Эстәлеккә күсергә

Козловский Станислав Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Козловский Станислав Александрович
рус. Станислав Александрович Козловский
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө википедист, психолог, университет уҡытыусыһы, викимедиасы, учёный в области наук о мозге, игрок в интеллектуальные игры
Эшмәкәрлек төрө психология, психофизиология[d] һәм Викимедиа хәрәкәте
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Институт психологии РАН[d]
Курчатов институты
Викимедиа РУ[d]
Биләгән вазифаһы доцент[d] һәм исполнительный директор[d]
Уҡыу йорто Факультет психологии МГУ[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Соколов, Евгений Николаевич[d]
Кемдә уҡыған Соколов, Евгений Николаевич[d] һәм Величковский, Борис Митрофанович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]
Спорт төрө Что? Где? Когда?[d]
Баҫма эштең авторҙашы Википедия. Вводный курс[d], Открытая библиотека. Рекомендации для библиотек по использованию открытых лицензий и публикации произведений в режиме открытого доступа[d] һәм Введение в Википедию: учебно-методическое пособие[d]
Ойошма ағзаһы Викимедиа РУ[d]
Рәсми сайт istina.msu.ru/profile/Ct…
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Stanislav Kozlovsky
 Козловский Станислав Александрович Викимилектә

Козловский Станислав Александрович (8 декабрь 1976 йыл) — Рәсәйҙең ғалим-психологы, хәтерҙең һәм ҡабул итеүҙең когнитив нейрофәне өлкәһендәге белгес[1]. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты, доцент.

Фәнни һәм белем биреү эшмәкәрлегенән тыш, Рунетты үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә. Рус Википедияһының әүҙем ирекмән-мөхәррире һәм энциклопедик белем таратыуға булышлыҡ итеүсе «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығының башҡарма директоры. Фәнде популярлаштырыусы.

Станислав Александрович Козловский 1976 йылдың 8 декабрендә Мәскәүҙә тыуа.

1995 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультетына уҡырға инә, уны 2000 йылда уңышлы тамамлап, шул уҡ йылда уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. 2014 йылдан — психофизиология кафедраһы доценты.

2003 йылда СССР-ҙың Психофизиология академияһы академигы, РАО академигы, профессор Е. Н. Соколов етәкселегендә М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психофизиология кафедраһы буйынса аспирантура тамамлай. «Эш хәтерендә күреү образдары һаҡланыуҙың психофизиологик механизмдары»[2] темаһы буйынса диссертация яҡлай.

20052008 йылдарҙа — психофизиология ижад лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Психология институты психофизиология ижады лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр.

20092013 йылдарҙа — «Курчатов институты» Рәсәй ғилми үҙәге Когнитив тикшеренеүҙәр институтының «Нейрокогнитив тикшеренеү ысулдары» бүлеге начальнигы. Институтбашҡа структура бүлексәләре менән бер рәттән "НБИКС-технологияларҙың Курчатов комплексы"на ингәс, 20102011 йылдарҙа нейробиологик йоғонто лабораторияһы мөдире урынбаҫары вазифаһын биләй, ә 20112012 йылда биоидара лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

2002 йылда Хельсинки университетында стажировка үтә, 2007 йылда — Падуа университетында, Италия ауксологик институтында һәм Изге Йөрәк Католик университетында, 2010 йылда — Дрезденский техник университетында.

Ҡайһы бер ғилми ойошмаларҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы — Рәсәй Фәндәр академияһының И. П. Павлов исемендәге Физиология йәмғиәтенең (2007), Кеше мейеһен карталаштырыу ойошмаһының (ингл. Mapping Organization for Brain Human, OHBM, 2006), Хисаплау техникаһы Ассоциацияһының, БМО ҡарамағындағы Психофизиология халыҡ-ара ойошмаһының (ингл. International Organization of Psychophysiology), халыҡ-ара нейропсихологик йәмғиәте (ингл. International Neuropsychological Society, INS; 2015).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белем биреү эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү дәүләт университетының психология факультетында 2-3 курс студенттары өсөн «Сенсорлы системалар физиологияһы», «Юғары нервы эшмәкәрлеге физиологияһы», «Психофизиология» курсынан лекциялар, шулай уҡ «психофизиолог» специальносы буйынса студенттар һәм магистранттар өсөн «Хәтер механизмдары» һәм «Психофизиологияла томография ысулдары» махсус курстарын уҡый. Физика факультетында специальностары нанотехнологиялар менән бәйле 5-се курс студенттары өсөн «Когнитив фәндәр нигеҙҙәре» махсус курсының «Когнитив нейрофән» бүлегенән уҡыта.

А. А. Кисельников менән берлектә 2012 йылдан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультетында «Фундаменталь когнитив нейрофән» дисциплина-ара фәнни семинарҙың ғилми етәксеһе булып тора, 2015 йылдан — түбән курс студенттары өсөн Психофизиолог мәктәбенең ғилми етәксеһе.

Эксперт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2006 — Ватан фәненә ярҙам итеү фонды һәм Рәсәй Фәндәр академияһы берлектә үткәргән үткәргән «Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы фән кандидаттары һәм докторҙары» программаһы лауреаты («Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы фән кандидаттары һәм докторҙары» номинацияһында).
  • 2008 — «Информатика, иҫәпләү техникаһы һәм идара итеү» йүнәлеше буйынса А. В. Вартанов менән берлектә томография һүрәттәрен эшкәртеүҙең яңы ысулын барлыҡҡа килтереү өсөн И. В. Курчатов исемендәге премия.
  • 2009 — Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы менән М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты үткәргән «Фән — йәмғиәткә» Бөтә Рәсәй фәнни-популяр мәҡәләләр, документаль фильмдар конкурсында беренсе урын («Иң яҡшы фәнни-популяр мәҡәләләр» номинацияһында).
  • 2016 — Мәскәү университетын үҫтереү программаһы бурыстарын хәл итергә ярҙам иткән конкурстың беренсе премияһы («Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштар» номинацияһында).
  • Sozinova E. V., Kozlovskiy S. A., Vartanov A. V., Skvortsova V. B., Pirogov Y. A., Anisimov N. V., Kupriyanov D. A. The role of hippocampus parts in verbal memory and activation processes // International Journal of Psychophysiology. 2008. Т. 69. № 3. С. 312.
  • Kozlovskiy S. A., Pyasik M. M., Vartanov A. V., Nikonova E. Yu. Verbal working memory: magnetic resonance morphometric analysis and a psychophysiological model // Psychology in Russia: State of the Art. 2013. Т. 6. № 3. С. 19-30.
  • Kozlovskiy S., Vartanov A., Pyasik M., Nikonova E., Boris V. Anatomical Characteristics of Cingulate Cortex and Neuropsychological Memory Tests Performance // Procedia — Social and Behavioral Sciences. 2013. Т. 86. С. 128.
  • Kiselnikov A. A., Sergeev A. A., Dolgorukova A. P., Vartanov A. V., Glozman J. M., Kozlovskiy S. A., Pyasik M. M. Psychophysiological mechanisms of color-emotional semantic // International Journal of Psychophysiology. 2014. Т. 94. № 2. С. 241.
  1. Козловский Станислав Александрович 2017 йыл 9 декабрь архивланған. // Официальный сайт Факультета психологии МГУ имени М. В. Ломоносова
  2. Козловский С. А., Психофизиологические механизмы сохранения зрительных образов в рабочей памяти: автореф. дис. на соиск. учен. степ. канд. психол. наук : спец. 19.00.02 / Козловский Станислав Александрович; [МГУ им. М. В. Ломоносова]. — М., 2004. — 24 с.