Эстәлеккә күсергә

Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы
Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы
Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Яңы Муса, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1982
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Ғабдрахман Ғәбит улы Хисмәтуллин (1908, Яңы Муса ауылы, Көйөргәҙе районы, Башҡортостан Республикаһы — 1982, Өфө ҡалаһы) — 1948—1951 йылдарҙа Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, гвардия майоры[1]. Политрук.

1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы 1908 йылда тыуған. Ата-әсәһе үлгәс, 1922 йылдан башлап, туғандарында йәшәй. 1932 йылда Ырымбурҙа Башпедтехникум тамамлай. Ҡыуандыҡ крәҫтиән йәштәре мәктәбендә (ШКМ), Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе тулы булмаған мәктәбендә — директор, район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй.

1935—1940 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетында) уҡый. Матди ауырлыҡтар сәбәпле, өҙөклөктәр менән уҡырға тура килә. Был йылдарҙа Мораҡ тулы булмаған урта мәктәбендә завуч, Бүздәк станцияһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1940 йылда институтты тамамлағандан һуң, Ишембай ҡалаһының 3-сө мәктәбенә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) уҡытырға ебәрелә. 1942 йылдың ғинуар айында 3-сө мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Март айында ул фронтҡа китә. Уның урынына Туҡтамышев Мөхәммәт Фәхретдин (Фахри)улы тәғәйенләнә[2].

1946 йылда армиянан демобилизациялана һәм кире Ишембайға ҡайта.

1946—1958 йылдарҙа — нефть промыслаларында партия эшендә була.

1948—1951 йылдарҙа — Ишембай халыҡ депутаттарының ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1949 йылда Ғабдрахман Ғәбит улы тәҡдиме буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ишембай ҡалаһы госпиталдәрендә вафат булған совет һалдаттарына һәйкәл ҡуйыла («Туғандар ҡәбере» 79-сы кварталда Чкалов урамында урынлашҡан)[3].

1958 йылда ул кире 3-сө мәктәпкә директор булып ҡайта.

Уның етәксе булған осорҙа ҡала мәктәбе 2-се интернат-мәктәп итеп үҙгәртелә, интернаттың өс ҡатлы бинаһы, спортзал, мәктәптең 3 этажлы яңы бинаһы төҙөлә (1964), кабинеттар йыһазландырыла. Уҡытыусылар өсөн Ғабдрахман Ғәбит улы — ҙур абруй яулаған етәксе, уҡыусылар өсөн хәстәрлекле педагог була. Ул директор булған осорҙа мәктәптә балалар менән индивидуаль эш көслө ҡуйыла, етәксе педагогтарҙың һәр бала менән эш планын булдырыуын талап итә. Ауыл мәктәптәренән килгән, күбеһенсә етем ҡалған, йәки күп балалы ғаиләләрҙән килгән балалар мәктәпте тамамлағас, үҙ урындарын тапһын өсөн, уларҙың киләсәген ҡайғырта, уҡыу йорттары менән бәйләнештә йәшәй. Тәрбиәселәрҙән һәр баланың һәләтен асыуҙы, балаларҙы үҙидараға йәлеп итеп, эшкә өйрәтеүҙе, үҙ аллы тормошҡа ентекле әҙерләүҙе талап итә. Мәктәптә спорт, музыка, бейеү түңәрәктәре эшләй, мәктәптең уҡыусы балаларҙан торған оркестры бөтә сараларҙы биҙәй. Ошо осорҙа мәктәпте тамамлаған күп кластар тотошлайы менән тиерлек юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Улар араһында хәҙер республика күләмендә билдәле шәхестәр ҙә бар (Вельмир Аҙнаев, Наил Ҡотлогилдин, Асия Смаҡова һ.б.) Бында һис шикһеҙ, Ғабдрахман Ғәбит улының роле бик ҙур. Шуға күрә Хисмәтуллиндың элекке уҡыусылары уны ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.

1969 йылда пенсияға сыға. Мәктәп директоры итеп Ҡәйепов Ғәниулла Шәрифулла улы билдәләнә.

Һуңынан Өфө ҡалаһында йәшәй. 1982 йылда Өфө ҡалаһында вафат була[4].

  • «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены (13.03.1945[1]),
  • «Ҡыҙыл байраҡ» (26.09.1944[2]),
  • II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордены (24 октября 1943[3]);
  • «Хәрби хеҙмәттәр өсөн» миҙалы(23.03.1943[4]),
  • «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы([5]),
  • «Германияны еңгән өсөн»[6], 5 юбилей миҙалы.
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы.
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
  • БАССР-ҙың персональ пенсионеры.