Сәғиҙуллин Ғабдулла Ғәйфулла улы
Сәғиҙуллин Ғабдулла Ғәйфулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 30 июнь 1938 |
Тыуған урыны | Түбәнге Ләкәнде, Нуғаҙаҡ ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 5 декабрь 1999 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | химик-технолог |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт инженерлыҡ экологияһы университеты[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәғиҙуллин Ғабдулла Ғәйфулла улы (30 июнь 1938 йыл – 5 декабрь 1999 йыл) — химик‑технолог. Шартлау физикаһы өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы (1978), профессор (1980)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдулла Ғәйфулла улы Сәғиҙуллин 1938 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Түбәнге Ләкәнде ауылында тыуа.
1965 йылда Ленинград технология институтын тамамлай. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә «Союзмашпроект» проект институтында эшләй башлай. 1968 йылдан алып (өҙөклөк менән) Мәскәү инженерлыҡ экологияһы университетында (1994 йылдан башлап лаборатория мөдире)[2].
1968 йылдан 1998 йылға тиклем Мәскәү химия машинаһы төҙөү институтында эшләй. 1978 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1980 йылда профессор итеп һайлана[3].
1987 йылда Магистраль үткәргес торбалар төҙөү буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында шартлау технологияһы һәм аппаратура лабораторияһын ойоштороусы һәм етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1994 йылда Шартлау технологиялары үҙәген ойоштора һәм етәкләй.
1998 йылда Өфө ҡалаһына күсә, бында Энергия ресурстарын транспортлау проблемалары институтында шартлау технологиялары бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.
Фәнни тикшеренеүҙәре шартлау энергияһы менән технологик маҡсаттарҙа идара итеүгә арналған. Сәғиҙуллин етәкселегендә төрлө материалдарҙы ҡырҡыу өсөн ярсыҡһыҙ зарядтар, шартлау техникаһы өлгөләре һәм “Эдилин” инициирлау системаһы, өр-яңы юғары ышаныслы шартлатыу саралары сифатында файҙаланылған принципиаль яңы детонация шнурҙары конструкцияларын иҫәпләүҙең фәнни нигеҙҙәрен һәм инженер ысулдарын уйлап таба. Шартлау физикаһы һәм детонация процестары буйынса фәнни эштәр яҙа
Көпшә тиресәһе емерелмәйенсә ҙур араларға детонация импульсын тапшырыусы тулҡынлы үткәргес ярҙамында электрһыҙ шартлау системаларын булдыра.
Шулай уҡ металл конструкцияларын, бетонды, тимер-бетонды, ташты, ағасты ҡырҡыу өсөн яңы зарядтар типтарын уйлап тапҡан; ғәмәлдәге үткәргес торбаларҙы ремонтлау-тергеҙеү эштәре өсөн зарядтар эшләнгән. Сәғиҙуллин тарафынан эшләнгән технологиялар сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында авария‑ҡотҡарыу, ремонтлау‑тергеҙеү һ.б. эштәрҙе башҡарғанда файҙаланыла[2]. 150 фәнни хеҙмәт баҫтырып сығарған. Уның 70 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты бар.
Сәғиҙуллин Ғ.Ғ. 1999 йылдың 5 декабрендә Өфөлә вафат була[4].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Теория взрывчатых веществ и взрыва. 1999, Уфа
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Специалисты по взрывчатым материалам, пиротехнике и боеприпасам: Биогр. энцикл. М., 2006.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сагидуллин Габдулла Гайфуллович
- ↑ 2,0 2,1 Сәғиҙуллин Ғабдулла Ғәйфулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сагидуллин Габдулла Гайфуллович 2022 йыл 8 май архивланған.
- ↑ САГИДУЛЛИН Габдулла Гайфуллович
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 30 июндә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 5 декабрҙә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт технология университетын тамамлаусылар
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Профессорҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостанда тыуғандар
- Техник фәндәр докторҙары