Тарасенко Николай Евдокимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тарасенко Николай Евдокимович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 9 май 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Калиновка
Вафат булыу көнө 20 июль 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән ҡалаһы, Дәүләкән ҡалаһы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Тарасенко Николай Евдокимович (9 май 1908 йыл20 июль 1974 йыл) — тракторсы, Дәүләкән машина-трактор станцияһында трактор бригадаһы бригадиры .Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарасенко Николай Евдокимович  1908 йылдың  9 майында БАССР-ҙың  Дәүләкән районы Калиновка  ауылында тыуған. Белеме - урта махсус.

1930 йылда  Дәүләкән районының Дәүләкән игенселек совхозында  тракторсы булып эшләй. 1930—1933 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1934 йылда  тракторсы, трактор бригадаһы бригадиры,  1936 йылда Бәләбәйҙә өлкә автотракторҙар мәктәбен тамамлай, 1936 йылда  механик-контролер, ә 1941 йылда Дәүләкән машина-трактор станцияһының инспекторы итеп тәғәйенләнә 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында машина-трактор станицяһында эшләп, сифатлы  ремонт һәм профилактика  иҫәбенә Дәүләкән машина-трактор станцияһында  машиналарҙың  етештереүсәнлеген күтәреүгә өлгәшә. Ошоноң арҡаһында 1947 йылда машина -трактор станцияһы һәр шартлы тракторҙың 869 гектар ер һөрөүенә өлгәшә. Юғары сифатлы трактор эштәренең планы арттырып үтәлә.  Был машина-трактор станцияһы зонаһы  колхоздарында  бойҙай һәм арыштың юғары уңышын тәьмин итә. Арыштың планлы 9 центнеры урынына гектарынан  12,87 центнер, бойҙайҙың  8 центнер урынына  9,42 центнер йыйып алына. Һәр 15 көслө тракторға 852 центнер иген эшләп еткерелә һәм дәүләткә тапшырыла. 

Хеҙмәтләндергән колхоздарҙа  610 гектарҙағы майҙандың һәр гектарынан  21,53 центнер арыш алғаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге указы менән Н. Е. Тарасенкоға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1954 йылда контролер-механик булып  эшләй 1954 йылдан алып 1959 йылға тиклем  Дәүләкән  механик заводында директоры  менән эшләй. 1969 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Дәүләкән авторемонт заводында директор вазифаһын биләй.

Тарасенко Николай Евдокимович 1974 йылдың 20 июлендә вафат була.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. - Уфа : Китап, 2011. - 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. -544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарасенко Николай Евдокимович. «Герои страны» сайты.