Эстәлеккә күсергә

Аҡһаҡалдар ҡоро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Совет аксакалов битенән йүнәлтелде)

Аҡһаҡалдар ҡоро, Аҡһаҡалдар йыйыны[1], Аҡһаҡалдар кәңәшмәһебашҡорттарҙа һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ауыл, ара, ҡәбилә, ырыу кимәлендә идара итеүҙең борондан килгән демократик ысулы. Аҡһаҡалдар ҡоро ауылдың йәки ырыуҙың иң абруйлы оло йәштәге ирҙәренән торған. Улар йәмғиәттә килеп тыуған көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткәндәр, бәхәстәрҙе тикшергәндәр һәм ҡарар ҡабул иткәндәр, балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙе күҙәткәндәр.

Аҡһаҡал һүҙе башҡа күпселек төрки телдәрҙәге кеүек үк аҡ һәм һаҡал тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Халыҡ ғәҙәттә абруй яулаған йә ырыу башында торған хөрмәтле оло кешене шулай атаған.
Ҡор – бер берәмеккә ойошҡан халыҡ, төркөм. Аҡһаҡалдар ҡоро бер ырыу эсендә лә, төрлө ырыуҙарҙың аҡһаҡалдары төркөмө булараҡ та ойоша торған булған. Милләт өсөн хәүефле мәлдәрҙә төрлө ырыу аҡһаҡалдары йыйылып, кәңәш ҡорған, ҡарар ҡабул иткән.. [2]

(Аҡһаҡал илде афәттән ҡотҡарыу тураһында көнө-төнө уйланып, ырыуҙағы ир-егеттәрҙе йыя. Ә. Вахитов)

Башҡортостанда аҡһаҡалдар ҡорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы осорҙа Башҡортостандың айырым райондарында Аҡһаҡалдар ҡоро тергеҙелә.

Ҡырмыҫҡалы районында, арҙаҡлы мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ибраһимда 2016 йылдың мартында Аҡһаҡалдар ҡоро ойошторола, ауылдың абруйлы ир-уҙамандары уға ағза итеп һайлана[3].

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарамағында Күмертау башҡорттары аҡһаҡалдары ҡоро төҙөлгән. Ойошмаға ҡала хакимиәте айырым бүлмә биргән. Аҡһаҡал яҡташтары Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужин республика кимәлендә башҡорт мәктәптәре астырыу буйынса ҙур эштәр башҡарып, яҡты эҙ ҡалдырған[4].

Бөгөнгө донъяла аҡһаҡалдар хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡһаҡалдар хәрәкәте бөгөн дә халыҡтарҙың үҙидара органы булараҡ йәшәп килә.

Үзбәкстанда урындарҙа үҙидара органдарына аҡһаҡалдарҙы һайлап ҡуялар. Был һайлау Үзбәкстан Республикаһының «Граждандар сходтарына рәйес (аҡһаҡал) һәм уның кәңәшселәрен һайлау тураһында» закон нигеҙендә үткәрелә[5].

Ҡырғыҙстанда Аҡһаҡалдар Суды ойошторолған. 2010 йылда уның рәйесе итеп ҡатын кеше — Ташбуа Джумабаева һайланған, йәғни, абруйлы оло кеше хәҙер гендер тигеҙлегенә ярашлы һайлана[6].

Ҡаҙағстанда аҡһаҡалдар рәсми үҙидара органдарында ҡатнашмай, әммә улар илдең ижтимағи тормошонда бик әүҙем эш алып бара һәм борондан ҡалған бурыстарын — йәмғиәттә тәртип тотоу, ғаилә усағын һаҡлау, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү һәм башҡа эштәрҙе үтәй. Боронғо йола буйынса 70 йәшкәсә ир-ат ҡараһаҡал тип атала, шул йәшкә еткәс кенә аҡһаҡал тип йөрөтә башлайҙар. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында аҡһаҡалдар һаны кәмеп китһә йә бөтһә, 40 йәштән уҙған абруйлы уҙамандарҙы ла аҡһаҡал итеп танығандар[7].

2009 йылдың 3 октябрендә Әзербайжандың Нахичевань ҡалаһында Төрки телле дәүләттәрҙең хеҙмәттәшлек шураһы төҙөлә (төр. Türk Dili Konuşan Ülkeler İşbirliği Konseyi). Уның структураһында Төрки телле дәүләттәр аҡһаҡалдары шураһы бар. Әзербайжан Аҡһаҡалдар ҡоро уның составына ингән[8].

Төркмәнстанда ла аҡһаҡалдар сәйәси-ижтимағи эшмәкәрлеккә йәмәғәт башланғысында йәлеп ителә, һәм уларҙың ҡоро дәүләт кимәлендә йыйын рәүешендә үткәрелә килә. Мәҫәлән, ил президенты Ғорбанғулы Бирҙемөхәмәтов (Гурбангулы Бердымухамедов) 2015 йылда үткәрелә торған ҡор алдынан Марый виләйәтендә баш ҡаланың һәм илдең барса төбәктәренең аҡһаҡалдары менән осраша, ҡорҙа фекер алышыуға сығарыласаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләшә.[9]

Дағстанда (Тауҙар иле тип тәржемә ителә) аҡһаҡалдар үҙенең тухумында (тоҡомонда, ырыуында) «баш хөкөмдар»: ҡыҙҙарын-ейәнсәрҙәрен кемгә бирергә, улдарына-ейәндәренә кемде алып бирергә — ул ҡарар итергә тейеш тип һанала. Һәр саҡ уныңса ғына эшләнә тип әйтеп булмай, әммә хәл иткес һүҙҙе ул әйтә[10].

  1. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) / Ф.Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 432 бит. ISBN 978-5-295-05389-4 (т. 1) ISBN 978-5-295-05388-7
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге, 1-се том. – М., 1993, 43, 676 биттәр
  3. Тәнзилә Бикбаева. Аҡһаҡалдар ҡоро тергеҙелде. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 25 март(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2017)
  4. http://yshatir.ru/yemgiet/2388-ni-eshtr-yryy-aaaldar.html(недоступная ссылка)
  5. https://www.gov.uz/ru/content.scm?contentId=44480 2008 йыл 5 декабрь архивланған.
  6. http://www.law.edu.ru/doc/document.asp?docID=1232864(недоступная ссылка)
  7. http://e-history.kz/ru/publications/view/2726 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  8. https://ru.sputnik.az/life/20170215/408924554/aksakali-azerbaijana-proveli-itogi-goda.html
  9. http://www.turkmenistan.gov.tm/?id=9141 2017 йыл 3 июль архивланған.
  10. Источник: http://www.dagpravda.ru/rubriki/obshchestvo/27440896/(недоступная ссылка) © Дагестанская правда