Эстәлеккә күсергә

Солтанов Фәйзулла Вәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйзулла Вәли улы Солтанов
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе
1967 — 1990
Алдан килеүсе: Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә
 
Тыуған: 15 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Байдәүләт ауылы
Үлгән: 24 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (70 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы
Ерләнгән: Өфө мосолман зыяраты
Партия: КПСС
Белеме: К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
 
Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Фәйзулла Вәли улы Солтанов (15 октябрь 1922 йыл — 24 ноябрь 1992 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7-11 саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.

Солтанов Фәйзулла Вәли улы 1922 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының) Байдәүләт ауылында тыуған.

Стәрлетамаҡ педагогия техникумында белем алғандан һуң, 19391941 һәм 19431946 йылдарҙа Ейәнсура районының ауыл мәктәптәрендә уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

19461958 йылдарҙа партия һәм комсомол эшмәкәрлеге менән мәшғүл була. 1956 йылда — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия инситутын, ә 1962 йылда КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

1962 йылдан алып Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһын атҡара. 1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булып эшләй.

19671990 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын үтәй.

1992 йылдың 24 ноябрендә Өфөлә вафат була, Мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (06.04.1985)[1], Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1982), «Почёт билдәһе» (1966) ордендары менән бүләкләнә.