Оло Бәлеш (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Бәлеш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Оло Бәлеш (рус. Большо́й Боля́ш) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районындағы, Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы буйынса белгестәр араһында берҙәм фекер, аңлатма юҡ.Был һүҙҙең төрки сығышлы булыуында ғына шикләнеүселәр юҡ. Бер фараз буйынса, күлдең атамаһы Бәлеш тигән башҡорт ир-ат исеменә барып тоташа. Икенсеһе башҡорттарҙың милли ашамлығы — бәлеш тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай. Ысынлап та, күл яр һыҙатланыштары буйынса өс мөйөшлө бәлеште хәтерләтә. Яҙылыш ике вариантта осрай: Баляш һәм Боляш. Әммә йыш ҡына күрергә мөмкин. Әммә картографияла йышыраҡ Боляш варианты ҡулланыла, шуға күрә уны классик вариант тип һанарға була[2]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло Бәлеш күле Сыбаркүл станцияһынан өс-дүрт километр төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Күлдең тирә-яғында башҡа күп күлдәр ята, шуларҙың иң эреләре — Оло Киҫегәс, Кесе Тәрәнкүл, Йылыу, Сыбаркүл, Оло Һуңыкүл.

Силәбегә тиклем ара — 80 км, Екатеринбургҡа — 260 км, Сыбаркүлгә тиклем — 3 км алыҫлыҡта.

Административ йәһәттән Непряхин ауыл биләмәһенә инә[2][3].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл Киҫегәс курорт биләмәһенә инә һәм шифалы сифаттары менән билдәле. Төбөндә шифалы ләм һәм сапропелдәр ятҡылыҡтары.

Оло Бәлеш — ҙур булмаған күл: уның һыу көҙгөһө майҙаны — барлығы 1 кв. км. Мейәс йылғаһының үрге ағымы күлдәре төркөменә инә.

Абсолют һыу кимәле — 324.3 метр. Уртаса тәрәнлеге — 1,8 метр, иң тәрәне 3,5 метрға етә. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 324 метр.

Һыуы таҙа, сөсө, үтә күренмәле. Үтәҙеклеге 1,6-2,2 метр тирәһендә тирбәлә.

Химик составы буйынса натрий төркөмө гидрокарбонат класына ҡарай.

Көнбайыш ярҙары күбеһенсә Һаҙлыҡлыҡлы, көнсығышы — убалы. Төньяҡтан күлде һаҙлыҡлы ҡылымыҡ Кесе Бәлеш күле менән тоташтыра.

Ҡайһы бер географтар был ике күл бер һыу ятҡылығы булған тип иҫәпләй. Кесе Бәлеш ныҡ һаҙлыҡлы. Йәнә бер ҡылымыҡ Оло Бәлеште Табанкүл менән бәйләй.

Көнсығыштан күлгә ҙур булмаған Ҡараһыу йылғаһы ҡоя. Көнбайыш ярында ғәйәт ҙур һарыҡташты күрергә мөмкин.

Иң яҡын тораҡ пункты — күлдең көнсығыш ярындағы Новая деревня ҡасабаһы[2].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҙлыҡлы төньяҡ-көнсығыш ярын ҡамыш һәм үлән баҫҡан[3].

Бында сабаҡ һәм алабуға тереклек итә[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Большой Боляш (озеро) 2019 йыл 30 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 БОЛЬШОЙ БОЛЯШ
  4. Озеро Большой Боляш. Мужская компания. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года. 2013 йыл 18 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Большой Боляш (озеро)[1] 2019 йыл 30 март архивланған.
  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.