Соломон диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соломон диңгеҙе
Майҙаны755 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек9103 м
Уртаса тәрәнлек2652 м
 Соломон диңгеҙе Викимилектә

Соломон диңгеҙе (ингл. Solomon Sea) — Тымыҡ океан диңгеҙе.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соломон архипелагы, Яңы Британия һәм Яңы Гвинея утрауҙары араһында урынлашҡан. Майҙаны 755 мең км², уртаса тәрәнлеге 2652 м. Өҫкө ҡатламдағы уртаса йыллыҡ һыу температураһы +27 °С-тан юғарыраҡ, тоҙлолоғо — 34,5 ‰. Йыл эсендә 220 көн болотло һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеге ваҡытында ямғырҙар осоро була. Диңгеҙ төбөндә ике ҙур котловина урынлашҡан, максималь тәрәнлеге — 9103 м. Һыу аҫтында янар вулкандар бар. Көньяҡта бихисап мәрйен рифтары бар.

Төп порт — Хониара (Гуадалканал утрауында; Соломон Утрауҙарының баш ҡалаһы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]