Эстәлеккә күсергә

Сычков Никита Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сычков Никита Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Дарьино, Мәләүез районы, СССР
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сычков Никита Павлович (1912 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Сычков Никита Павлович 1912 йылда Башҡортостандың Мәләүез районы Дарьино ауылында тыуа. 1942 йылда Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 5-се гвардия кавалерия дивизияһының Идаралығында ординарец, дивизияның комендант взводында коновод булып хеҙмәт итә[1].

1945 йылдың 25 апрелендә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Батырлығы тураһында тасуирланаған ҡағыҙҙа уның тураһында былай тип яҙыла:

« «Иптәш Сычков комендант взводының коноводы сифатында 1945 йылдың апреленән хеҙмәт итә. Дивизияның һөжүм итеү һуғыштарында 1945 йылдың 15 апреленән 3 майына тиклем Одер йылғаһында немец оборонаһын өҙөү ваҡытында, Берлин ҡалаһын ҡамау һәм Бранденбург ҡалаһын яулау һуғыштарында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Берлин ҡалаһын уратып алыу ваҡытында дивизияның тарҡау частары өсөн дошмандың яңғыҙ һалдаттары күп ҡала, уларҙы юҡ итеүҙә комендант взводы составында Сычков Никита Павлович йыш ҡатнаша. Комендант взводы ауыр шарттарҙа башҡарған марштарға ҡарамаҫтан Сычков үҙенең аттарын теүәл һәм көр һаҡлауға өлгәшә.

1945 йылдың 25 апрелендә Науэн ҡалаһы янында марш ваҡытында дивизия штабы колоннаһы дошман авиацияһының һауа һөжүменә дусар була, иптәш Сычков үҙенең аттарын авиация утынан ышыҡ ергә алып сыға һәм аттарын һаҡлап алып ҡала»[2].

»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 7755.