Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәлимов Сәбәх Мөхәмәҙей улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 15 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Туғай
Вафат булған көнө 22 декабрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы (15 март 1930 йыл22 декабрь 1997) — Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәбих Мөхәмәҙиә улы Сәлимов 1930 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Туғай ауылында тыуған.

Белеме — тулы булмаған урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Бүздәк районының «Крәҫтиән» колхозында башлай. 1950—1953 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында машинист булып эшләй, 1957 йылдан - машинист, 1958 йылдан — КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы.

Нефть продукттарын эшкәртеү технологияһын үҙләштерә һәм беренсе класлы белгес була. С.М. Сәлимов эшләгән электр менән тоҙҙарҙы айырыу һәм һыуһыҙландырыу ҡоролмалары блогында проект ҡеүәттәрен ике тапҡырға арттыра, нефть әҙерләү юғары сифатта бара. Коллектив барлыҡ техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса туғыҙынсы биш йыллыҡты (1971—1975) ваҡытынан алда үтәп сыға.

Туғыҙынсы биш йыллыҡтың социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылдың 16 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән С. М. Сәлимовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1996 йылда пенсияға китер алдынан КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының ремонтлау һәм техник ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү буйынса операторы, слесары булып эшләй.

Сәлимов Сәбәх Мөхәмәҙиә улы 1997 йылдың 22 декабрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)

Ленин ордены (1975)

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)

— миҙалдар .

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. - Уфа : Китап, 2011. - 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. -576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы. «Герои страны» сайты.