Смирнова Зинаида Ивановна
Смирнова Зинаида Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 октябрь 1923 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 19 апрель 1991 (67 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Смирнова Зинаида Ивановна (4 октябрь 1923 йыл) — совет санинструкторы, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, Флоренс Найтингейл исемендәге һәм башҡа миҙалдар менән наградлана[1][2][3]. Бендеры ҡалаһының Почетлы гражданы (1974)[1].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланынан 600-ҙән ашыу яралы һалдат һәм офицерҙы алып сыға[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зинаида Ивановна 1923 йылдың 4 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуа, һуңынан, 1937 йылда, уларҙың ғаиләһе Куйбышев ҡалаһына күсенә. Зинаида Смирнова мәктәптә белем ала, сандружинница һәм шәфҡәт туташтары курсында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш тулмаған була, әммә 1941 йылдың 16 июленән ул Ҡыҙыл Армия сафына алына[3]. Санинструкторҙар әҙерләүҙең тиҙләтелгән курстарын үиә һәм бер айҙан фронтҡа оҙатыла, Смоленск ҡалаһын обороналауҙа, Мәскәү янындағы алышта ҡатнаша, Сталинград урамдарынан яралыа яугирҙарҙы алып сыға һәм уларға медицина ярҙамы күрһәтә[2]. Һуңынан санинструктор, медицина хеҙмәте гвардия старшинаһы Смирнова Зинаида Ивановна 15-се Гвардия Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһына күсерелә[1]. Харьков, Кривой Рог ҡалаларын азат итә һәм башҡа. Зинаида Ивановна 1943 йылдан ВКП(б)ағзаһы[1].
1944 йылдың апрелендә, Днестр йылғаһының уң ярында хәрби хәрәкәттәр ваҡытында Варница Смирнова ауылы районында иң станковый пулеметтан 20 немец һалдаты һәм офицерын юҡ итә, яу яланынан 20-нән ашыу яралы совет һалдатын һәм офицерын алып сыға[1]. Батырлыҡтары өсөн, Варница плацдармындағы ҡаһарманлығы өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә[1].
Зинаида Ивановна Смирнова һуғыш яланынан барлығы 600-ҙән ашыу яраланған совет офицерын һәм һалдатын алып сыға, алты тапҡыр яралана, шул иҫәптән өс ауыр яра һәм ике контузия ала, госпиталдә дауалана. Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[2]. Алтынсы тапҡыр яраланғандан һуң (өсөнсө — ауыр) госпиталдән дауаланып сыҡҡас, 1944 йылдың октябрендә һуғыш инвалиды тигән докумен юбирелә[2]. Куйбышев ҡалаһына ҡайта. Зинаида Ивановна институт тамамлай, Куйбышев өлкәһе Ставрополь ҡалаһында юридик консультацияла адвокат булып эшләй[1].
1971 йылда Флоренс Найтингейл исемендәге миҙалға лайыҡ була[3], 1974 йылда Зинаида Ивановна Смирноваға Бендеры ҡалаһының Почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем бирелә[1].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены,
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Флоренс Найтингейл исемендәге миҙал,
- башҡа миҙалдар,
- Бендеры ҡалаһының почетлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Смирнова Зинаида Ивановна 2019 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Женщины на войне. Смирнова Зинаида Ивановн
- ↑ 3,0 3,1 3,2 История развития сестринского дела. Смирнова Зинаида Ивановна 2020 йыл 1 апрель архивланған.