Сират күпере
Сират (الصراط|юл|ас-сира́т) — ислам эсхатологияһында йәһәннәм өҫтөнә ҡоролған күпер. Сират күпере йоҡа: сәс һәм ҡылыс йөҙөнөң ослолығынан артмай[1].
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сират» һүҙе Ҡөрьәндә «тура юл» мәғәнәһендә ҡырҡтан ашыу осрай (ғәр. الصراط المستقيم — ас-сирата ль-мөстәҡим)[2].. Шиғый-ун икеселәр иҫәпләүенсә, «сират әл-мөстәҡим» — ул Алисыларҙың тоғролоғо һәм ысын күңелдән бирелгәнлеге.
Риүәйәткә ярашлы, Ҡиәмәт көнөндә бөтә кешеләр Сират күпере буйлап үтергә тейеш. Тәҡүә мосолмандар тиҙ генә «йәшен тиҙлегендә» күпер аша ожмахҡа Кәүсәр шишмәһенә күсәсәк , ә кафырҙар һәм гонаһлылар, уның аша үтә алмаясаҡ, тамуҡҡа ҡолап төшәсәк[3].
Исламдағы сират күпере зороастризмдағы Чинват күперенә оҡшаш. Зороастризмда изге илаһ Вай Чинват күпере буйлап үҙе билдәләгән урынға — тәҡүә зороастриясыларҙың йәнен үткәрә.
Шиғыйҙарҙа Сират күпере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғый ун икенселәрҙең Ҡиәмәт көнө концепцияһына ярашлы, яуап көнөндә күперҙең уң яғында Мөхәммәт пәйғәмбәр буласаҡ, ә һулдан — Али ибн Әбү Талип. Шиғыйҙар был фекерҙе Ҡөрьән шиғырына нигеҙләй: «Һәр үҙ һүҙле тиҫкәре иманһыҙҙарҙы икәүләп тамуҡҡа (гееннаға) ташлағыҙ»[4].
Шиғыйҙарҙың инаныуҙарына ярашлы, ожмахҡа Әли ибн Әбү Талиптан фарман (ҡарар) алыусылар ғына үтәсәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мазе Камурдж (боронғо әрмән мифологияһы күпере);
- Калинов күпере (урыҫ мифологияһындағы күпер)
- Кәүҫар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ /А. Али-заде «Исламский энциклопедический словарь», стр, 250
- ↑ см. Әл-Бәҡара https://ru.quranacademy.org/quran/2:142-142/kul, Әл-Әнғәм https://ru.quranacademy.org/quran/6:126-126/kul, Әл-Әғрәф https://ru.quranacademy.org/quran/7:16-16/kul и др.
- ↑ Али-заде, А. А. Сират // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Ҡаф 50:24 (Кулиев)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Прозоров С. М. СИРАТ // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 209—210. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
Али-заде, А. А. Сират // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Ṣirāṭ / Monnot, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
/А. Али-заде «Исламский энциклопедический словарь», стр, 250