Эстәлеккә күсергә

Әйле (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Айлинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Айлинское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 1642 кеше (2002)[2],
1441 кеше (2010)[3]
Почта индексы 456926
Урындағы телефон коды 35161
Карта

Әйле (рус. Айлино) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы ауыл. Әйле ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Әйленән төньяҡ-көнбайышҡа 6—7 километрҙа Туйтүбә һырты (иң юғары нөктәһе 497 метр) һуҙылған[4].

Силәбе өлкәһе топонимист-ғалимы Шувалов бындай аңлатма бирә:

Әйле ауылы, Һатҡы районы. 1778 йылда боронғо башҡорт торама-ултырағы урынында урыҫ һәм мордва күскенселәре тарафынан нигеҙләнгән. Башҡорт ҡәбилә берләшмәһе «әйле» атамаһын йөрөтә

Ҡасаба аша Бейә йылғаһы аға[6].

Йылға атамаһының этимологияһын «Топонимы Саткинского района»[6] тигән сайтта түбәндәге аңлатма бирелгән: «Бейә — йылғасыҡ. Әй йылғаһының уң ҡушылдығы. Әйле ауылы эргәһенән башлана... Был атама боронғо башҡорттарҙың йылҡы аҫырап йәшәүен һәм йылҡы көтөү урындарын сағылдыра тип фаразларға була».

Әйле ауыл биләмәһенә түбәндәге тораҡ пункттар бар: Әйле ауылы, Иҫке Пристань менән Үрге Әй, Петромихайловка, Алексеевка, Һикеяҙтамаҡ ауылдары һәм улар тирәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр. Әйле ауыл хакимиәте территорияһын Межевой ҡасаба биләмәһе икегә айыра. 1990 йылда Яңы Пристань ҡасабаһы һәм Ваняшкино ауылы Межевой ҡасаба биләмәһенә индерелгән.

Әйле ауыл хакимиәте территорияһы Көньяҡ Уралдың ҡатнаш урманлы Һилейә (һырт), Күкшик (тау) һәм Чулковка тауҙары ятҡан Һатҡы ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Бирерәк Әйҙең ҡайын һәм ҡатнаш урманлы тәпәш арҡа-ҡырлалары менән сиратлашҡан тигеҙ һәм урманһыҙ үҙәне.

Әй үҙәне боҙлоҡ дәүеренән бирле урманһыҙ дала булып һаҡланған. Көнсығыш һәм көнбайыштан урман һыҙаттары менән ҡыҫырыҡланған урманһыҙ дала һыҙаты Әйле ауылы тирәһенән башлана ла Пермь крайының Көңгөр ҡалаһына тиклем һуҙыла[7].

Әйле ауылы Әй йылғаһы буйында түгел, йылғанан 3 саҡрым алыҫлыҡтағы Әй үҙәнендә, Әй ҡушылдығы булған Бейә йылғасығы буйында ултыра. Бейә йылғаһына кескәй генә Бибейә (бәлки, Бейбейәлер) йылғасығы ҡоя. Ошо ваҡ йылғалар ярҙарында саф һыулы шишмәләр бик күп[8].

Башҡорт ерҙәре Рәсәйгә ҡушылған осорҙан Әй үҙәнендә оҙаҡ ваҡыт фәҡәт башҡорттар йәшәгән. Әй башҡорттары — тырнаҡлы, әй, мырҙалар, дыуан, ҡошсо, көҙәй, һыҙғы, өпәй ырыуҙары. Башҡорт ырыуҙары бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән, уларға тархан-бейҙәр идара иткән. Улар эске эштәрен хәл итеүҙә ҙур үҙаллылыҡҡа эйә булған.

Әй йылғаһы үҙәне буйлап, Бирҙәүеш, Йөрәккүл тирә-яҡтары аша һәм артабан, Нөргөш (тау һырты) һәм Үренге (һырт) буйлап, артыҡ бейек булмаған һәм һөҙәк үткәүелдәр аша, Мейәс, Уй (Тубыл ҡушылдығы) һәм Яйыҡ йылғалары үҙәненә боронғо күскенсе скифтарға, сарматтарға һәм һундарға билдәле булған Каманың Волгаға ҡойған урынынан (Иҙел Болғары) башлап, Көньяҡ Урал аша Көньяҡ Себер һәм Ҡаҙағстан киңлектәренә илткән Көньяҡ Уралдағы иң боронғо Иҫке Ҡазан юлы йәки Себер юлы (ҡара: Ҡуңыр буға юлы, Ҡәнифә юлы) уҙған.

Әлбиттә, был хәҙерге заманса юл түгел, ә текә ҡашлаҡтарһыҙ һәм тәрән тарлауыҡтарһыҙ, ат менән үтерлек ябай юл була[9].

1574 йылда 4 административ берәмектән — Ҡазан, Нуғай, Себер һәм Уҫы даруғаларынан — торған Өфө өйәҙе барлыҡҡа килә. Даруғалар, үҙ сиратында, ырыу-ҡәбилә һыҙаты буйынса ойошторолған улустарҙан торған. Себер даруғаһына Ҡыуаҡан, Әйле һәм Тырнаҡлы улустары ингән.

Хәҙерге Һатҡынан башлап Эҫемгә тиклем ҡыуаҡандар йәшәгән урындар Ҡыуаҡан улусына, ә Әй йылғаһы үҙәнендә йәшәгән әйлеләр Әйле улусына ингән. Әйле улусынан төньяҡтараҡ Тырнаҡлы улусы урынлашҡан.

Урыҫ һәм татар халҡы был ерҙәргә килгәнгә тиклем, Бейә йылғаһы ярынан йыраҡ түгел, Чижов шишмәһе морононда Әйле башҡорт ырыуы кешеләре нигеҙ ҡорған. Ошо моронда, хәҙерге мотодром менән кескәй быуа араһында, элекке башҡорт ауылы Әйленең нигеҙ ҡалдыҡтары (хатта мәсет һәм башҡа ҡоролмалар) һаҡланған. Әйле ауылына нигеҙ һалыныу датаһы билдәле түгел, моғайын, 4-5 йөҙ йыл элек барлыҡҡа килгәндер Әйле ауылы, тип фаразларға була. Башҡорттар был ауылда ҡышлағандар, ә йәйге осорҙа күп ғаиләләр тирә-яҡ үҙәндәр буйлап күсенеп мал көткәндәр.

1700-сө йылдар аҙағында барлыҡҡа килгән урыҫ халҡы йәшәгән Әйле ауылы элекке башҡорт ауылы Әйле һәм Әйле улусы исемен алған[10].

1756 йылда Һатҡы ҡалаһы һәм Әй буйына, башҡорт старшиналарынан арзан хаҡҡа ер алып тимер һәм баҡыр эшкәртеү заводтары төҙөгән осорҙа, урыҫ халҡы күпләп күсеп килә.

1756 йылда сәнәғәтсе барон Строганов, Ҡыуаҡан һәм Әйле улусы башҡорттарынан ер һатып алып, Оло һәм Кесе Һатҡы йылғалары ҡушылған урында Үрге Һатҡы тимер заводын һәм Түбәнге Һатҡы баҡыр заводын төҙөй башлай. Завод продукцияһын йылға буйлап оҙатыу маҡсатында пристань төҙөргә ҡарар итә.

1757 йылдың майына Пермь крайынан ғаиләләре менән 500 кеше завод төҙөлөшөнә саҡырыла. Завод менән бергә пристань дә төҙөлә башлай. Төҙөлөш 1761 йылда тамамлана. Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында ла Чусыу һыу юлына оҡшаған йылға транспорты юлдары асыла[8].

1773—1774 йылдарҙа урындағы башҡорттар Салауаттың атаһы полковник Юлай Аҙналин етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан.

1778 йылда Әйле территорияһында Себер трактын һаҡлау маҡсатында нығытылған пост төҙөлә. XIX быуат башына юлды һаҡлау кәрәкмәй булыа сыға. Күп крәҫтиәндәр башҡорттарҙан ҡортомға ер ала йәки һатып ала.

XIX-XX быуаттар сигендә урындағы сауҙагәр ғаиләләре (Князевтар, Приваловтар, Сосниндар) иген һәм мал һатыу менән шөғөлләнгән.

XIX быуат аҙағында Әйлелә телефон элемтәһе булдырыла, земство (башланғыс) мәктәп, дауахана төҙөлә.

Граждандар һуғышы йылдарында Әйле ауылы территорияһында хәрби хәрәкәттәр барған: 1919 йылдың 8 июлендә, Златоуст операцияһы барышында, ҡыҙыл армияның 27-се уҡсылар дивизияһының 1-се бригадаһы, аҡтарҙың көньяҡтағы 8-се Кама уҡсылар дивизияһы частарын Баҡал яғына ҡыҫырыҡлап, ауылға һуғышып килеп инә. 1930-сы йылдарҙа М. Пигаматов Сталин исемендәге колхоз ойоштора, артабан 1957 йылда был колхоз йәшелсә-һөт етештереүсе «Айлинский» совхозы составына инә.

Ауылдың күп кенә кешеләре, алдынғы хеҙмәттәре өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

1992 йылда совхоз «Айлинское» АЗОТ-ына, 1997 йылда — «Айлинское» ЗАО инә.

Хәҙерге ваҡытта уның ерҙәрендә «Магнезит» һәм Һатҡы юл төҙөөү-йүнәтеү идаралығының 2 ярҙамсыл хужалығы бар. Әйле ауылы — крайҙы өйрәнеүсе В. П. Чернецовтың, генерал-лейтенант И. В. Сафроновтың, генерал-майор Р. А. Вәлиевтарҙың тыуған ере; яҙыусы И. П. Меньшиков ошо ауылда балалыҡ йылдарын уҙғарған[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[11]2010[12]
16421441

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда йәшәүсе халыҡ һаны 2010 йылда 1441 кеше тәшкил итә (649 ир-ат һәм 792 ҡатын-ҡыҙ).

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ике спорт залы, китапхана, амбулатория, балалар консультацияһы эшләй[13]

Ауыл уртаһында Вознесение Господня ғибәҙәтханаһы тора.

Ауылда 17 урам бар[14].

  • Шувалов Н. И. Уреньга // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. 4,0 4,1 Силәбе өлкәһе порталы. Әйле.
  5. Шувалов Н. И. Айле // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. 6,0 6,1 Топонимы Саткинского района
  7. Әйле ауылы картала
  8. 8,0 8,1 Әйле ауылының ҡыҫҡаса тарихы
  9. Дороги Южного Урала и их роль в этногенезе башкир
  10. https://proza.ru/2018/06/21/877 Краткая история села Айле
  11. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  12. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  13. https://yandex.ru/maps/geo/selo_aylino/53154179/?ll=58.821968%2C55.227866&source=wizgeo&utm_medium=maps-desktop&utm_source=serp&z=14
  14. Регионы России → Челябинская обл. → Саткинский р-н → Айлино с.