Эстәлеккә күсергә

Совет яугирҙәренең туғандар ҡәберлеге (Ишембай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Совет яугирҙәренең туғандар ҡәберлеге
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Совет яугирҙәренең туғандаш ҡәберлеге — Ишембай ҡалаһындағы иҫтәлекле урын(ҡоролма), 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында алған ауыр йәрәхәттәренән вафат булған Совет армияһы яугирҙәренә арнала. Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты, регистрация № 021610456230005[1].

Һәйкәлдең тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл Зелёная, Губкин, Вәхитов һәм Чкалов урамдары араһында урынлашҡан элекке зыярат ситендә урынлашҡан[2].

Монумент бетондан эшләнгән һәм штукатурланған: металл ҡойма, периметры 8 метр.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай ҡалаһында Геолог урамы, 10/3 йорт адресы буйынса ике эвакуацио́н госпиталь урынлашҡан — 5920-се һәм 2606-сы. Вафат булған яугирҙарҙы ул саҡтағы ҡала ситендәге зыяратта ерләгәндәр.

1949 йылда Ишембай ҡалаһында хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы һәләк булған яугирҙарға һәйкәл төҙөү тураһында инициатива менән сығыш яһай.

Оҙаҡ ваҡыт ҡоролма насар торошта була. 2014 йылда һәйкәлдең бер яғында ерләнгән һалдаттарҙың исемлеге менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, 2015 йылда һәйкәлгә реставрация үткәрелә.

  1. Хранители истории Ишимбая (ч. VI-I), 2018
  2. Паспорт обелиска на братской могиле воинов Советской армии, умерших от тяжёлых ранений во время Великой Отечественной войны 1941—1945 годов (doc). Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.