Смирнов Виталий Борисович
Смирнов Виталий Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 апрель 1937 |
Тыуған урыны | Волгоград, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 ғинуар 2019 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Волгоград, Рәсәй |
Һөнәр төрө | филолог |
Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Волгоград дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Cмирнов Виталий Борисович (13 апрель 1937 йыл, Сталинград, РСФСР — 25 ғинуар 2019 йыл, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, рус журналистикаһы һәм әҙәбиәте тикшеренеүсеһе, тәнҡитсе һәм яҙыусы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виталий Борисович Смирнов 1937 йылдың 13 апрелендә Сталинград ҡалаһында тыуа, РСФСР.
1959 йылда илология факультетын тамамлай, Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Һарытау гәзиттәрендә журналист булып эшләй[2].
1965 йылда филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертаця яҡлай. Диссертацияһының темаһы: "Глеб Успенский в «Отечественных записках». Шулай уҡ «Глеб Успенский и Салтыков-Щедрин (Глеб Успенский в „Отечественных записках“)». монографияһын яҙа.
1967 йылда яңы ғына төҙөлгән Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
1980 йылда Ленинградта СССР Фәндәр академияһының Рус әҙәбиәте институтында «Литературная история „Отечественных записок“ (1868—1884): „Отечественные записки“ в общественно-литературном процессе 70 — 80-х годов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Шул уҡ йылда Волгоградҡа күсенә, бында Волгоград дәүләт университетында уҡытыусы эшмәкәрлеген башлай. Рус һәм сит ил әҙәбиәте, журналистика һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, һуңынан — журналистика кафедраһы мөдире[3].
Рәсәй Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы була. 1994 йылдарҙа «Отчий край» илююстрациялы әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире була.
400-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 13 китап һәм монография авторы. 1860—1880 йылдарғаҙы ижтимағи-әҙәби процестың хәрәкәт иттереүсе рус «йыуан» журнал феномены тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә .
Санкт-Петербург Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы[4]. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, Бөтә Рәсәй «Сталинград» әҙәби премия лауреаты[5].
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- "Н. А. Некрасов и журнальная поэзия «Отечественных записок», Уфа, 1972
- «Литературная история „Отечественных записок“. 1868—1884», Пермь, 1974
- «Отечественные записки» и русская литература 70-х — 80-х годов", Волгоград, 1997
- «Ф. М. Достоевский и русская демократическая журналистика 70-х — 80-х годов», Волгоград, 1996
- «Скабичевский — литературный критик», Волгоград, 1999)
- «Больше века назад. Избранные статьи о русской литературе XIX века», Волгоград, 1997
- «Время рассудит», Волгоград, 2001; роман-воспоминание «Житие святого Глеба», и др.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедию «Лучшие люди России» (М., 2005); «Золотую книгу Волгоградской области» (Волгоград, 2006)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 13 апрелдә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Волгоградта тыуғандар
- 25 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2019 йылда вафат булғандар
- Волгоградта вафат булғандар
- Һарытау дәүләт университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Рәсәй журналистары
- СССР журналистары
- Профессорҙар
- Рәсәй ғалимдары
- СССР ғалимдары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- Мәскәү өлкәһендә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Алфавит буйынса журналистар