Эстәлеккә күсергә

Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Яппар-Йәнбәк, Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы (рус. Сахиев Арслан Мирзаг(н)алиевич 1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, һуңынан гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (ике тапҡыр 1944 йылда).

Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы Яппар ауылында тыуа. 1941 йылдың 5 декабрендә Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 62-се гвардия кавалерия полкында 45-мм пушкалар батареяһының орудие командиры булып хеҙмәт итә[1]. Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы яугирҙарҙы һәм командирҙарҙы даими яҡшы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙән тыш, яуаплы участкаларға барып, йыш ҡына үҙе һуғышҡа инә. Мәҫәлән, Владимировка ауылы районында рейдтан сығышлай, немецтар Сәхиев Арыҫлан да ингән яугирҙар төркөмөн уратып алып юҡ итергә маташа. Сәхиев фашистар менән беренсе булып алышҡа инә һәм ете дошман һалдатын юҡ итә. Бының менән башҡа ҡыҙылармеецтарҙы ла алышҡа йәлеп итә. 1943 йылдың 18 июнендә подразделениеның 138/н бойороғо менән ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы полк барлыҡҡа килгәндән алып хәрби хәрәкәттәр осоронда үҙен ныҡлы, энергиялы һәм ҡыйыу яугир, һалдат һәм офицерҙар араһында ялҡынлы агитатор итеп күрһәтә. Һуғыштың киҫкен минуттарында һалдаттар араһында булып, үл үҙенең миҫалында батареяның шәхси составын ҡаһарманлыҡҡа әйҙәй. Үҙенең взводында юғары дисциплина тота, ҡоралланыу һәм аттар составы һәр ваҡыт яҡшы торошта була. Шуға күрә лә взводы һуғыштарҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтә. 1944 йылдың 16 ғинуарынан алып 19 ғинуарына тиклем үҙенең взводы менән бер блиндажды юҡ итә, дошмандың ике һөжүмен кире ҡаға һәм ундан артыҡ һалдат һәм офицерын юҡ итә.

1944 йылдың 29 февралендә подразделениеның 8/н бойороғо менән гвардия өлкән сержанты Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

1944 йылдың 12 апрелендә һуғышта Владимир-Волынсктан 3 километр көнбайыштараҡ тимер һәм шоссе юлын өҙөү буйынса хәрби бурысын үтәүҙә гвардия старшинаһы Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы үҙенең орудиеһы менән командалыҡ итеп һәм расчет менән йәнәшә тороп дошмандың тимер юлы составы паровозының пар ҡаҙанына беренсе атыуҙа уҡ эләгә. Паровоз 76 мм орудие снарядтары тарафынан яндырыла һәм 60 вагоны менән туҡтатыла. Ошо уҡ һуғышта дошмандың флангылы урап үтергә маташыуында Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы дошмандың 25-кә яҡын һалдат һәм офицерын юҡ итә. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы исеменән 1944 йылдың 30 апрелендә подразделениеның 9/н бойороғо менән гвардия старшинаһы Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улының һуғыштан һуңғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 77а, ящик 9