайы идара иткән биләмәләрҙән һалым һәм яһаҡ йыйыуға яуаплы була. Сергеева рус биләмәһен йәшертен генә үтә һәм Копенгагенда булған Петр I ҡеүәтле Меньшиков өҫтөнән ялыу бирергә теләй. Батшаның А. С. Сергеевяҙған ялыу хаты менән танышыу мөмкинлеге А. Д. Меньшиковты борсоуға һала, был хаҡта кенәздең батшабикә Екатерина Алексеевнаға 1716 йылдың 23 сентябрендә яҙған хаты дәлилләй. Рәсәй комиссарының йәшерен сығып китеүенә ҡамасаулай алмаған Александр Меншиков батшабикәне Александр Саввичтың «бөтә башбатаҡлығы» тураһында иҫкәртә һәм уны 4000 һум аҡса урлауҙа ғәйепләй. Йәшәп килгән ғәмәл буйынса, ялыу иҫбатлана ҡалһа, ғәйепләнеүсенең ярты мөлкәте уға күсергә тейеш була. Әммә былбыл эш ни менән тамамланғаны билдәһеҙ.
Башҡорт ихтилалы барышында, 1708—1722 йылдарҙа башҡа старшиналар менән бергә Арыҫлан Аҡҡолов яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе менән, аҫаба ерҙәрҙе баҫып алыуҙар, Өфө чиновниктарының башбаштаҡлыҡтарын, шул иҫәптән яһаҡ йыйыусы Андрей Жихарев һәм Михаил Дороховтарҙың 72 яңы һалым индереүҙе, комиссар Александр Сергеевтың төбәк халҡын талауҙы, тикшереү тураһында батша Пётр I бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. 1722 йылдың 12 февралендә Арыҫлан Аҡҡолов етәкселегендәге барлыҡ дүрт даруғанан килгән һәм 55 кешенән торған башҡорт делегацияһын етәкләй, улар ошо эште тикшереү буйынса суд процессында ҡатнашырға ирешә. Суд властарҙың сәйәсәтенә ҡарата башҡорттарҙың ялыуҙарын ғәҙел тип таный, бөтә ғәм алдында Өфө һәм Ҡаҙан хакимиәттәренең башҡорттарға ҡарата ҡанһыҙлығын тәнҡитләй. Суд ҡарарына ярашлы Сергеев үлем язаһына тарттырыла[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кулбахтин Н. М. Кинзя-абыз и его дети // Ватандаш. — 2005. — № 1. — С. 46—72. — ISSN 1683-3554.