Стефания Вильчинская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Стефания Вильчинская
пол. Stefania Wilczyńska
Stefania Wilczyńska 1927.jpg
1927
Эшмәкәрлек төрө:

педагог, йәмәғәт эшмәкәре

Тыуған көнө:

26 май 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Варшава

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Польша Польша

Вафат булған көнө:

6 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (56 йәш)

Вафат булған урыны:

Германия, Треблинка

Атаһы:

Юлиан (Исаак) Вильчинский (пол. Izaak Wilczyński)

Әсәһе:

Саломея Вальфиш (пол. Salomea Walfisz)

Награда һәм премиялары:
Стефания Вильчинская Викиһаҡлағыста

Стефа́ния Вильчи́нская (пол. Stefania Wilczyńska; 26 май 1886 йыл6 август 1942 йыл) — тәрбиәсе һәм педагог, Януш Корчактың коллегаһы һәм фекерҙәше, уның һәм етемдәр йортонан балалар менән бергә газ камераһында һәләк була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стефания Вильчинская 1886 йылдың 26 майында Рәсәй империяһының Варшава ҡалаһында йәһүд сығышлы поляк ғаиләһендә тыуған. Атаһы — буҫтау сәнәғәтсеһе Юлиан (Исаак) Вильчинский (пол. Izaak Wilczyński; ?—1911); әсәһе — Саломея Вальфиш (пол. Salomea Walfisz; ?—1929). Варшавала Ядвига Сикорскаяның (пол. Jadwiga Sikorska) шәхси мәктәбендә уҡый, артабан Бельгияла Льеж университетының тәбиғи фәндәр факультетын тамамлай. 1906 йылда Швейцарияла Женева университетында тәбиғи фәндәр өйрәнә[1][2][3].

Варшаваға ҡайтҡас, йәһүд етемдәре өсөн приютта ирекмән булып эшләй. Сиркәүҙең емерелеп барған бинаһында урынлашҡан приют ташландыҡ хәлдә булған, Вильчинская уның эшен яйға һала һәм тиҙҙән етәксе вазифаһына тәғәйенләнә. 1909 йылда бында Януш Корчак менән таныша, уның менән хеҙмәттәшлек тәнәфес менән икеһелә Треблинкала һәләк булғанға тиклем дауам итә[1][3].

Варшавала Крохмальная урамы, 92 адресы буйынса урынлашҡан Етемдәр йорто. Яҡынса 1935 йыл
Прохладная урамы, 33 адресы буйынса урынлашҡан дәүләт мәктәбенең бинаһы, бында 1940 йылдың ноябренән 1941 йылдың октябренә тиклем Варшава геттоһының Етемдәр йорто эшләгән. 1929 йыл.

Корчак менән бергә Варшавала (Крохмальная урамы, 92) йәһүд балалары өсөн Етемдәр йортона (1912—1942) нигеҙ һала һәм уның эшен алып бара итә, бында балаларҙа үҙ лайыҡлығы тойғоһон тәрбиәләүсе новаторлы педагогия методикалары ҡулланылған. Етемдәр йорто дәүләт моделе буйынса ойошторолған, уның менән балалар идара иткән — бында уның «конституцияһы» булған, балалар парламенты, иптәштәр суды һәм суд советына ағзалар һайланған[4].

Элекке тәрбиәләнеүселәрҙең иҫтәлектәре буйынса, Етемдәр йорто ойошмаһы швейцар сәғәте механизмының дөрөҫлөгө менән эшләгән[5]. Корчактың биографы Бетти Джин Лифтон буйынса, барлыҡ тиерлек етемдәр өсөн Стефания «йөрәк, мейе, тәрбиәсе, әсә» булған[6]. Балалар уны «пани Стефа» тип йөрөткән[7].

Януш Корчак Беренсе донъя һуғышы осоронда һәм уның Фәләстингә 1934 һәм 1936 йылдарҙағы сәйәхәте ваҡытында булмағанда Стефания Вильчинская Етемдәр йорто менән етәкселек иткән. Яҡын Көнсығышҡа күсеү тураһында уйлап, 1935 йылда Вильчинская шулай уҡ Фәләстингә барған, Эйн-Хародта йәшәгән, әммә Икенсе донъя һуғышы алдынан Польшаға ҡайтҡан[5][3][8].

Немец оккупацияһы башланғас, 1940 йылда Етемдәр йорто Варшава геттоһына Прохладная урамы 33-сө йортҡа, ә артабан Сенная һәм Скольская урамдары киҫелешендәге 16/9 йортҡа күсерелгән. Вильчинскаяның дуҫтары уға Польшанан ҡасырға тәғдим иткән, әммә ул бынан баш тарта һәм Корчак һәм балалар менән ҡалған[5][3].

1942 йылдың йәйендә Етемдәр йортон үлем лагерена депортациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. 6 августың иртәһендә « Alle Juden raus!» тигән команда яңғырай. Хеҙмәткәрҙәр приюттан китә алған, әммә улар аҙаҡҡа тиклем балалар менән ҡалырға ҡарар итә[К 1]. Балалар дүртәрләп колоннаға теҙелә һәм тәрбиәселәр оҙатыуында һәм фашист һаҡсылары ҡамауында Умшлагплацҡа табан атлай, унан тауар вагондарында Треблинкаға ебәрелә. Тәүге отрядты — Януш Корчак, икенсе отрядты [К 2] Стефания Вильчинская алып барған[5][10][4].

Был ваҡиғаларҙы күргән Варшавала йәһүд общинаһының сәркәтибе Наум Ремба иҫтәлектәре буйынса, нацистар тарафынан поездарға ҡыуылған ҡысҡырышҡан кешеләрҙән айырмалы рәүештә, приют балалары «тыныс лайыҡлыҡ» менән атлаған:

Был тауар вагондарына тейәүгә түгел, ә үлтереүселәр режимина ҡаршы һүҙһеҙ протестҡа оҡшаны… Әле бындай процессияны кеше күҙе күргәне юҡ ине.

Лифтон, 2004, гл. 37: Последний марш…

Хәтер һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иерусалим янындағы Ел тауында Януш Корчак һәм Стефания Вильчинская мемориалы
Варшавала Йәһүд зыяратында Стефания Вильчинскаяның символик ҡәбере

Стефания Вильчинскаяның символик ҡәбере уның ата-әсәһе ерләнгән урында Варшаваның Йәһүд зыяратында (64-се участок, 1-се рәт) урынлашҡан[11]. Иерусалим янындағы Ел тауында Януш Корчак һәм Стефания Вильчинская мемориалы ҡуйылған.

1947 йылда Стефания Вильчинская үлгәндән һуң Польшаның көмөш Хеҙмәттәр тәреһе менән бүләкләнә[12].

2004 йылда Варшавала Стефания Вильчинскаяның «Балаларға һәм педагогтарға һүҙ» китабы баҫылып сыға[13].

2013 йылдың майында Польша йәмәғәт эшмәкәрҙәренең төркөмө Варшавала Польша йәһүдтәре тарихы музейы янындағы аллеяға Стефания Вильчинскаяның исемен биреү тураһында мөрәжәғәт менән сығыш яһай[14].

2015 йылда Польшала Стефания Вильчинскаяның тормшона арналған бер нисә китап нәшер ителә[15][16][17].

Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Согласно сделанной гитлеровцами перекличке, в приюте на тот момент находились 192 ребёнка и 10 сотрудников[9].
  2. С детьми 9—12 лет[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Veerman, 1990, p. 8
  2. Лифтон Б.-Дж. Гл. 8: Решение // Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина — М.: Текст, 2004. — 400 б. — ISBN 5-7516-0479-2.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ковалевич П. Корчак и его дети. Jewish.ru (2011-08-08). — Глобальный еврейский on-line центр. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 ғинуар 2016. 6 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Чабан М. Януш Корчак, старый доктор (Эрш Хенрик Гольдшмит) // Еврейская старина : альманах. — 2014. — № 2 (81).
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Veerman, 1990, p. 15
  6. Лифтон Б.-Дж. Гл. 18: Пани Стефа // Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина — М.: Текст, 2004. — 400 б. — ISBN 5-7516-0479-2.
  7. Лифтон, гл. 18: Пани Стефа, 2004: «Как-то утром в 1928 году, когда Стефе шёл сорок второй год, она поднялась с постели, совершила свой туалет, надела чёрное платье с белым воротничком и манжетами, спустилась к доске объявлений и повесила записку: «С этого дня меня следует называть „пани Стефа“. Неприлично, чтобы женщину с таким числом детей, как у меня, называли „панна“»»
  8. Макеев С. Моськи, Юзьки и Януш Корчак // Совершенно секретно. — М., 2006. — В. 1 мая. — № 5 (204).
  9. 9,0 9,1 Лифтон, гл. 37: Последний марш…, 2004
  10. Лифтон Б.-Дж. Гл. 37: Последний марш. Шестое августа 1942 // Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина — М.: Текст, 2004. — 400 б. — ISBN 5-7516-0479-2.
  11. Wyniki wyszukiwania  (пол.). — Symboliczny grób Stefanii Wilczyńskiej w bazie danych Cmentarza Żydowskiego przy ul. Okopowej w Warszawie. 6 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  12. M.P. 1947 nr 103 poz. 685  (пол.). ISAP. Kancelaria Sejmu RP. — Postanowienie o odznaczeniu z dnia 20 czerwca 1947 r. za wybitne zasługi na polu opieki nad dzieckiem. 6 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  13. Wilczyńska St. Słowo do dzieci i wychowawców = Слово детям и педагогам / Stefania Wilczyńska ; wybór i oprac. B. Puszkin, M. Ciesielska — Warszawa: Ośrodek Dokumentacji i Badań Korczakianum; Muzeum Historyczne m.st. Warszawy, 2004. — 262 p. — (Z Kręgu Korczaka. Tematy, Ludzie, Dokumenty). — ISBN 9788388477157.
  14. Czy Warszawa uhonoruje Stefanię Wilczyńską?  (пол.). Izrael.org.il (2013-05). 9 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  15. Kicińska, 2015
  16. Einat, 2015
  17. Бурек Я. Вышла в свет книга о Стефании Вильчинской. Виртуальный Штетл (2015-03-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 март 2016. 9 ғинуар 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сит ил телдәрендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптар
  • Merżan I. Pan Doktór i pani Stefa: wspomnienia — Warszawa: Wydawnictwa Szkolne i Pedagogiczne, 1979. (пол.)
  • Merżan I. Aby nie uległa zapomnieniu: Rzecz o Domu Sierot, Krochmalna 92 / Ida Merżan — Warszawa: Nasza Księgarnia, 1987. — 137 p. (пол.)
  • Kicińska M. Pani Stefa / Magdalena Kicińska — Warszawa: Wyd.Czarne, 2015. — 272 p. — ISBN 978-83-8049-087-1. (пол.)
  • Einat A. Kochana Stefo / Amela Einat — Warszawa: Nowy Swiat; Glilit Books, 2015. (пол.)
Мәҡәләләр

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]