Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ситдыков Гилман Хамзинович битенән йүнәлтелде)
Ғилман Хәмзә улы Ситдиҡов
Тыуған көнө

30 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Татлы ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

энергетик

Наградалары һәм премиялары

ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы, «Электропрофсоюз»дың Почёт грамотаһы

Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы (30 сентябрь 1946 йыл) — комсомол, партия органдары, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны, энергетик. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы [1] [2]. 1976—1980 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Белорет район комитетының беренсе секретары; «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошманы ойоштороусы һәм 2005 йылдан уның директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилман Хәмзә улы Ситдиҡов 1946 йылдың 30 сентябренда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы (Илмәш) ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған.

Атаһы Хәмзә Ситдыҡ улы — ауылға нигеҙ һалған Илмәш старшина тоҡомо, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тимер юл эшсеһе[3], төбәктәге атаҡлы Әхмәт мулла[4] ейәнсәре Сәфәрбикә Һарун ҡыҙы менән 9 бала үҫтерә.

Ғаилә хәленә бәйле, райондың төрлө мәктәптәрендә уҡып, 9 класс тамамлаған. Шул йылы, атаһы вафат булыу сәбәпле, Белорет ҡалаһына, 35-се һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға китә, бер үк ваҡытта эшсе йәштәрҙең киске урта мәктәбендә уҡый.

19651968 йылдарҙа Совет Армияһында, Байконур космодромындағы хәрби частә хеҙмәт итә, "Хәрби Һауа Көстәре оличниигы" тигән күкрәккә таға торған билдә менән бүләкләнә [5].

1968 йылда армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, "Башкирэнерго"ның Урал аръяғы Белорет ҡалаһы электр селтәренә эшкә инә.

1969 йылда Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы нда (БЗТРП) электрослесарь булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә, һуңғараҡ цех механигы булып эшләй. Эшендә бер нисә тапҡыр хеҙмәт алдынғыһы булараҡ бүләкләнә, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеме бирелә. Магнитогорск тау-металлургия институтының]] киске факультетына уҡырға инә.

1975 йылда Ғилман Хәмзә улын КПСС-тың Белорет район комитетына эшкә саҡыралар. 1976 йылда уны район комсомол комитетының I секретары итеп һайлайҙар. Ошо осорҙа Белорет-Шишмә тимер юлы һалына һәм район комсомолдары был эштә әүҙем ҡатнаша[6] Юғары кимәлдәге ойоштороу эштәре өсөн йәштәр етәксеһе ике тапҡыр ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә (1978, 1979), 1979 йылда шулай уҡ Бөтә Союз пионер ойошмаһы Үҙәк Советының, ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитетының Почёт грамоталары бирелә.

1979 йылдан партияның район комитетында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

1981 йылдан райондың ауыл хужалығы идаралағында, «Башсельхознерго» ойошмаһында баш инженер һәм етәксе була.

1988 йылдың ноябрендә "Башкирэнерго"ның Белорет ҡалаһы электр селтәренә эшкә күсә.

1996 йылда Өфө ҡала селтәренә эшкә килә, бүлек начальнигы урынбаҫары, предприятие директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, предприятиеның профком рәйесе булып эшләй.

2000 йылда "Электропрофсоюз"дың Башҡортостан республика комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

20032005 йылдарҙа «Энергострой» ЯСЙ-һында электр энергиияһын иҫәпкә алыу цехы начальнигы була.

2005 йылда «Уфаэнергоучет» ЯСЙ-һын ойоштора[7] һәм шунан бирле уның етәксеһе булып эшләй[8] .

2018 йылда Ғилман Хәмзә улы Ситдиҡовтың хеҙмәт стажына 55 йыл тула.

Предприятие тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Уфаэнергоучет» предприятиеһы 2005 йылда Ғ.Х. Ситдиҡов тарафынан ойошторола.

Был осор арауығында бәләкәй предприятие эшмәкәрлеген киңәйтә, штаты ла үҫә бара. Башта электр иҫәпләгестәр менән генә эшләһәләр, хәҙер АИСКУЭ менән шөғөлләнәләр,. Ойошма «Росаккредитация» системаһы буйынса электр энергияһы буйынса метрология эштәренә аккредитация үткән, күсмә электр лабораторияһы бар.

2015 йылда предприятие 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй, был тотороҡло ойошма икәнлеге күрһәткесе.

Ойошманың заказсылары арта бара, «Башкирэнерго» һәм БГК, республиканың йөҙҙәрсә предприятиелары менән даими рәүештә килешеүҙәр төҙөй[9]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коммунистик хеҙмәт ударнигы танытмаһы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2021)
  • Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт ветераны (2012)
  • "Электропрофсоюз"дың Башҡортостан республика комитетының Почёт грамотаһы (2000)
  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1973)
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1978, 1979)
  • В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы Үҙәк Советының Почёт грамотаһы (1979)
  • "Хәрби Һауа Көстәре отличнигы" (күкрәккә таға торған билдә) [10]

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылда никахланған ғаиләлә ҡатыны Гүзәл Ситдиҡова менән бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр[11].

Был ғаилә Белорет районы Йөйәк ауылындағы юҡҡа сығып барған шишмәне тергеҙҙе (фотогалерея).

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Главы Республики Башкортостан от 20.12.2021 № УГ-767 "О присвоении звания Заслуженный энергетик Республики Башкортостан 2022 йыл 18 февраль архивланған.
  2. Заслуженные награды - "Ветеран энергетики",2021, дек. №2(63)
  3. Они вернулись с победой. Т.3. -Уфа: Китап, 2004. — 672 с. — с.416
  4. Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009, с. 13
  5. Приказ в/ч 02460 - №119 от 6.11.67//г. Ленинск
  6. Строительство железной дороги Белорецк-Чишмы. Интервью Г. Х. Ситдыкова. [1](недоступная ссылка)
  7. ООО "УФАЭНЕРГОУЧЕТ"
  8. Уфанергоучет [2]
  9. Уфанергоучет [3]
  10. Приказ в/ч №119 от 6.11.67//г. Ленинск
  11. Ижады ла тауҙай хазиналы -«Башҡортостан ҡыҙы», 2017, № 6

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009, с. 13
  • Они вернулись с победой. Т.3. -Уфа: Китап, 2004.- с. 416
  • Строительство железной дороги Белорецк-Чишмы [4](недоступная ссылка)