Эстәлеккә күсергә

Сотников Иван Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иван Владимирович Сотников
Тыуған көнө:

12 февраль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Тула өлкәһе Чернь районы Скуратово станцияһы

Вафат булған көнө:

21 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик, тәржемәсе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Наградалары:
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1944 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1944 III дәрәжә Кутузов ордены Орден Богдана Хмельницкого III степени  — 1945
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1944 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1944 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы

Сотников Иван Владимирович (12 февраль 1908 йыл — 21 февраль 1988 йыл) — Башҡортостанда йәшәп ижад иткән рус совет яҙыусыһы, тәржемәсе. 1943 йылдан — КПСС, 1957 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник.

Иван Владимирович Сотников 1908 йылдың 12 февралендә Тула өлкәһе Чернь районы Скуратово ауылында тыуа[1]. Атаһы — тимер юл эшсеһе.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Иван Владимирович ремонт эшсеһе, ауыл Советы секретары, уҡытыусы булып эшләй. 1928—1931 йылдарҙа Алексинда халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булы, 1937 йылға тиклем «Знамя Ильича» гәзите редакцияһында, 1937—1941 йылдарҙа урта мәктәп директоры булып эшләй.

1930 йылда — ситтән тороп Дәүләт художество фәндәре академияһының әҙәбиәт факультетын, 1934 йылда Мәскәү сит телдәр институтының ситтән тороп уҡыу курсын тамамлай. Һуғыш алдынан 2 йыл Мәскәү педагогия институтының аспирантураһында уҡый.

1941 йылдан Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. Мәскәүҙе һаҡлауҙа, Украина, Молдавия, Румыния, Венгрия, Польша, Германия һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ике мәртәбә яралана.

1960 йылда И. В. Сотников «полковник» званиеһында запасҡа сыға һәм әҙәби эшмәкәрлеккә күсә.

1933 йылдан уҡ гәзит-журнал биттәрендә очерктар баҫтыра, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист булараҡ сығыш яһай. 1952—1960 йылдарҙа «Литературная Башкирия» альманахының яуаплы секретары була. 1960 йылдан 1968 йылға Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары секцияһы етәксеһе була. 70-се йылдарҙа "Литературная газета"ла уның ижады тураһында тәнҡит мәҡәләһе баҫыла. Был мәҡәлә һөҙөмтәһендә Иван Владимирович Яҙыусылар союзындағы эшен ташлай һәм баҫылыуҙан бөтөнләй тиерлек туҡтай.

Эшсе синыфы тураһында үҙенең китаптары өсөн материалдар йыйып, Иван Владимирович Өфө заводында инженер булып эшләй, Яҙыусылар союзы һәм «Белем» йәмғиәте исеменән политинформациялар һәм лекциялар менән сығыш яһай. Ҡайһы берҙә уға производство заданиелары ҡушалар, уларҙы еренә еткереп башҡара.[2]

1960—1988 йылдарҙа Өфөлә йәшәй, 1988 йылда вафат була.

Ҡатыны — Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаева[3] (1928—2014) — тәржемәсе, актриса, театр белгесе;

  • ҡыҙы Гөлназ[4] (1967) — «Вертэкс» акционерҙар йәмғиәте холдингы президенты.
  • И. В. Сотников «Свет всему свету». Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980.
  • Книга-репортаж «В атаку» (1933).
  • Книги о войне: «Корсунское побоище», «Оружие чести», «Сильнее огня», «Днепр могучий» и другие.
  • Дилогия «Днепр могучий», трилогия «Свет всему свету».
  • Книга «Немеркнущее пламя» — издана на румынском языке в Бухаресте.
  • Повесть «Мальчишки из Сайгона».
  • Очерки «В кипении будней», «Люблю тебя, жизнь».
  • Романы «Время не останавливается», «На бой бессмертный», «Дунай в огне».
  • Книги «Чудо-камень», «Завод мой — гордость моя», «Наша с тобой биография» (в соавторстве с М. Воловиком).
  • Переводы с башкирского: повести «Странный человек» З. Биишевой, «Родник» С. Кулибая, роман «Майский дождь» А. Валеева.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (13.09.1944[5]; 26.11.1944[6])
  • Өсөнсө дәрәжә Кутузов ордены
  • 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (1945)[7]
  • Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1944[8]; 06.04.1985[9])
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.02.1944)[10]
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24.03.1944[11]; ?)
  • «Мәскәү оборонаһы өсөн» миҙалы
  • «Будапештты алған өсөн» миҙалы
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
  • Польша һәм Чехословакия миҙалдары
  1. Ныне Чернский район, Тульская область
  2. Борис РОМАНОВ
  3. Аралбаева Амина Кашфиевна
  4. http://img-fotki.yandex.ru/get/9831/36256508.35/0_7b7d5_5bee2a94_orig
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1394, л. 2, 28, 29)ЦАМО
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 412, л. 1, 20, 21)ЦАМО, л. 1, 20, 21
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 18481, л. 6, 7)ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 18481, л. 6, 7
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5213, л. 2, 49, 50)ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5213, л. 2, 49, 50)
  9. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4746, л. 4, 67, 68)ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4746, л. 4, 67, 68)
  11. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 276, л. 4, 77, 78)ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 276, л. 4, 77, 78)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)