Эстәлеккә күсергә

Солонин Василий Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солонин Василий Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 декабрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Урғаҙа, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Солонин Василий Степанович (25 декабрь 1914 йыл — 4 декабрь 1980 йыл) — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр совхозы баш инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Василий Степанович Солонин 25 декабрендә тыуған 1914 йылдың 25 декабрендә хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Яңы Покровка районы Яңы Михайловка ауылында тыуған.

Белеме — урта махсус, 1956 йылда Троицк ауыл хужалығы техникумын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1931 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр совхозында тракторсы өйрәнсеге булып башлай. 1932 йылдан алып ошо хужалыҡта тракторсы-комбайнсы, комбайнсы булып хеҙмәт итә. Механизатор һөнәрен үҙләштереп, республикала тәүгеләрҙән булып техниканы юғары етештереүсәнлекле ҡулланыу өсөн социалистик ярышы инициаторы булып сығыш яһай.

1944 йылда игенселек совхозында тракторсы-комбайнсы булып эшләп, В. С. Солонин ашлыҡ һуғып алыу буйынса иң юғары күрһәткестәргә ирешә — дәүләткә 17 мең центнер ашлыҡ тапшыра, шул уҡ ваҡытта 1680 килограмм яғыулыҡ-майлау материалдарын һаҡлап ҡала. Ҡоролоҡло 1946 йылда 1668 гектар майҙандан 13 337 гектар центнер иген һуғып ала, 2700 килограмм яғыулыҡ-майлау материалдарын һаҡлап алып ҡала, 1947 йылда бер-беренә тоташтырылған ике «Сталинец» комбайндарында 1400 гектар майҙандан 15 мең центнерҙан ашыу икмәк һуғып ала. В. С. Солониндың звеноһы артабанғы йылдарҙа ла беркетелгән майҙандарҙың айырым участкаларында иген уңышын 28-30 центнер процентҡа тиклем еткерә.

26 гектарлыҡ майҙандағы һәр гектарҙан 33, 8 центнер бойҙай алғаны өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың апрелендә указы менән В. С. Солонинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1949 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау институты янындағы курстарҙа белем ала, уҡыуҙы тамамлағандан һуң Йылайыр совхозында механик, оҫтаханалар мөдире булып эшләй. 1956 йылда Өфө районының Шемяк совхозына баш инженер итеп ебәрелә. 1957—1972 йылдарҙа Баймаҡ районының Йылайыр совхозында баш инженер булып эшләй.

Икенсе саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты була(1947—1951).

Солонин Василий Степанович 1980 йылдың 4 декабрендә вафат була.

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.