Стрелков Виктор Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стрелков Виктор Александрович
Тыуған көнө:

4.09.1925

Тыуған урыны:

Сталинград ҡалаһы

Вафат булған көнө:

27.04.1996

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Виктор Александрович Стрелков (4 сентябрь, 1925 йыл, Сталинград — 27 апрель, 1996 йыл, Дондағы Ростов) — совет шағиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1967 йыл), Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1991 йыл).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктор Александрович 1942 йылдың авгусында фронтҡа китә. Волгала, 1-се Белорус һәм 4-се Украин фронттарында һуғыша.

1945—1948 йылдарҙа В. Стрелков Мәскәү һәм Ҡазан ҡалаларының төҙөлөш ойошмаларында десятник һәм прораб булып эшләй. 1948—1955 йылдарҙа — Колымала, Ангарскиҙа, Черногорскиҙа төҙөлөштәрҙә, Тайшет — Лена тимер юлын төҙөүҙә эшләй. 1955 йылда Воркута шахтаһында ер ҡаҙыусы (проходчик) була.

1957 йылда Дондағы Ростовҡа күсеп килә, педагогия институтында уҡый һәм бер үк ваҡытта башта Йәшел төҙөлөш тресында десятник, артабан өлкә мәҙәниәт идаралығында методист булып эшләй.

В. А. Стрелков 1996 йылдың 27 апрелендә вафат була. Ул Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктор Александрович Стрелков 1945 йылда шиғырҙар яҙа башлай, 1963 йылда уның беренсе китабы — «Сердце в пути» баҫыла. «Баллада о человеке» (1965) китабына уның Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы байтаҡ шиғырҙары инә.

Виктор Стрелков һуғыш темаһы менән генә сикләнеп ҡалмай, ул совет кешеләренең тормошо тураһында ла яҙа, сөнки уның тиҫтерҙәре, замандаштары һуғыштан һуңғы төҙөлөш эштәренең иң алғы һыҙығында була. Уларҙың ҡайһы берҙәре һуғышта емерелгән халыҡ хужалығын яңынан тергеҙә, икенселәре тайгала яңы рельстар һала, өсөнсөләре, геолог булып, файҙалы ҡаҙылмалар таба.

В. Стрелковтың «Стихи» (1967), «На разных широтах» (1968), «Долг» (1970), «На безымянной высоте» (1973), «Первый иней» (1975), «Фарватер памяти» (1976), «Импульсы» (1980), «Дом друзей» (1984) китаптары баҫылып сыға. Ул йыйынтыҡтарҙың иң күбе Дондағы Ростовта, ҡайһы берҙәре — Элистала сыға. Виктор Александрович ҡалмыҡ шағирҙары Аксен Сусеев, Хасыр Сян-Белгин, Давид Кугультиновтарҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә. Ул шулай уҡ Төньяҡ Кавказ, бүрәт шағирҙарының әҫәрҙәрен дә тәржемә итеп баҫтыра. В. Стрелков тарафынан Болгария шағирҙарының да әҫәрҙәре рус теленә тәржемәләнә. Уның утыҙҙан артыҡ тәржемәләр китабы бар.

Әҙәби әҫәрҙәрендә эшсе һәм ауыл хужалығы эшмәкәре образдарын тыуҙырғаны өсөн В. А. Стрелков байтаҡ премияларға лайыҡ була. Шуларҙың береһе — «Атоммаш» заводынан шиғри репортаждары һәм баҫыуҙағы уңышты янғындан һаҡлауға ғүмерен биреп, ҡаһарманлыҡ күрһәткән капитан Кузнецов тураһындағы «Кузнецовское поле», поэмаһы өсөн премия.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Башҡа миҙалдар
  • Ҡалмыҡ АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре исеме

В. А. Стрелков әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым баҫмалары

  • Сердце в пути.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1963.
  • Баллада о человеке.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1965.
  • Стихи.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1967.
  • Долг: Стихи и поэма. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 1970.
  • На безымянной высоте.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1973.
  • Первый иней: Стихи и переводы.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1975.
  • Фарватер памяти: Стихи и поэмы. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 1976.
  • Импульсы.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1980.
  • Зов горизонта. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 1981.
  • Кузнецовское поле: Публицист. поэма.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1982.
  • Дом друзей: Стихи, поэмы, переводы. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 1984.
  • Чистый след листопада: Стихи и поэмы.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1985.

В. А. Стрелковтың тормошо һәм ижады тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Леонов П. А., Панькин И. В., Белоусов И. Е. Область на островах. — М.: Мысль, 1974, с.190.
  • Савин О. Пенза литературная. — Саратов: Приволж.: кн. изд-во, 1977, с.219.
  • Скребов Н. Путь беспокойного сердца// Дон, 1983, № 5. — С.159-163.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]