Серков Андрей Игнатьевич
Серков Андрей Игнатьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 август 1919 |
Тыуған урыны | Йылайыр, Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1944 (24 йәш) |
Вафат булған урыны | Аҡ Сиркәү районы[d], Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Серков Андрей Игнатьевич (1 август 1919 йыл — 2 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкы бәйләнеш ротаһының телефонсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрей Игнатьевич Серков 1919 йылдың 1 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Преображенск заводы ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 5 синыфты һәм киномеханиктар курсын тамамлаған. Кинотеатрҙа эшләгән.
1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Кесе лейтенант Серков 1944 йылдың 2 ғинуарында Глыбочка ауылы (Киев өлкәһе, Белоцерков районы) янында батырлыҡ күрһәтә. Яуҙа һәләк була.
Белоцерков районы Фурсы ауылында ерләнә. Йылайыр ауылының кинотеатр бинаһында мемориал таҡта ҡуйылған, Геройҙың исемен был ауылдың мәктәбе һәм урамы, шулай уҡ Белая Церковь ауылының 6-сы мәктәбе йөрөтә.[1].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]78-се уҡсылар полкы элемтә ротаһының телефон взводы командиры (74-се уҡсылар дивизияһы, 40-се армия, 1-се Украина фронты) кесе лейтенант Серков 1944 йылдың 2 ғинуарында Глыбочка ауылы (Киев өлкәһе Белоцерков районы) янында дошман уты аҫтында боҙолған бәйләнеште тергеҙә һәм дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. Ҡаты яралана, әммә һуғышыуын дауам итә. Дошман танкыһы янына гранаталар бәйләме менән шыуышып килеп уны шартлата. Серков ошо алышта һәләк була[2][3].
1944 йылдың 25 авгусында үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (25.08.1944)[2];
- Ленин ордены (25.08.1944);
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.10.1943)[4];
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (17.02.1943)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Серков Андрей Игнатьевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,0 2,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 92/43, л. 26/332, 333).
- ↑ ОБД Мемориал|74364061.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1336, л. 3, 76, 77).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1033, л. 6).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Серков Андрей Игнатьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 июль 2019)
- 1 августа тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- 2 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Башҡортостан шәхестәре