Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы
Илфаҡ Смаҡов | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Исеме |
Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы | ||
Тыуған | |||
Тыуған урыны | |||
Үлгән | |||
Үлгән урыны |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы | ||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
йырсы | ||
Йырлау тауышы |
баритон | ||
Жанрҙар |
фолк һәм башҡалар | ||
Наградалар |
| ||
Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы (2 ғинуар 1940 йыл — 27 май 1993 йыл) — йырсы, 1963—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илфаҡ Мөжип улы Смаҡов 1940 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуған. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда, Өфөлә үткәрелгән республика йыр бәйгеһендә беренсе ҙур уңышҡа өлгәшә. Башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм һәүәҫкәр композитор Әкрәм Дауытовтың «Әсәйемә хат»ын иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарып, «лауреат» булып ҡайта.
Урта белем алғас, Өфө сәнғәт училищеһында мөғәллим Миләүшә Мортазина класында уҡый. Был йылдарҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша. Дүртенсе курста сағында, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй эстрада артистары ярышында «дипломант» исемен ала.
1982 йылдан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем Илфаҡ Смаҡов Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
Йырсы репертуарында Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Сәхнә оҫтаһы башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр әҫәрҙәр башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илфаҡ Мөжип улының ҡатыны Асия Смаҡова ла йырсы — Башҡортостандың халыҡ артисы. Смаҡовтар күп йылдар дуэт менән сығыш яһаны.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989).
- Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөлә Асия һәм Илфак Смаковтарҙың ижады хаҡында «Беҙҙең заман моңдары» исемле китап—альбом донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 1 февраль (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2016)
- Өфөлә Илфак Смаковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙа. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2016)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 2 ғинуарҙа тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Саҡмағош районында тыуғандар
- 27 майҙа вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Башҡорт йырсылары