Эстәлеккә күсергә

Ишембайҙағы һәйкәлдәр исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ишембайҙағы һәйкәлдәр исемлеге —Ишембай ҡалаһы биләмәһендә урынлаштырылған бөтә үҙаллы скульптура әҫәрҙәре исемлеге[1].

Ишембай ҡалаһында 40-тан ашыу һәйкәл һәм скульптура композициялары бар. Улар төбәк мәҙәниәтен һаҡлай һәм ҡаланың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Нефтселәргә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, сәйәси эшмәкәрҙәргә һәм башҡа төрлө һәйкәлдәр ҡуйылған. Уларҙың күбеһе Ишембайҙың үҙәк өлөшөндә, шулай уҡ һәр биҫтәһендә урын алған.

Еңеү паркында стела
Еңеү паркында стела
  • Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыу хөрмәтенә Стела (2002). Ул — быраулау инструментының меңәр тапҡыр ҙурайтылған күренеше. Үҙәгендә — ҡурай сәскәһе. Был стелала — башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Ишембай» һәм ике дата «1932» һәм «1940». Бульвар һәм Жуков урамдары сатында урынлашҡан. Урынлаштырылған ваҡытта уҡ күренеше боҙола, 2015 йылда — тергеҙелә.
Ҡаланы нигеҙләүселәргә стела
  • Стела ҡалаға ингән урында — Индустриаль шоссе урамында урынлашҡан.
  • Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән инеүенә 450 йыл тулыу хөрмәтенә стела —  Төньяҡ урамына ҡуйылған.
  • "Бресты оброналау", "Мәскәү өсөн һуғыш", "Ленинград блокадаһы", "Сталинград һуғышы", "Курск һуғышы"  һәм башҡа Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған стелалар Еңеү паркына ҡуйылған.
  • Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына Ишембай еренән киткән яугир-фронтовиктарҙың исем-фамилиялары яҙылған стела Еңеү паркына ҡуйылған.
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Ишембай ерендә асылып, фронт өсөн фиҙакәр эш һөҙөмтәләре күрһәткән артелдәр исемлеге яҙылған стела Еңеү паркына ҡуйылған.

Сәнәғәт эшмәкәрҙәренә һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Вышка-өләсәй»
  • Башҡорт нефтең беренсе асыусыларға монумент (1969, скульптор Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев, архитектор Л. В. Хихлуха). Монументаль сәнғәттең атаҡлы һәйкәле[2]. Ишtмбай ҡалаһының һәм бөтә Башҡортостан нефть сығарыу сәнәғәтенең төп символы. Постамент: диаметры — 4,5×6,3 м, бейеклеге — 0,6 м; скульптура: бейеклеге — 12 м. Постамент менән скульптура һоро граниттан эшләнгән[3]. Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанына ҡуйылған[4].
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300617000объект № 0300617000
  • ««Вышка-өләсәй» Мемориаль комплексы — башҡорт нефтен беренсе асыусы» (1967). Комплекстың төп элементы — ябылған быраулау вышкаһы — 1932 йылдың 16 майында 11 сәғәт 30 минутта нефть фонтанын күккә атҡан һәм «Икенсе Баку»ҙы башлап ебәргән 702-се скважина[5]. Ул 680,15 метр тәрәнлектән беренсе 36 метр бейеклегендәге нефть фонтанын күккә ата. Ер өҫтөнән күтәртелеп, бетон нигеҙгә ҡуйылған, башы киҫелгән пирамида ҡиәфәтендә өс олонло металл конструкцияларынан ғибәрәт. Вышка өҫтөндә эшсе майҙансыҡ, уға вышканың тышҡы контурынан юғарыға табан ҡуйылға металл дүрт маршлы баҫҡыс беркетелгән. Бетон майҙансыҡ үҙәгендә — насос-качалка. Вышка эргәһендәге стелаға тимергә сүкеп вышкалар һәм ҡулы менән "Вышка-өләсәй" яғына күрһәтеп торған ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән. Вышка эргәһенә нефтселәрҙең исемдәре яҙылған гранит стела мҡуйылған. Ян-яғында урынлашҡан сәскәләр аллеяһы буйлап — асылған ятҡылыҡтар атамалары яҙылған табличкалар. Мемориаль комплекс Нефтселәр скверында Башҡорт нефтен беренсе асыусылар урамында урынлашҡан[6][6][7][7].Ҡалып:Памятник историитарихи ҡомартҡыһы (төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡылар)
  • Нефтселәргә һәйкәл-стела — Губкин, Некрасов һәм Тыныслыҡ урамдары сатына ҡуйылған.
  • А. А. Блохинға һәйкәл (2001, скульптор М. П. Шабалтин). «Ишембайнефть» НГДУ-һы начальнигы В. И. Генералов инициативаһы менән ҡуйыла. Скульптура аҡ мәрмәрҙән эшләнгән[8]. Һәйкәл «Ишембайнефть» НГДУ-һының административ бинаһы ҡаршыһында, Геология урамында  урынлашҡан.
  • «Витязь» ике звенолы транспортёрҙарын эшләүселәргә һәйкәл (2005) Индустриальном шоссела «"Витязь" машиналар эшләү компанияһы» эргәһендә урынлашҡан.
  • Ишембай нефть эшкәртеү заводының 50 йыллығына арналған стела (1986) Ишембай нефть эшкәртеү заводы үткәргесендә (проходной) Һул яҡ Яр урамында ҡуйылған.
  • Ишембай машиналар эшләү заводының 100 йыллығына арналған стела ИМЗ биләмәһендә урынлашҡан.

Хәрби хәрәкәттәр һәм локаль конфликтттарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәрби дан обелискыһы (1967). 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында  һәләк булған, фронтта алған яралар һәм ауырыуҙарҙан вафат булған Ишембай ҡалаһы граждандары исемлеге обелиск эсенә урынлаштырыла, обелискыла шундай һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ эленгән: «Тыуған илебеҙ намыҫын, азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалған батырҙарға дан!». Ул кирбестән эшләнгән. Бейеклеге 3,5 м., 2010 йылда реконструкциялана һәм мәрмәр менән көпләнә. әйләнә тирәһендәге юлдарға тротуар плитәләре түшәлә[9][9]. Был обелиск Еңеү паркында урынлашҡан.
Геройҙар аллеяһы
  • «Геройҙар аллеяһы» мемориаль комплексы (2005, скульпторҙар Владимир Дворник, А. Пименов). Комплексының төп элементы — орден ҡиәфәтендәге постамент, уға ҡайғыға батҡан Әсә һыны һәм илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған һалдат силуэты. Тирә-яғындағы территорияға йомшаҡ күнгә оҡшатып эшләнгән тротуар плиткалары түшәлгән. Аллеяның уң яғында Ишембай ҡалаһынан сыҡҡан ике Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры бюстары — А. Ф. Рябов, С. У. Сайранов һәм Г. Т. Кузнецов бюстары, шулай уҡ Ишембай районынан дүрт Советтар Союзы Геройы — Г. И. Бердин, Д. С. Нағоманов, Т. Г. Халиков һәм Н. А. Черных бюстары. Һул яғында — ҡала һәм райондан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙҙың һаны яҙылған иҫтәлекле стела. Мемориаль комплекс Ленин исемендәге майҙанда, 1-се  янында урынлашҡан[10].
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300618000объект № 0300618000
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби госпиталдәрҙә яраларынан вафат булған совет яугирҙарының Туғандар ҡәберлеге (1949). Үҙәгендә бетондан обелиск ҡуйылған, уны периметры 8м булған метал ҡоймаһы бар. Туғандар ҡәберлеге элекке зыярат урынында (Вәхитов, Чкалов, Йәшел һәм Губкин урамдары кварталы))[11].Ҡалып:Памятник историиисторический памятник (памятник местного значения)
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай ҡалаһындағы 2606-сы һәм 5920-се госпиталдәрҙә вафат булған әсир венгрҙар һәм немецтар төркөмләп ерләнгән урындағы Мемориал таҡтаташ — элекке зыярат урынында ҡуйылған (Вәхитов, Чкалов, Йәшел һәм Губкин урамдары кварталы)[12].
  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Мемориал — Жуковский урамында (Перегонный биҫтәһе) 5-се мәктәп территорияһында урынлашҡан.
  • Тыуған илебеҙ өсөн барған һуғыштарҙа һәләк булған нефтселәргә Һәйкәл (1997). Һәләк булған 320 нефтсенең исемдәре яҙылған постаментҡа штык урынлаштырылған. Бейеклеге — 12 м[13]. Блохин урамында, Ағиҙелдең бейек ярына урынлашҡан.
  • 1941—1945 йылдарҙа һәләк булған яугир-нефтселәргә Һәйкәл — Блохин урамында  «„Нефтестроймонтаж“ Приютово идаралығы» ЯСЙ-һы (элекке «Ишембайнефть» НГДУ-һы төҙөлөш-монтаж идаралығы) территорияһында урынлашҡан.
  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Мемориал — Есенин урамында (Иҫке Ишембай биҫтәһе) 4-се мәктәп биләмәһендә урынлашҡан.
  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Мемориал — установлен возле кладбища в микрорайоне Смаҡай биҫтәһендә зыярат янында урынлашҡан.
  • Көҫәпҡол һәм Бурводстрой биҫтәләренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған кешеләренә Мемориал — Горький урамында (Көҫәпҡол биҫтәһе) 15-се мәктәп биләмәһендә урынлашҡан.
  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Мемориал — Ишембай урамында «Нефтсе» мөҙөниәт йорто янында урынлашҡан (Нефтсе биҫтәһе).
  • Ишембай машиналар эшләү заводы хеҙмәткәрҙәренә, фронт һәм тыл геройҙарына Һәйкәл-стела —«Ишембай машиналар эшләү заводы» ААЙ-һы биләмәһендә урынлашҡан..
  • 1-се мәктәптең Тыуған илебеҙ өсөн барған һуғыштарҙа һәләк булған уҡытыусылары һәм уҡыусыларына Мемориал — Ленин проспектында 1-се гимназия биләмәһендә урынлашҡан.
  • Техникумдың 1941—1945 йылдарҙа һәләк булған уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына Мемориал — Ишембай нефть техникумы вестибюлендә урынлашҡан (Губкин урамы).
  • Яугир-азат итеүсе Һәйкәле — Республика кадет мәктәп-интернаты биләмәһендә урынлашҡан.
  •  А. М. Матросовҡа һәйкәл (1974, скульптор Г. Левицкая). Һәйкәлдең икенсе варианты, беренсеһенең скульпторы — Л. М. Кошкин. Алюминийҙан эшләнгән, суйын төҫө бирелгән. Гранитпостаментҡа ҡуйылған. бейеклеге — 4 м[14] А. М. Матросов исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан, Совет урамы яғынан[15].
  • З. А. Космодемьянскаяға һәйкәл — 3-сө мәктәп ҡаршыһында Зоя Космодемьянская скверында урынлашҡан (Чкалов урамы).
  • З. А. Космодемьянскаяға һәйкәл (1974)[16]. 1974—2016 йылдарҙа 3-сө мәктәптең Хәрби Дан залында урынлашҡан (Чкалов урамы, 21).
  • З. А. Космодемьянскаяға һәйкәл — 1-се Махсуслаштырылған профессиональ училище биләмәһендә урынлашҡан, Төньяҡ урамында.
  • Г. Т. Кузнецовҡа обелиск — «13-сө километр» православныйҙар зыяратында Геройҙың ҡәберендә урынлашҡан[17].
  •  А. Ф. Рябовҡа обелиск — «13-сө километр» православныйҙар зыяратында Геройҙың ҡәберендә урынлашҡан[18].
  • С. У. Сайрановҡа обелиск — установлен на Көҫәпҡол мосолман зыяратында Геройҙың ҡәберендә урынлашҡан[19].
  • Яугир-интернационалистарға Мемориал (1994). Үҙәктә постаментҡа БРДМ-1 (Хәрби разведка-дозор машинаһы) ҡуйылған, ян- яғында — яугир-интернационалистарҙың исемдәре яҙылған мемориаль плиталар[20]. Яугир-Интернационалистар скверында урынлашҡан.
  • Сик буйы һалдатына (эте менән) Һәйкәл — установлен у входа в детский сад № 10  на улице Геология урамында 10-сы «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһына ингән урында (ҡалалағы иң беренсе һәйкәл).
  • Айырым хәүеф подразделениеларының атом ҡоралын һынағанда һәм Ядро объекттарындағы аварияларҙа зыян күргән ағзаларына Һәйкәл — Урал урамында ҡуйылған.

Сәйәси эшмәкәрҙәргә һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • В. И. Ленинға һәйкәл (1966). Һәйкәл эскизы  БАССР. художество фондында эшләнгән. Ул тимер-бетондан тора, тышҡы яҡтан баҡырҙы һырлап көпләнгән, постаменты гранит плиталар менән көпләнгән. Һәйкәлдәң бейеклеге — 6 м[8]. Ҡалалағы өс һәйкәлдең береһе. Ленин исемендәге майҙанға урынлаштырылған[21].[21]
  • В. И. Ленинға һәйкәл — Бульвар урамындағы скверға ҡуйылған.
  • В. И. Ленинға һәйкәл — Ишембай машиналар эшләү заводы биләмәһендә урынлашҡан.
  • В. И. Ленинға бюст — «"Ағиҙел" Ишембай нефть базаһы» ЯСЙ-һы (Ишембай нефть эшкәртеү заводы) администрацияһы янында урынлашҡан.
  • С. М. Кировҡа һәйкәл (1945). Тәүҙә Геология урамына, «Ишембайнефть» НПУ-һы эргәһенә ҡуйылған була, аҙаҡ — в сквере Нефтселәр[5].скверына урынлаштырыла. Ленин проекпектында, Пенсия Фонды бинаһы янында урынлашҡан.

Фән һәм космос эшмәкәрҙәренә һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ю. А. Гагаринға һәйкәл (1960). Ю. А. Гагарин исемендәге скверға ҡуйылған.
  • В. М. Комаровҡа бюст. 6-сы мәктәп директоры В. В. Бабушкин тырышлығы менән ҡуйыла. Элекке 6-сы мәктәп фойеһына ҡуйылған (хәҙер — 2-се мәктәптең икенсе корпусы), Мичурин урамында.
  • «Фән һәм тормош» скульптур төркөмө (1965)[22]. Ленин проспекты һәм Совет урамы киҫелешендә[23].ҡуйылған. 2016 йылда реконструкциялана, ҡоролма элекке төҫөнә ҡайта.

Әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәжит Ғафури һәйкәле
  • Мәжит Ғафури һәйкәле — Ленин проспектында Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы эргәһендә урынлашҡан. Тәүҙә ул Нефтселәр скверына ҡуйылған була.
  • Әхмәтзәки Вәлидигә бюст — 2-се Башҡорт гимназия-интернаты биләмәһенә ҡуйылған, Совер урамында. 

Скульптура композициялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Егет һәм ҡыҙ» скульптур төркөмө — Ленин проспектындағы скверҙа урынлашҡан.
  • «Икар» скульптураһы —   «Икар» кинокомплексы алдына ҡуйылған.
  • «Бәхетле бала саҡ» скульптураһы — Бульвар урамы скверына ҡуйылған.
  • «Бөркөт» скульптураһы— им А. М. Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйылған.
  • «Арыҫлан һәм бөркөт» скульптураһы — балалар хәстәханаһы биләмәһендә ҡуйылған.
  • «Һыуһылыу» скульптураһы — Чкалов урамындағы 32-се балалар баҡсаһы биләмәһендә ҡуйылған. 1992 йыл. Авторв — ошо балалар баҡсаһының беренсе мөдире Лидия Александровна[22][23], үҙ ҡулдарпы менән эшләп ҡуя.

Алынған һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. А. Блохинға ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған обелиск — 1942 йылда ҡуйылған,  2007 йылда алынған, А. А. Блохин исемендәге скверҙа урынлашҡан була[24].
Һәйкәл-самолёт «Ту-104»
  • Һәйкәл-самолёт Ту-104 — установлен в 1979 йылда Пионерҙар һарайы янына урынлаштырыла,  2005 йылда һүтелә[25].

Зайнетдинов, Э. Они раздвинули скалы: памятники, украсившие площади и улицы Ишимбая, - достойный венец тем, кто преодолел путь к богатству недр / Э. Зайнетдинов, Р. Файзрахманов // Республика Башкортостан.- 2012.- 17 мая.- С.2.

Резяпов, Н. В граните и мраморе, в металле и гипсе: 18 апреля – Всемирный день охраны памятников и исторических мест / Н. Резяпов // Восход.- 2011.- 15 апр.- С.2.

Аюпова, Г. Памятник – от слова память: открылся мемориальный памятник нашим землякам- участникам Великой Отечественной войны в школе №4 / Г. Аюпова // Восход.- 2011.- 22 фев.- С.3.

Умитбаев, А. Цветок курая распустится у Торатау : мемориальный комплекс «Ырыузар таши» / А. Умитбаев // Восход.-2010.-16 июля.- С.1.

Резяпов, Н. В новом старом парке – деревянные лошадки: Парк Победы / Н. Резяпов // Восход.- 2010.- 13 мая.- С.2.

Кагиров, Р. Город, который мы потеряли: глава четырнадцатая «Любовь к отечественным гробам» / Р. Кагиров // Подметки +.- 2010.- 28 апр.- С.2.

Благоустройство обелиска «Вечный огонь» в сквере на Гагарина: фото Н. Зиннатова // Восход.- 2010.- 22 апр.- С.1.

  1. Никулочкин Д. В. Памятники города Ишимбая (1 февраль 2014). Дата обращения: 24 март 2015.
  2. Миннигулова Ф. М. Монументальная скульптура Башкортостана в 1950-1970-е гг.: к проблеме регионального своеобразия. — Вестник Башкирского университета. — Уфа, 2009. — Т. 14. — С. 208.
  3. Узиков Ю. А. Памятник первопроходцам (рус.) // БАШвестЪ : газета. — Уфа, 2003. — 5 сентября.
  4. Сорокина В. Творец, гражданин и солдат (рус.) // Бельские просторы : журнал. — Уфа, 2005. — № 6.
  5. 5,0 5,1 Никулочкин Д. В. Зазвучит ли по-новому имя? Ишимбай: Подметки+ (21 октябрь 2015). Дата обращения: 9 ноябрь 2015.(недоступная ссылка)
  6. 6,0 6,1 Узиков Ю. А. «Бабушка» башкирской нефти (рус.) // Бельские просторы : журнал. — 2007. — № 4.
  7. 7,0 7,1 Фотография мемориального комплекса «Вышка-бабушка» в 1986 году(недоступная ссылка)
  8. 8,0 8,1 Вахитова Г. Прогулки по улицам Ишимбая. Ишимбайская централизованная библиотечная система (2011). Дата обращения: 28 февраль 2012. Архивировано 1 август 2013 года.
  9. 9,0 9,1 Паспорт обелиска воинской Славы (doc). Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.
  10. Паспорт мемориального комплекса «Аллея героев» (doc). Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.
  11. Паспорт братской могилы (doc). Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.
  12. Паспорт группового захоронения 2014 йыл 5 декабрь архивланған.
  13. Паспорт памятника погибшим нефтяникам (doc). Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.
  14. Паспорт памятника А. М. Матросову. Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.
  15. Фотография памятника А. М. Матросову в 1986 году(недоступная ссылка)
  16. Никулочкин Д. В. Герои не в моде? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2017. — № 6. — С. 3. — ISSN 2220-8348.
  17. Паспорт памятника Г. Т. Кузнецову 2016 йыл 12 март архивланған.
  18. Паспорт памятника А. Ф. Рябову 2016 йыл 10 март архивланған.
  19. Паспорт памятника С. У. Сайранову(недоступная ссылка)
  20. Паспорт мемориала воинам-интернационалистам (doc). Официальный интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 18 июль архивланған.
  21. 21,0 21,1 Фотография памятника В. И. Ленину в 1986 году(недоступная ссылка)
  22. 22,0 22,1 Никулочкин Д. В. «Наука и жизнь» обрела вторую жизнь // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — № 35. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  23. 23,0 23,1 Фотография скульптурной группы «Наука и жизнь» в 1986 году(недоступная ссылка)
  24. Никулочкин Д. В. Два города, два обелиска // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2014. — № 46. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  25. Фотография памятника-самолёта «Ту-104» в 1986 году(недоступная ссылка)