Эстәлеккә күсергә

Еналиев Сөләймән Бикмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сөләймән Еналиев битенән йүнәлтелде)
Еналиев Сөләймән Бикмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1894
Тыуған урыны Мордовия Республикаһы, Рәсәй
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө офтальмолог
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Еналиев Сөләймән Бикмөхәмәт улы (1894 йыл — 14 сентябрь 1938 йыл) — күҙ табибы, һаулыҡ һаҡлау эшен ойоштороусы, ТАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1927-1928), Ҡаҙан медицина институты директоры (1935-1937).

Сөләймән Бикмәхәмәт улы Еналиев 1894 йылда Пенза губернаһы Инсар өйәҙе Иса ауылында игенсе ғаиләһендә донъяға килә. 1909 йылда Тамбов губернаһы Темников өйәҙе Пели ауылында башланғыс мәктәп тамамлай. Ике йыл дауамында Өфөлә мәҙрәсәлә уҡый. Экстерн рәүешендә Чита ҡалаһы ир-ат уҡытыусы гимназияһын сығарылыш имтихандарын тапшыра. Аттестат алып, Чита ҡлаһында татар мәхәллә мәктәбендә уҡыта. 1915—1917 йылдарҙа - хәрби хеҙмәттә. Демобилизацияланғандан һуң Пенза губернаһы мәғариф бүлегенә инструктор итеп тәғәйенләнә, 1918 йылдан Инсар өйәҙ халыҡ мәғәрифы бүлеге мөдире. 1920 йылда — 1-се Пенза ирекле полкында ҡыҙылармеец.

2-се Мәскәү университетының медицина факультетында уҡый. Бер үк ваҡытта, уҡыуҙан айырылмайса, 1922-1923 йылдарҙа РСФСР мәғариф халыҡ комиссариатының татар-башҡорт бюроһы мөдире, һуңынан РКП (б) Мәскәү комитеты татар-башҡорт бюроһы мөдире, 1923-1925 йылдарҙа Мәскәү һөнәри белем биреү хакимлығы мөдире. 1925 йылда Ҡазанға юллана.

1926 йылдан алып ТАССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатында хеҙмәт итә: башта халыҡ комиссары урынбаҫары, артабан — халыҡ комиссары. 1928—1937 йылдарҙа Ҡазан медицина институтында уҡыта, бер үк ваҡытта 1935 йылдан алып директор урынбаҫары, һуңғараҡ директор итеп тәғәйенләнә. 1931—1932 йылларҙа АҠШ-та (Сан-Франциско һәм Балтимор ҡалаларында) фәнни эштәр буйынса командировкала була. Еналиев институтты етәкләгән осорҙа морфология йорто, Маяковский урамындағы дөйөм торлаҡ төҙөлә.

1938 йылдың 5 сентябрендә НКВД тарафынан ҡулға алына. 5 көн дауам иткән «тикшереү саралары» булыу сәбәпле, һорау алғанда ныҡ туҡмалыуҙан 14 сентябрҙә вафат була. 1958 йылда аҡлана.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның эшмәкәрлеге уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыуға, милли кадрҙарҙан табиптар әҙерләүгә, фәнни-тикшеренеү эшен активлаштырыуға һәм дауалау эшен яҡшыртыуға йүнәлдерелә. Хеҙмәттәре күҙ эсендәге барлыҡҡа килгән яңы шештәр иммунологияһына һәм цитопатологияһына ҡарай.

  1. Возвращенные имена. Документальные очерки. Казань, 1990
  2. Хаклык аклаган исемнәр. Казан: ТКН, 1991. ISBN 5-298-00652-3
  3. Г. Р. Каримова. К вопросу о реализации суверенных прав ТАССР (20-е годы ХХ века). Казань, «Ученые записки КФУ», том 153, кн.3, 2011.