Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы
Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 2 октябрь 1924 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 29 август 1985 (60 йәш) |
Һөнәр төрө | Элемтәсе ауылы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы (рус. Сайфутдинов Рифкат Гильманович (2 октябрь 1924 йыл ― 29 август 1985 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы 1924 йылдың 2 октябрендә Башҡортостандың Өфө ҡалаһында тыуа. 1942 йылда Өфө ҡалаһының Сталин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында элемтә взводының элемтәсеһе булып хеҙмәт итә[1]. Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы һөжүм итеү һуғыштарында үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. 1943 йылдың 10 ноябренән 11 ноябренә ҡарай төндә күрше полк менән бәйләнеш өҙөлә. Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы төндә ике яугирҙы алып, дошмандар тарафынан ваҡытлыса биләнгән линияла боҙолған урынды төҙәтергә сыға. Сәйфетдинов зыян күргән ундан артыҡмкабелде йүнәтә һәм күрше полк менән бәйләнеште яңырта. Был подразделениелар һәм полктар араһында аралашыуға һәм идара итеүгә мөмкинлек бирә. Батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Сәйфетдинов 1943 йылдың 3 декабрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].
Ветеран 1985 йылдың 29 авгусында вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САЙФУТДИНОВ Рифкат Гильманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Сайфутдинов Рифкат Гильманович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)