Эстәлеккә күсергә

17-се гвардия кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл армия флагы Мозырь
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ
Суворов һәм Кутузов ордендары
17-се гвардия кавалерия дивизияһы (17-се гв. кд)
Наградалары:

Совет гвардияһы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Суворов орденыII дәрәжә Кутузов ордены

Почётлы исемдәре:

«Мозырь»

Ғәскәр:

ҡоро ер

Ғәскәр төрө:

кавалерия

Ойошторолған:

18.09.1943 года

Таратылған:

декабрь 1945 йыл

Алдан килеүсе:

20-се тау-кавалерия дивизияһы20-се кавалерия дивизияһы (1942 йылғы формированиеһы)

Һуңынан килеүсе:

28-се гвардия механизациялланған дивизия59-сы гвардия кавалерия полкы40-сы гвардия танк дивизияһы

Хәрби юлы

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы:
Ржев-Сычёв һөжүм операцияһы; Лоев, Луков, Седлец, Кутно, Быдгош ҡалалары тирәһендә Днепр өсөн алыштар; Көнсығыш Померания операцияһы һәм Берлин һөжүм операцияһы.

Мозырь Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ Суворов һәм Кутузов ордендары 17-се гвардия кавалерия дивизияһы — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында СССР ҡораллы көстәренең Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы составындағы кавалерия дивизияһы. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан.

Формалашыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда 7-сеТөркөстан кавалерия бригадаһы (1-се Ырымбур хеҙмәт казаклығы кавалерия полкынан булдырылған элекке 1-се Төркөстан кавалерия бригадаһы) булараҡ формалаша.

1920 йылда — Көнсығыш Төркөстан һәм Каспий аръяғы фронттарындағы алыштарҙа, 1921 йылда — баҫмасылар бандаларын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. 1931 йылдың 5 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

САВО ғәскәрҙәре буйынса 1932 йылдың 27 сентябрендәге 236/112-се бойороғона ярашлы 7-се Төркөстан кавбригадаһы 7-сеТөркөстан тау-кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртеп ҡорола.. 1935 йылдан — 7-се Тажик тау-кавалерия дивизияһы. 1935 йылдың 17 сентябрендә дивизия Ленин ордены менән бүләкләнә.

СССР Оборона Халыҡ Комиссарының 072-се фарманына ярашлы 1936 йылдың 21 майында 7-се Төркөстан Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ кавалерия дивизияһы 20-се Тажик тау- кавалерия Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ дивизияһы тип үҙгәртелә.

1940 йылдың 16 июлендә СССР Оборона Халыҡ Комиссариатының 0150-се бойороғона ярашлы Тажик тау-кавалерия Ҡыҙыл Байраҡ дивизияһы 20-се тау-кавалерия Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ дивизияһы тип үҙгәртелә[1].

Бөйөк Ватан һуғышына 20-се тау-кавалерия дивизияһы булараҡ инә.

1941 йылдың октябрь аҙағында, 20-се тау-кавалерия дивизияһы Урта Азия хәрби округынан Көнбайыш фронтына күсерелә.

Дивизия 1941 йылдың 25 октябрендә Мәскәү тирәһендәге алышҡа инә. 1941 йылдың 20 ноябрендәге ВГК Ставкаһы директиваһына ярашлы 20-се тау-кавалерия дивизияһы шул уө көндә сәғәт 12-лә Юғары Баш Командующий резервынан Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре составына күсерелә. 1941 йылдың 14 ноябрендә 20-се тау-кавалерия дивизияһы Көнбайыш фронты резервынан 16-сы армия составына күсерелә.

Дивизия Сонечногорск йүнәлешендә хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша.

1941 йылдың 19 ноябрендә дивизия Клин йүнәлешендә һуғышҡа инә. һуғышҡа инә. Артабанғы алыштарҙа дивизия Солнечногорск һәм Крюково станцияһы тирәһендә өҫтөнлөклө немец-фашист ғәскәрҙәренең һөжүмдәрен кире ҡаға. 1941 йылдың 8 ноябрендә дивизия 19-сы гвардия уҡсылар дивизияһы менән берлектә Медведково — Аксеново рубежында көсөргәнешле алыш алып бара. . 1941 йылдың 21 ноябрендәге иртәнән алып дивизия Филатово — Кадниково — Савино рубежында һуғыша. 1941 йылдың 22 ноябрендә дивизия длшманды Нагово районына ҡыҫырыҡлап сығара һәм Нагово — Савино рубежын тотоп тора.

1941 йылдың 1 декабрендә дивизия генерал-майор Л. М. Доватор етәкселегендәге 2-се гвардия кавалерия корпусы составына инә.

1941 йылдың 1 декабрендә дивизия 4-се гвардия кавалерия дивизияһы менән бергә Казарьево — Джунковка районында туплана.

1941 йылдың 2 декабрендә 2-се гвардия кавалерия корпусы армия резервына сығарыла. Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа ҡатнашып, дивизия Апальщина, Кубинка, Горбово һәм башҡа участкаларҙа алыштар алып бара.

1941 йылдың 11 декабрендә Доваторҙың 2-се гвардия кавалерия корпусы (3-сө, 4 -се гвардия һәм 20-се кавдивизия) прорывҡа ташлана.

1941 йылдың 30 декабрендә дивизия 16-сы армия составында Карабузино районында туплана.

1942 йылдың 20 ғинуарында 20-се тау-кавалерия дивизияһы 20-се кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә.

1942 йылдың авгусында20-се армия составында дивизия Ржев — Сычев операцияһында ҡатнаша, артабан Гжатск, Сычевка, Ржев, Белый райондарында дошман тылдарына ҡыйыу рейдтар үткәрә 1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың ғинуарына тиклем кавалеристар немец тылына 380 километрға тиклем үтеп инәләр.

1943 йылдың февраль-мартында Севск һөжүм операция барышында 20-се кавалерия дивизияһы урынына 2-се гвардия кавалерия корпусында Алыҫ көнсығыштан килгән 7-се дивизия ҡатнаша.

1943 йылдың беренсе яртыһында дивизия ВГК Ставкаһы һәм бер нисә фронт резервында була.

1943 йылдың июль аҙағында дивизия Көнбайыш фронтына күсерелә (30 июлдә Брянск фронтына тапшырыла) һәм хәрби ғәмәлдәрҙе Карачев ҡалаһынан төньяҡҡараҡ һәм Дятьково йүнәлешендә алып бара.

1943 йылдың сентябрь — октябрь башында 50-се армия, артабан 63-се армия составында Брянск һөжүм операцияһында ҡатнаша.

1943 йылдың 18 сентябрендә-Десна йылғаһы аша сыҡҡан саҡтағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән өсөн 20-се кавалерия дивизияһы17-се гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә (яңы нумерация — 20 октябрҙән).

1943 йылдың 20 октябрендә гвардия кавалеристары Лоев ҡалаһы тирәһендә Днепр аша сығалар.

1943 йылдың ноябрендә дивизия Гомель-Речица һөжүм операцияһында ҡатнаша.

1944 йылдың ғинуар — февралендә дивизия Калинковичи — Мозырь һөжүм операцияһында ҡатнаша.

1944 йылдың июль-август айҙарында дивизия 1-се Белорус фронтының Люблин-Брест операцияһында һөжүм алыштарын үткәрә, 22 июлдә Көнбайыш Буг йылғаһы аша үтә һәм Польша территорияһына аяҡ баҫа.

1944 йылдың 24 июлендә — Луков (Лукув), ә 31 июлдә Седлец (Седльце) ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.

1944 йылдың 12 авгусында командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн Александр Невский ордены менән бүләкләнә.

Варшава — Познань операцияһында ҡатнаша. Висла йылғаһы аша үткән һәм Лодзь, Кутно, Томашув, Гостынин, Ленчица ҡалаларын алған өсөн III дәрәжә Cуворов ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың мартында Көнсығыш Померания төркөмөн юҡ итеүҙә ҡатнаша.

Берлин һөжүм операцияһында ике тапҡыр Шпре йылғаһы аша үтә 25 апрелдә башҡа частар менән берлектә Шторков ҡалаһын яулай. 1945 йылдың 3 майында дивизия Вильснак ҡалаһы тирәһендә Эльба йылғаһының көнсығыш ярына сыға һәм шунда Еңеү Көнөн ҡаршылай.

1945 йылдың 13 октябрендә 2-се -гвардия кавалерия корпусы тарҡатыла. 1945 йылдың 1 декабренә ҡарата Ленин, Суворов һәм Кутузов ордендары 17-се гвардия кавалерия Мозырь дивизияһы 28-се гвардия механизацияланған дивизия тип үҙгәртеп ҡорола, уның составынакорпустың элекке 3-сө, 4-се, 17-се гвардия кавалерия дивизиялары инә (1945 йылдың 10 июнендәге 0013-сө бойороғо).

Генераль штабының 1945 йылдың 13 октябрендәге директиваһына ярашлы 90-сы гвардия механизацияланған полкы (элекке 59-сы гвардия кавалерия полкы) 17-се гвардия кавалерия дивизияһының — Мозырь почетлы исемен һәм уның ордендарын (Ленин, 2-се дәрәжә Суворов, 2-се дәрәжә Кутузов) мираҫ итеп ала һәм артабан Мозырь Ленин Ҡыҙыл Байраҡ Суворов Кутузов һәм Александр Невский ордендары 59-сы гвардия кавалерия полкы тип исемләнә башлай.

  • 35-се гвардия кавалерия полкы (элекке 22-се кавалерия полкы);
  • 59-сы гвардия кавалерия полкы (элекке 103-сө кавалерия полкы);
  • 61-се гвардия кавалерия полкы (элекке 124-се кавалерия полкы);
  • 250-се гвардия артиллерия-миномет полкы (1659-сы артиллерия-миномет полкы);
  • 189-сы танк полкы (1943 йылдың 18 июленән);
  • 38-се гвардия айырым ПВО гвардия дивизионы (474-се айырым ПВО дивизионы, зенит батареяһы);
  • 250-се гвардия артиллерия паркы;
  • 21-се айырым гвардия сапер эскадроны, (7-се айырым сапер эскадроны);
  • 20-се айырым гвардия разведкалау эскадроны;
  • 19-сы айырым гвардия элемтә эскадроны (27-се айырым элемтә полуэскадроны);
  • 18-се айырым гвардия химик һаҡлау взводы;
  • 16-сы айырым медик-санитар эскадроны;
  • 15-се айырым аҙыҡ-түлек транспорты.
  • 14-се айырым яғыулыҡ-майлау материалдары тәьминаты взводы;
  • 5-се понтон-ишкәк паркы;
  • 313-се ялан автоикмәкзаводы;
  • 20-се дивизион ветеринар лазареты;
  • 211-се ялан почта станцияһы
  • 225-се Дәүләт банкының ялан кассаһы

20-се кавалерия дивизияһы:

  • Төркөстан фронты составында, 1926 йылдың июненән — САВО (дивизия штабы — Сәмәрҡәнд, Иҫке Бохара, 1932 йылдан — Сталинабад).
  • 26.11.1941 — 16.02.1942 — 2-се гвардия кавалерия корпусы

17-се гвардия кавалерия дивизияһы:

  • 01.10.1943 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — Брянск фронты
  • 01.11.1943 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 65-се армия — Белорус фронты
  • 01.12.1943 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 61-се армия — Белорус фронты
  • 01.01.1944 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 61-се армия — Белорус фронты
  • 01.02.1944 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 61-се армия — Белорус фронты
  • 01.03.1944 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 61-се армия — 2-се Белорус фронты
  • 01.04.1944 — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 2-се Белорус фронты
  • 1.05.1944 — һуғыш аҙағына тиклем — 2-се гвардия кавалерия корпусы — 1-се Белорус фронты.[2]

Дивизия командирҙары

  • 29.01.1933 — ??.??.193? Федин Андрей Тимофеевич, комбриг
  • 07.02.1936 — 24.10.1937 Кузнецов Федор Алексеевич, полковник, 17.02.36, комбриг
  • ??.10.1937 — ??.02.1938 Константинов Михаил Петрович майор, полковник (в.б.б.)
  • 13.02.1938 — ??.01.1941 Шапкин Тимофей Тимофеевич, генерал-лейтенант
  • 17.01.1941 — 28.11.1941 Ставенков Анатолий Васильевич, полковник
  • 29.11.1941 — 18.12.1941 Тавлиев Михаил Петрович, подполковник
  • 19.12.1941 — 20.03.1942 Арсеньев Евгений Петрович, полковник
  • 21.03.1942 — 13.10.1945 Курсаков Павел Трофимович, полковник, 22.02.1943 — генерал-майор

Ҡаһарман яугирҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә мең яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 13 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[3].

Иң кәмендә СССР ордендары менән бүләкләү осраҡтары:

  • Ленин ордены — 13
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 90
  • 1-се дәрәжә Суворов ордены — 1
  • 2-се дәрәжә Кутузов ордены — 1
  • 3-сө дәрәжә Суворов ордены — 9
  • 3-сө дәрәжә Кутузов ордены — 4
  • 1-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены — 10
  • Александр Невский ордены — 23
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 184
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 321
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены — 961
  • 1-се дәрәжә Дан ордены — 1
  • 2-се дәрәжә Дан ордены — 25
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены — 508
  1. УПРАВЛЕНИЕ 20 ГОРНОКАВАЛЕРИЙСКОЙ ДИВИЗИИ (бывш. 7 Туркестанская, 7 Таджикская, 20 Таджикская гкд) *Ф.35875; 65 д.; 1921—1924, 1935—1940 гг.
  2. Боевой состав Советской Армии. Министерство обороны СССР.Историко-архивный отдел Генерального штаба. Части III-V- М:Воениздат, 1972-1990
  3. Архивированная копия. Дата обращения: 11 август 2014. Архивировано 12 август 2014 года. 2014 йыл 12 август архивланған. Герои Советского Союза
  • Пред. Гл. ред. комиссии Н. В. Огарков. Советская Военная Энциклопедия: (В 8 томах) Т.5. = «Мозырский кавалерийский полк». — Москва: Воениздат, 1978. — С. 688 с.
  • Добрушин Д. С. Ходили мы походами. // — Волгоград, книж. изд-во, 1973, 256 с.
  • Пятницкий В. И. Казаки в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. — М., 2007.
  • Агафонов О. В. Казачьи войска России во втором тысячелетии. — М., 2002.
  • Мельтюхов М. И. Советско-польские войны. Военно-политическое противостояние 1918—1939 гг. Часть третья. Сентябрь 1939 года. Война с запада — М., 2001.
  • Военный энциклопедический словарь. М., Военное издательство, 1984.

С.45-46-Армия; с.46-47-Армия; с.169-Вторая мировая война 1939-45; с.189-Германо-польская война 1939; с.500-Общевойсковые армии; с.525-Освободительные походы 1939-40; с. 763 — Украинский фронт 1939.

  • Мельтюхов, Михаил Иванович. Освободительный поход Сталина. М., Яуза, Эксмо, 2006. ISBN 5-699-17275-0
  • Воскобойников Г. Л. Казачество и кавалерия в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. — Ростов-на-Дону: «Терра Принт», 2006.
  • Дорофеев А. А. «2-й гвардейский корпус в контрнастурении под Москвой». М. изд. тип. ВАФ 1971.
  • Исаев А. В. Антисуворов. Десять мифов Второй мировой. — М.: Эксмо, Яуза, 2004.
  • Плиев И. А. Дорогами войны. — М.: Книга, 1985
  • Сиджах Х. И. В вихре конных атак. Майкоп, 1993;
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.