Слиска Любовь Константиновна
Слиска Любовь Константиновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 15 октябрь 1953[1] (71 йәш) |
Тыуған урыны | Һарытау, РСФСР, СССР[1] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Һарытау дәүләт юридик академияһы |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Слиска Любовь Константиновна Викимилектә |
Слиска Любовь Константиновна (ҡыҙ фамилияһы Тимошина; 15 октябрь 1953 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты, доцент.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Слиска Любовь Константиновна 1953 йылдың 15 октябрендә Һарытауҙа тыуа. Уны һәм ҡустыһын әсәһе яңғыҙ үҫтерә.
1971 йылда Һарытауҙың 71-се дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай[2].
Артабан белемен Люба Тимошина Һарытау китап сауҙаһы техникумында (хәҙер — Һарытау китап бизнесы һәм мәғлүмәт технологиялары колледжы[3]).
Рәсми биографияларының береһенә ярашлы, төҙөлөш ойошмалаһына кадрҙар бүлегенә эшкә урынлаша (ойошма атамаһы күрһәтелмәй). Башҡа мәғлүмәт буйынса, хеҙмәт юлын «Роспечать» секретары булып башлай, һуңынан кадрҙар бүлеге инспекторы була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул «Роспечать» кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары була, ләкин ҡайһы бер баҫмаларҙа Слиска башта «Роспечать» юрист була, һуңғараҡ — үҙенең һүҙҙәре буйынса, 1985 йылдан — кадрҙар бүлеге мөдире. Ҡайһы бер баҫмалар өсөнсө версияны ла белдерә: 1977 йылдан «Союзпечать» предприятиеһында кадрҙар хеҙмәтендә эшләй, һуңынан (1987 йылдан һуң) — предприятиеның азат ителгән профсоюз комитеты рәйесе була.
Д. И. Курский исемендәге Һарытау юридик институтының киске бүлегенә уҡырға инә. 1990 йылда[4] институтты, «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса тамамлай. Артабан эшмәкәрлеген профсоюзда дауам итә эшләүен дауам итә һәм 1992 йылда Һарытау өлкәһенең ауыр машиналар эшләү хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе булып китә.
Һарытау өлкәһендәге карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996 йылда уны профсоюз рәйесе булараҡ, Һарытау ҡалаһы һайлау комиссияһы составына рәйес урынбаҫары итеп индерәләр. Бәлки, нәҡ шул ваҡытта ул Һарытау вице-мэры Дмитрий Аяцков менән танышалыр.
1996 йылдың 15 апрелендә Аяцков РФ Президенты Борис Ельцин указы менән Һарытау өлкәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә, ә 1996 йылдың 1 сентябренән Һарытау өлкәһе губернаторы итеп һайлана. Сентябрҙә ул Любовь Константиновнаны үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Әммә губернаторҙың беренсе урынбаҫары вазифаһында ул 1996 йылдың ноябренә тиклем генә эшләй. Һуңынан Һарытау өлкә думаһында губернаторҙың даими вәкиле итеп тәғәйенләнә. Ошо вазифала 1998 йылға тиклем эшләй.
1998—1999 йылдарҙа — Һарытау өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары. Ҡайһы бер баҫмаларҙа, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының рәсми сайтында, Слиска бары тик Һарытау өлкә думаһында губернаторҙың даими вәкиле генә була, өлкә хөкүмәте рәйесе урынбаҫары түгел, тип хәбәр итә.
1999 йылда Любовь Слиска хәрәкәтенең һайлау исемлегенә инә һәм 1999 йылдың декабрендә өсөнсө саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһына «Медведь» («Берҙәмлек» төбәк-ара хәрәкәте) һайлаусылар блогының дөйөм федераль исемлеге буйынса депутат итеп һайлана.
Мәскәү. Дәүләт Думаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдың ғинуарында Слиска кандидатураһы Дәүләт Думаһының беренсе вице-спикеры посына тәҡдим ителә. 2000—2003 йылдарҙа ул — Дәүләт Думаһы Рәйесе Геннадий Селезневтың беренсе урынбаҫары.
2003 йылдың 7 декабрендә Слиска дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булып үткәс, йәнә парламент рәйесе Борис Грызловтың беренсе урынбаҫары итеп һайлана.
2007 йылдан (бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы) парламент рәйесе урынбаҫары. V саҡырылыш Дәүләт Думаһының хәүефһеҙлек буйынса комитеты, Рәсәй Федерацияһы оборонаһын һәм дәүләт именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән федераль бюджет сығымдарын ҡарау буйынса комиссия ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе урынбаҫары.
2011 йылдың июль башында билдәле булыуынса, Любовь Слисканың башҡаса Дәүләт Думаһына һайланмауы һәм праймеризда ҡаптнашмауы билдәле була. Ул үҙе йәмәғәтселеккә баш тартыуының сәбәбен аңлатмай, әммә киң мәғлүмәт сараларына сыҡҡан хәбәрҙәр буйынса, сәбәп уның «Берҙәм Рәсәй»ҙең һайлау алды кампанияһын алып барған яҡташы, вице-премьер Вячеслав Володин менән күптәнге низағы[5]
Дәүләт Думаһы һуң карьераһын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдың 25 апрелендә Любовь Константиновна «Берҙәм Рәсәй» партияһынан сығыуы тураһында белдерә[6].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе никахта.
Ире — Слиска Сергей Германович, үҙенән 5 йәшкә йәш, 2001 йылдың мартынан — Мәскәү өлкә суды судьяһы. Балалары юҡ.
Ағаһы — Сергей Тимошин, Һарытау өлкәһе буйынса федераль теркәү хеҙмәте идаралығы етәксеһе. Туғаны — Денис Сергеевич Тимошин.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почет ордены (17 июнь, 2002)[7].
- Рәсәйҙең бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының «Олимп» ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын таныу йәмәғәт милли премияһы лауреаты[8] . 2003 г.
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған юрисы (2005 23 майы).
- бүләкләү ҡорал (пистолет)[9]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2008, 21 май).
- III дәрәжә апостолға тиң изге княгиня Ольга ордены (Рус православие сиркәүе, 2003).
- Бөйөк яфаланыусы изге Анастасияның император ордены (2013 йыл, 20 август, Рәсәй император йорто).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 The International Who's Who of Women 2006 — Routledge, 2005. — ISBN 978-1-85743-325-8
- ↑ Римма Ахмирова. В деревню, к Слиске, в глушь, в Саратов, «Собеседник», 29.03.2006
- ↑ Саратовский колледж книжного бизнеса и информационных технологий . Дата обращения: 26 сентябрь 2010. Архивировано 10 июль 2011 года. 2011 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Государственная Дума . Дата обращения: 17 ноябрь 2018. Архивировано 14 февраль 2009 года. 2009 йыл 14 февраль архивланған.
- ↑ Вице-спикер Любовь Слиска не будет участвовать в парламентских выборах — Газета. Ru
- ↑ Любовь Слиска вышла из «Единой России»: она стала не нужна партии :: Политика :: Top.rbc.ru . Дата обращения: 25 апрель 2012. Архивировано 27 апрель 2012 года. 2012 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 июня 2002 г. № 600(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт Российской академии бизнеса и предпринимательства
- ↑ Слиская тема // «Труд», № 200 от 27 октября 2006 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 октябрҙә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Һарытауҙа тыуғандар
- Һарытау дәүләт юридик академияһын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юристары
- Изге княгиня Ольга ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- III дәрәжә изге княгиня Ольга ордены кавалерҙары
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр