Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Иҫке Муса ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған урыны Иҫке Муса ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы — (рус. Сагитов Нуриахмет Давлетбаевич 1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец ҡылыссы, сержант. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы 1907 йылда Башҡортостан Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Башҡорт АССР-ының Быҙауяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. Сержант, отделение командиры була[2]. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) менән бүләкләнә[3]. Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда ҡаты яралана. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң колхозда эшләй[4].