Тайыш Сыныҡаев
Тайыш Сыныҡаев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Себер даруғаһы, Өфө провинцияһы, Оренбургская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 май 1774 |
Һөнәр төрө | яугир |
Тайыш Сыныҡаев (тыуған йылы билдәһеҙ — 31 май 1774) — хәрби эшмәкәр, Е. И. Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан. Себер даруғаһы Әйле улусы старшинаһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған урыны асыҡ ҡына билдәле түгел. Себер даруғаһы Әйле улусы старшинаһы. 1768 йылда Ырымбур һыҙатында хеҙмәт иткән, отряд башында торған.
3 мең башҡорт ғәскәре составында 1771—1773 йылдарҙа Бар конфедераттарына ҡаршы Польша походында ҡатнаша. Уның командаһы составында хорунжий Сура Рәсүлев та була[2].
1773 йылда командаһында 131 хужалыҡ иҫәпләнгән. Себер даруғаһындағы Әйле улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы) Ҡәҙер ауылы башҡорто[3].
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1773 йылдың декабрендә старшина Тайыш Сыныҡаев Әйле улусында булдырылған башҡорт отрядын И. Н. Зарубин етәкләгән баш күтәреүселәр үҙәгенә оҙата[4]. 1774 йылдың апрель-май айҙарында Салауат Юлаев ғәскәре составында Төп ихтилал ғәскәрен эҙәрлекләгән хөкүмәт ғәскәрҙәренең алға барыуына тотҡарлыҡ яһай. Салауат Юлаевтың иң тоғро көрәштәштәренең береһе.
1774 йылдың 6-8 майҙарында Эҫем заводы янында подполковник И. И. Михельсон деташементына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан.
1774 йылдың 31 майында Әй пристаны янында һуғышта һәләк була[1][5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Салават Юлаев: Энциклопедия. Таиш Ченыкаев, 351 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
- ↑ Башкирское войско в Польском походе (1771-1773). Сборник документов. 2021 йыл 26 сентябрь архивланған. / Сост.: И. М. Гвоздикова, Б. А. Азнабаев, К. А. Мухамедьярова. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2009. – 178 с. — С.63. ISBN 978-5-91608-020-9
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
- ↑ 28 декабря 1773 г.— Указ атамана И. Н. Зарубина-Чики старшинам башкир-повстанцев волостей Сибирской дороги о присылке пополнений в повстанческие отряды под Уфу
- ↑ ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.60-63; Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салават Юлаев: Энциклопедия. Таиш Ченыкаев, 351 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
- ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.60-63; Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.