Сударчикова Любовь Кузьминична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сударчикова Любовь Кузьминична
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 18 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған көнө 13 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (59 йәш) или 1 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Санкт-Петербург
Һөнәр төрө цирк артисы

Сударчикова Любовь Кузьминична (18 апрель 1947 — 13 декабрь 2006) — совет һәм рәсәй цирк артисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй дәүләт циркы артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Любовь Кузьминична Сударчикова 1947 йылдың 18 апрелендә тыуған.

Любовь Кузьминична Сударчикова цирк сәхнәһендәге партнеры артист Сударчиков Анатолий Александровичҡа кейәүгә сыға.

Ирле-ҡатынлы Сударчиковтар халыҡ цирк студияһында цирк оҫталығы менән шөғөлләнә. 1969 йылда тәүге тапҡыр профессиональ манежға «Танц-иллюзия» («Эҙләү» коллективында) номеры менән сығалар. Был номер күҙ асып-йомған арала (бик тиҙ генә) алты костюм алмаштырыу иллюзион трансформацияһы булыуы менән ҡыҙыҡлы. Был ваҡытта артистар бер туҡтауһыҙ бейей һәм бер үк ваҡытта костюмдарын алмаштырып өлгөрә, бының менән феериялы тамаша барлыҡҡа килтерә. Бигерәк тә ялтыраҡ ямғыр тамсылары аҫтында партнерҙарҙың тамашасылар күҙе алдында күлдәк һәм фрактарын алмаштырыу трюктары бик эффектлы күренеш булип тора[1].

Сударчиковтар 1995 йылда Монте-Карлолағы «Көмөш клоун» Халыҡ-ара конкурс лауреаты булалар. Донъяның бик күп илдәрендә ҙур уңыш менән гастроль турҙарын үткәрәләр.

Һуңғы йылдарҙа Сударчиковтар Мәскәү ҡалаһының Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы манежында, шулай уҡ Фонтанкалағы Петербург циркында эшләйҙәр.

Любовь Кузьминична Сударчикова 2006 йылдың декабрендә вафат була, ул Санкт-Петербургтың Богословский зыяратында ерләнгән[2].

Любовь Кузьминична Сударчикова цирк артисы Игорь исемле ул тәрбиәләп үҫтергән.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сударчикова Любовь Кузьминична. spb-tombs-walkeru.narod.ru. 31 март 2020 тикшерелгән.
  2. Сударчикова Любовь Кузьминична - биография, фото места захоронения. nekropol-spb.ru. 31 март 2020 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]