Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1917
Тыуған урыны Ибраһим (Баймаҡ районы), Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 18 февраль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Передрейка, Осовецкий сельсовет[d], Петриковский район[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы (рус. Сулейманов Агзам Сибагатович) (1917 йыл — 18 февраль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы[1]. 17-се гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, ҡылыссы. Яуҙа һәләк була. Полесье өлкәһе Передрейка ауылында (Белоруссия) ерләнгән[1].

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы тыуған Күктүбә ауылы урыны

Әғзәм Сибәғәт улы Сөләймәнов Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Ибраһим (икенсе исеме Күктүбә, хәҙерге ваҡытта бөткән ауыл) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 2-се гвардия кавалерия корпусы (командиры Л. М. Доватор) составына ингән 17-се гвардия кавалерия дивизияһында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. «Память народа» сайтында ошо уҡ дивизияның штабы уның аҙаҡҡы хеҙмәт итеү урыны итеп күрһәтелгән[1]. 1944 йылдың 18 февралендә Белоруссиялағы Полесье өлкәһе Мозырь районында барған ҡаты яуҙарҙың береһендә (1944 йылдың ғинуар — февралендә дивизия Калинковичи — Мозырь һөжүм операцияһында ҡатнаша) һәләк була. Передрейка ауылында ерләнгән. Һуғышҡа тиклем өйләнә, ҡатыны Ғөбәйҙә торф сығарыу эштәрендә вафат булып ҡала, балалары булмай.

Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улының исеме Башҡортстандың Баймаҡ районы хәтер китабына индерелгән[2].

ЦАМО; Фонд ист. информации: 58; Опись ист. информации: 18002; Дело ист. информации: 113

Передрейка

Доватор Лев Михайлович