Сиражетдинов Әхәт Ғата улы
Сиражетдинов Әхәт Ғата улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Сыуалкип ауылы, Шишмә районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сиражетдинов Әхәт Ғата улы (рус. Сиразитдинов Ахат Гатинович 1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиражетдинов Әхәт Ғата улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостандың Шишмә районы Сыуалкип ауылында тыуа. 1941 йылда Өфө ҡалаһының Киров район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында хеҙмәт итә[1].
1945 йылдың 21 ғинуарында Каменка районында алышта орудие сафтан сыға һәм өлкән артиллерия мастеры гвардия старшинаһы Сиражетдинов Әхәт Ғата улы дошман уты аҫтында орудиены йүнәтә, көндөң уңышын тәьмин итә. Гвардия старшинаһы Сиражетдинов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Одер йылғаһынан алып Бранденбург ҡалаһына тиклем һөжүм итеү һуғышында өлкән артиллерия мастеры гвардия старшинаһы Сиражетдинов Әхәт Ғата улы дошмандың көслө уты аҫтында бер нисә тапҡыр орудиены ремонтлай һәм һөжүм итеү һуғыштарының уңышын тәьмин итә. Гвардия старшинаһы Сиражетдинов икенсе тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
Сиражетдинов Әхәт Ғата улы 1945 йылдың 9 майында «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Сиражетдинов Әхәт Ғата улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Сиразитдинов Ахат Гатинович. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Шаймуратовцы. СИРАЗИТДИНОВ Ахат Гатинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)