Суҡ муйыл (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Суҡ муйыл
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Суҡ муйыл — башҡорт халыҡ йыры.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йырҙың тексы

Ирәндектең Ҡараташы -

Күк бүренең ояһы.

Ҡапҡанымды һалған саҡта

Бүре ашаған бейәмде.

Ҡараташ аҫты суҡ муйыл,

Күтәргеһеҙ күп быйыл.

Ҡоҙасамды алам, тиеп

Атһыҙ ҡалдым мин быйыл.

Борон Бөрйән ырыуы халҡы Басай ауылына (әлеге Баймаҡ районы) нигеҙ һалып күсеп ултырған ваҡытында була был хәл. Бер һунарсы егеттең ҡоҙаса тейеш кешеһенә күҙе төшә. Уны кәләш итеп әйттерергә ниәтләгәс, ҡалым түләү, ҡыҙҙың үҙенә, ата-әсәһенә бүләк биреү өсөн мал-мөлкәт кәрәклеге алдына килә. Уларҙы табыу өсөн егеткә бер генә юл бар, ул да булһа — һунар итеп мал табыу.

Үҙенең өтөк кенә бейәһенә атланып, тәүге ҡар күҙҙәре төшкән бер көндә, кейәү буласаҡ егет Ирәндек тауының Ҡараташ аҫтына һунарға сығып китә. Ошонда үҫкән муйыллыҡ араһында бүре барлығын алдан белгән һунарсы шул ерҙәргә ҡапҡан һалмаҡ була. Һыбай барыу мөмкинлеге булғанса, ҡаяның иң бейек ерҙәренә килеп еткәс, артабан йәйәүләп бүре һуҡмағына төшә был.

Бейәһен йүгәне менән муйыл ағасына нығытып бәйләп китә. Бер нисә урынға бүре ҡапҡандарын һалып, арманһыҙ булып, кире бейәһе эргәһенә төшһә, уныһын бүреләр тамаҡлап киткән! Шул урында ятып ҡалған эйәренә ултырып, йүгәнен сыңғырлатып, бер йырламай күңеле бушамай был егеттең:

Шул ваҡиғанан һуң көйө менән был шаян йыр «Суҡ муйыл» тип аталып йөрөй. Донъя көткәндә, әҙәм балаһы төрлө хәлдәргә тарый: ҡыйынлыҡтарға осрағанда, хәл-ваҡиғаларҙың барыһы ла Аллаһ Тәғәләнән килгән бер һынау ғына икәне белгән кеше, ошо егет кеүек, үҙенең хата-кәмселектәренә, уңышһыҙлығына ситтән шаярыу ҡатыш ҡарай белһә, барыһы ла еңелерәк үтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.- Өфө: 2011. — 400 бит.
  • Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]