Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы вокал[d]

Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы (15 апрель 1957 йыл) — Рәсәй опера йырсыһы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнәүи Зиҡаф улы Сәлихов 1957 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Исхаҡ ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, ул һигеҙ бала араһында дүртенсе була. Әсәһе Нәфиға Хәйерлевара ҡыҙы. Атаһы Зиҡаф Сәлихов, бейеүсе.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡаҙағстанда, ағаһында йәшәй, заводта эшләй. Армия хеҙмәтенән һуң Нефтекама автозаводының үҙ бушатҡыс машиналар етештереү цехына эшкә инә.

1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса (педагогы профессор Ғәлимуллина Рәйсә Ғәле ҡыҙы) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийы солисы булып эшләй башлай. Артабан бер аҙ Екатеринбург опера һәм балет театрында хеҙмәт һала. 1988 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йырлай.

Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002).

Фәнәүи Зиҡаф улы 1993 йылдан алып Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йыр бүлегендә уҡыта. 2000 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль белем биреү кафедраһы доценты, 2008 йылдан — профессоры.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лыков («Батша кәләше», Н. А. Римский Корсаков; дебют, 1988)
  • Мантуанск герцогы («Риголетто», Дж. Верди)
  • Ленский («Евгений Онегин», П. И. Чайковский)
  • Нәҙир («Ынйы эҙләүселәр», Ж.Бизе)
  • Аҡмырҙа («Шәүрә») һ. б.

Диуана («Ай тотолған төндә»), Хәҙрәт («Аҡмулла»), Ҡаһым түрә («Ҡаһым-түрә») партияларының, С. А. Есенин шиғырҙарына Р. Х. Сәхәүтдинованың «Фарсы мотивтары» вокаль циклының, А. Х. Ғабдрахмановтың бер нисә романстарының тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында Х. Ф. Әхмәтовтың, Н. Ә. Дауытовтың, З. Ғ. Исмәғилевтың, Ш. З. Кульбарисовтың, М. И. Глинканың, С. В. Рахманиновтың, Чайковскийҙың һәм башҡаларҙың яңғыҙ йыр әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары «Азамат», «Буранбай», «Ирәндек», «Ҡаһым түрә», «Һандуғас».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)
  • Татар йырҙарын башҡарыусыларҙың бөтә союз конкурсы (Ҡазан) лауреаты
  • «Яҙғы моңдар» II республика конкурсы (Өфө) лауреаты

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рампа» журналы, № 5 (223), 2012 йыл.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]