Эстәлеккә күсергә

Таратынов Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таратынов Александр Михайлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 июнь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам, скульптор
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Таратынов Александр Михайлович (13 июнь 1956 йыл) — Мәскәүҙә һәм Голландияла йәшәп ижад иткән скульптор. Рәсәй Сәнғәт академияһының (Скульптура бүлексәһе) мөхбир ағзаһы (1997). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2005), Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара монументаль сәнғәт конкурстары лауреаты [1] .

Александр Михайлович Таратынов 1956 йылдың 13 июнендә Мәскәү өлкәһендә рәссам ғаиләһендә донъяға килгән. Рәссам һөнәренә 1967-1974 й.й. — «Мәскәү урта художество мәктәбе»ндә (МСХШ); 1975-1981 й.й. — В.И.Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтының скульптура бүлегендә уҡыған (профессор Л.Е.Кербель оҫтаханаһы).

1981 йылдан — СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

1986 йылдан — Мәскәүҙә М.Б.Греков ис. студияла эшләй. Рәсәй Һынлы сәнғәттәр академияһың миҙалдары һәм дипломдары менән бүләкләнгән. [2]

Бик күп әҫәрҙәре араһында - "Төньяҡ амурҙары" һәйкәле (Нидерланд). Был һәйкәл Вейсен ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаланы француздарҙан азат иткән башҡорт һуғышсыларына бағышлап ҡуйылған [3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997),
  • Рәсәй Һынлы сәнғәттәр академияһының көмөш миҙалы һәм дипломы
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» билдәһе.
  • Рәсәй Рәссамдар союзы дипломдары һәм Почет грамоталары [4].
  • YouTube сайтында Видео Установка в Нидерландах 🇳🇱 памятника башкирскому воину
  • YouTube сайтында Видео Специальный репортаж - Северные амуры на берегах Рейна