Эстәлеккә күсергә

Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Абдулҡасим ауылы, Ҡунаҡбай ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы
Вафат булған көнө 20 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы (рус. Сафиуллин Гизатулла Сафе(и)евич 1907 йыл — 20 февраль 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Абдулҡасим ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының хужалыҡ отделениеһында ездовой булып хеҙмәт итә[1].

Хужалыҡ отделениеһында ездовой булараҡ Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы яралы аттар составы өсөн дивизион ветеринария лазаретына өҙлөкһөҙ фураж ташый. 1942 йылдың 25 ноябрендә дошмандың көслө утына ҡарамаҫтан Краснояровка утарында аттарҙы төркөмдәргә оҫта айырып 35 атты һаҡлап алып ҡала. 1942 йылдың 17 деабрендә подразделениеның 387-се бойороғо менән «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 77а, ящик 4