Эстәлеккә күсергә

Синдзо Абэ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Синдзо Абэ
安倍晋三
Синдзо Абэ
Флаг
Флаг
90-сы һәм 96-сы-й Япония премьер-министры
Флаг
Флаг
 26 декабрь 2012
Монарх: Акихито
Алдан килеүсе: Ёсихико Нода
26 сентябрь 2006 — 26 сентябрь 2007
Монарх: Акихито
Алдан килеүсе: Дзюнъитиро Коидзуми
Дауамсы: Ясуо Фукуда
 
Дине: Синтоизм
Тыуған: 21 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (70 йәш)
Нагато ҡалаһы, Ямагути префектураһы, Япония
Үлгән: 8 июль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…] (67 йәш)
госпиталь Медицинского университета Нара[d], Касихара[d], Нара (префектура)[d], Япония[4][5][6][…]
Ерләнгән: крематорий Киригая[d][7]
Атаһы: Синтаро Абэ
Әсәһе: Ёко Абэ[d]
Супруг: Акиэ Абэ[d]
Партия: Япония либераль-демократик партияһы
Белеме: Сэйкэй университеты
 
Сайт: s-abe.or.jp
 
Автограф:
 
Наградалары:
Ҡалып:Командор со звездой ордена Заслуг (Норвегия) Ҡалып:Орден короля Абдель-Азиза Почёт орденының ҙур тәреһе кавалеры
Ҡалып:Орден аль-Халифа 1 класса Ҡалып:Кавалер Большого креста ордена Оранских-Нассау

Си́ндзо А́бэ(япон. 安倍晋三Абэ Синдзо:?) (21 сентябрь 1954 йыл - 8 июль 2022 йыл) — дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Японияның 90-сы (2006—2007 йылдар) һәм 96-сы премьер-министры (2012 йылдан). Япония либераль-демократик партияһы рәйесе.

Синдзо Абэ 1954 йылдың 21 сентябрендә Японияның Ямагути префектураһы Нагато ҡалаһында билдәле сәйәси эшмәкәр ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы — Нобусукэ Киси 1957—1960 йылдарҙа Япония премьер-министры булған. Атаһы — Синтаро Абэ 1982—1986 йылдарҙа Япония тышҡы эштәр министры вазифаһын башҡарған[8][9][10].

1977 йылда Сэйкэй университетын тамамлай, бында ул юридик факультетта политологияны өйрәнә[8][9][11]. Һуңынан АҠШҡа күсә, 1978 йылдан алып 1979 йылға тиклем Көньяҡ Калифорния университетында уҡый[8][9]. 1979 йылда Японияға ҡайта, «Кобэ Стил» ҡорос иретеү компанияһында өс йыл дауамында эшләй[12].

1982 йылда атаһы, тышҡы эштәр министры Синтаро Абэның сәркәтибе вазифаһын башҡарып сәйәси карьераһын башлай[13]. Япония либераль-демократик партияһы ағзаһы. 1993 йылда Япония парламентының Вәкилдәр палатаһына Ямагути префектураһынан һайлана[8][9][11]. 2000 йылдан алып Ёсиро Мори һәм Дзюнъитиро Коидзуми хөкүмәттәрендә эшләй. 2003—2004 йылдарҙа Япония либераль-демократик партияһының генераль секретары була. 2005 йылдың октябрендә Министрҙар кабинетының генераль секретарь вазифаһын биләй[9][11]. Күҙәтеүселәр быны премьер-министр Дзюнитиро Коидзуми Абэны үҙенең алмашҡа килеүсеһе итеп күрә тип күҙалайҙар[9].

2006 йылдың 20 сентябрендә Синдзо Абэ партия рәйесе вазифаһын башҡара башлай, ә 26 сентябрендә парламент менән премьер-министр вазифаһында раҫлана. Бер аҙ ваҡыт ил Конституцияһын үҙгәртеп ҡороу ниәттәре, һәм тағы ла милләтселек белдереүҙәре Япония һәм сит ил йәмәғәтен һәм матбуғатының иғтибарын үҙенә йәлеп итә[14].

  1. Tvegård A. Japans tidligere statsminister Shinzo Abe skutt og drept (билдәһеҙ) — 2022.
  2. Reuters: Japans tidligere statsminister Shinzo Abe er død (билдәһеҙ) // AftenpostenSchibsted Media, 1860. — ISSN 0804-3116; 0807-2027
  3. Former PM Abe Shinzo dies after being shot (ингл.) — 2022.
  4. 【速報】安倍元首相が死亡 搬送先の病院で確認 奈良市内で演説中に銃で撃たれて (яп.)カンテレ, 2022.
  5. 安倍晋三元首相死亡 奈良県で演説中に銃で撃たれる (яп.)NHK, 2022.
  6. 安倍晋三元首相が死去 67歳 奈良で遊説中、銃撃受け (яп.)毎日新聞社, 2022.
  7. https://edition.cnn.com/asia/live-news/shinzo-abe-funeral-japan-07-12-22-intl-hnk/index.html — 2022.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. — РИА Новости, 26.09.2006
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Profile: Shinzo Abe. — BBC News, 26.09.2006
  10. Артур Блинов. Синдзо Абэ стал премьером Японии. — Независимая газета, 27.09.2006
  11. 11,0 11,1 11,2 Profile of Prime Minister Abe. — Prime Minister of Japan and His Cabinet
  12. Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. РИА Новости (26 сентябрь 2006). Дата обращения: 10 июнь 2015.
  13. Profile of Prime Minister
  14. АБЭНОМИКА: Новое учение об оздоровлении — ПРОФИЛЬ | PROFILE.RU(недоступная ссылка)
  15. Bild-Bericht — Besuch bei der japanischen ÖASG-Delegation in Tokio und Yokohama vom 13. bis 17. November 2010 2014 йыл 12 октябрь архивланған.