Эстәлеккә күсергә

Таганов Дмитрий Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таганов Дмитрий Анатольевич
эрзя Дмитрий Тагановонь
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Староборискино[d], Северный районы (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Ырымбур дәүләт медицина академияһы[d]
Жанр шиғриәт

Таганов Дмитрий Анатольевич (эрзя Дмитрий Тагановонь, Митё Таганонь псевдонимы менән дә билдәле; 2 ғинуар 1971 йыл) — табип-анестезиолог-реаниматор, Рәсәй эрзә шағиры. Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Дмитрий Анатольевич Таганов 1971 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Северный районы Староборискино ауылында тыуған.

Туғыҙ йәшендә уның ата-әсәһе артабан йәшәү өсөн Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһына күсенеп килә. Дмитрий Таганов бында урта белем ала.

1990 йылда ул Боғорослан медицина училищеһын тамамлай һәм «Дауалау эше» йүнәлеше (профиле) буйынса Ырымбур дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Ул бында «Анестезиолог — реаниматор» һөнәре үҙләштерә һәм «медицина академияһы»[1]тип үҙгәртелгән уҡыу йортон[2] 1998 йылда уңышлы тамамлай. Артабан йәш белгес Ырымбур һәм Боғорослан ҡалаларындағы дауаханаларҙа эшләй, 2001 йылданБоғорослан район үҙәк дауаханаһының реанимациялау бүлеге мөдире[3]. Юғары һөнәри категорияға эйә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Бугурусланский» муниципаль-ара бүлегенең Йәмәғәт советы ағзаһы[4].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медицина институтында уҡыған осорҙа (1992 йылдан) В. И. Даль исемендәге өлкә әҙәби-ижад берләшмәһе ағзаһы була. Шиғри әҫәрҙәрен туған эрзә телендә яҙа.

Тәүге шиғыр шәлкемдәре Мордва Республикаһының баш ҡалаһы Саранскийҙа нәшер ителгән «Сятко» («Искра») журналында һәм Ырымбур өлкә гәзите «Оренбуржье»ла шул йылда баҫылып сыға.

Дмитрий Таганов шиғырҙары артабан эрзә телендә, рус теленә шағирҙар Евгений Семичев, Диана Кан, Людмила Эсаулова һәм башҡалар тәржемәһендә «Оренбургская неделя», «Новое поколение», «Вечерний Оренбург», «Южный Урал», «Оренбуржье», «Эрзянь правда» һәм «Эрзянь мастор» гәзиттәрендә, «Сятко», «Чилисема», «Странник», «Дон», журналдарында, Ырымбурҙа сығып килгән «Гостиный двор» альманахында, «И с песней молодость вернется» һәм «Внуки вещего Бояна» йыйынтыҡтарында, шулай уҡ Саранскиҙа донъя күргән «О любви-Кельгомать колга - Вечкемадо» һәм «Красный угол», Таллинда нәшер ителгән «Пöсь öö» («Горячая ночь») йыйынтыҡтарында баҫыла. Евгений Семичев тәржемәләре уның Һамар ҡалаһында 2008 йылда сыҡҡан «Аргуван» китабында урын алған.

Шағирҙың «Сола вал» («Слово нежное», 1997) һәм «Седейсэ тарка» («Место в сердце», 2009) исемле шиғыр китаптары Саранскиҙа ташҡа баҫылып сыҡҡан[5].

Мордовияның Александр Терентьев һәм Илья Девин исемендәге әҙәби премиялары лауреаты.

  • «Седейсэ тарка» («Место в сердце», 2009)
  • «Сола вал» («Слово нежное», 1997)

Әҫәрҙәре баҫылған йыйынтыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Внуки вещего Бояна: антология Оренбургского областного литературного объединения им. В. И. Даля / сост. Г. Ф. Хомутов. - Калуга : Золотая аллея. - 2008. - ISBN 978-5-7111-0449-0. Т. 3. - 2008. - 447 с.
  • И с песней молодость вернется: стихи и проза писателей Оренбуржья / оформл. Е. Лапина; сост. Г. Ф. Хомутов ; вступ. ст. В. Цыбин. - Калуга : Золотая аллея, 1999. - 637 с.
  • Мы из России ХХ века: сборник произведений оренбургских авторов / сост.: Н. Ф. Корсунов, П. Н. Краснов, Г. Ф. Хомутов. - Оренбург: ООО Печатный дом "Димур", 2007. - 374 с.

Ваҡытлы матбуғаттағы әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гостиный двор: лит.-худож. и обществ.-полит. альманах / гл. ред. И. А. Бехтерев. - Оренбург; Пермь: ИПК "Звезда". - 1995. № 21: Мистика реальности. Археология "белая" и "черная". Крым, Россия, Украина / учредители Министерство информационной политики, общественных и внешних связей Оренбургской области, Оренбургская областная организация Союза писателей России ; ред. кол. С. Г. Горшенин и др.; худ. Ю. Е. Курдакова. - 2007. - 360 с. : ил., портр., фото.
  • Гостиный двор: лит.-худож. и обществ.-полит. альманах / авт. проекта И. А. Бехтерев; гл. ред. Н. Ю. Кожевникова. - Оренбург: Редакция газеты "Оренбуржье". - 1995. № 34 : Наш человек в космосе. Литература: правда жизни против гламура / учредители Министерство информационной политики, общественных и внешних связей Оренбургской области, учредители Оренбургская областная общественная писательская организация Союза писателей России ; ред. кол. В. А. Бахревский и др.; худ. Ю. Е. Курдакова. - 2011 (Новотроицк). - 368 с. : ил., портр., фото.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Александр Терентьев исемендәге әҙәби премия лауреаты.
  • Илья Девин исемендәге әҙәби премия лауреаты.
  • Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Маҡтау грамотаһы (17.06.2009)
  • Ырымбур өлкәһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы (2006).
  1. Медицинские вузы 2015 йыл 16 сентябрь архивланған. // Лечащий врач
  2. ОрГМУ - Приказ Министерства Здравоохранения Российской Федерации № 693 от 31.10.2014 г. orgma.ru. Дата обращения: 13 декабрь 2015.
  3. Государственное бюджетное учреждение здравоохранения «Бугурусланская районная больница». Главный врач. Таганов Дмитрий Анатольевич 2018 йыл 15 июнь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2018)
  4. Официальный сайт МО МВД России «Бугурусланский». Состав Общественного совета: Таганов Дмитрий Анатольевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2018)
  5. Официальный сайт Финно-угорского культурного центра Российской Федерации. Главная / Логос / Поэзия / Мордва (эрзя) / Таганов Дмитрий (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2018)