Табанкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табанкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

ТабанкүлСиләбе өлкәһендәге күл, Сыбаркүл районында, Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Табанкүл тирәләй ваҡ һәм уртаса дәүмәлдәге күлдәр күп: Тәрәнкүл, Оло Бәлеш, Йылыу, Оло Киҫегәс, Сыбаркүл, Оло Һунакүл һәм Арғаяш. Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 4 километрҙа урынлашҡан.

Административ яҡтан Непряхинский ауыл биләмәһенә инә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы «табан балыҡ» («карась») тигәндән, йәғни «табан балыҡҡа бай күл»[1] тигән башҡорт һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:

« Табан-Куль, озеро, Кунашакский, Троицкий, Чебаркульский, Увельский районы; Табанды, озеро, Аргаяшский район; гора, Верхнеуральский район.

Из башкирских слов табан — «карась» и кул — «озеро», «карасье озеро». Гора — по названию смежного озера[2].

»

.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Табанкуль — ғәҙәти урман күле. Дәүмәле бик ҙур түгел, бик матур күренә. Күләгәле. Төҙөлөшө оҙонса, өҫкө йөҙө майҙаны — 0.43 кв. км, уртаса тәрәнлеге 2 – 3 метр, максималь тәрәнлеге 5.5 метрға тиклем. Ҡылымыҡтар аша Оло Бәлеш һәм Тәрәнкүл менән бәйләнгән.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдә ҡарабалыҡ, табан балыҡ, ротан һәм сабаҡ (плотва). Күлдең ярын урман һәм ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған. Һыуға иркен сығырлыҡ урыны юҡ тиерлек. Күл үләне күп үҫә. Һыуы иымыҡ, үтә күренмәле.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. һәм
  2. Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7