Тайсин Вафир Нурислам улы
Тайсин Вафир Нурислам улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 6 август 1927 |
Тыуған урыны | Амангилде ауылы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 ғинуар 1995 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Әлмөхәмәт ауылы, Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тракторсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тайсин Вафир Нурислам улы (6 август 1927 йыл — 10 ғинуар 1995 йыл) — Әлмөхәмәт МТС-ының «Ҡыҙыл һабан» колхозы тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вафир Нурислам улы Тайсин 1927 йылдың 6 авгусында БАССР-ҙың Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуа.
Тулы булмаған урта белемгә эйә була.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Әбйәлил районының «Ҡыҙыл һабан» колхозында башлай. Тракторсылар курсын тамамлап, 1943 йылдан колхозда һәм Әлмөхәмәт МТС-ында тракторсы булып эшләй.
1950 йылда Вафир Нурислам улы тракторсылар бригадаһын етәкләй. Уның етәкселегендә бригада 1954—1955 йылдарҙа үҙ районында 2 100 гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәрә. Тәүге йылда уҡ яңы ер гектарынан 13,1 центнер бойҙай бирә. 1956 йылда бригада 2 750 гектар майҙанда ун көн эсендә яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай. Был майҙандан уртаса гектарынан 20 центнер уңыш алына. Производствоға алдынғы агротехник алымдарҙы индереп, бригадир етештерелгән бер центнер игенгә сығымын кәметеү хәстәрлешген күрә. 1954—1956 йылдарҙа бригада 10,2 тонна яғыулыҡ экономиялай.
1956 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәндәге, уңыш йыйыу һәм иген әҙерләүҙәге айырым ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы президиумы указы менән 1957 йылдың 11 ғинуарында В. Н. Тайсинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1987 йылда хаҡлы ялға киткәнсе «Урал» совхозында тракторсы-машинист булып эшләй.
Тайсин Вафир Нурислам улы1995 йылдың 5 ғинуарында вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)
- Ленин ордены (1957)
- «Почет билдәһе» ордены (1971)
- миҙалдар.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Тайсин Вафир Нурислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тайсин Вафир Нурислам улы . «Герои страны» сайты.