Эстәлеккә күсергә

Француз колониаль империяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Француз колониаль империяһы
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1534
Рәсми тел Француз теле
Гимн Марсельеза[d]
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка, Көньяҡ Америка, Африка һәм Азия
Дәүләт  Франция
Административ үҙәк Париж
Валюта французский франк[d]
Алыштырған Q25392189?
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1980
Урынлашыу картаһы
Карта
 Француз колониаль империяһы Викимилектә

Йәшел — Беренсе империя; күк — Икенсе империя
Француз колониаль империяһының эволюцияһы (йыл өҫкө һул мөйөштә күрһәтелгән)

Француз колониаль империяһы (франц. L’Empire colonial français) — 15341980 йылдар араһында Францияның колониаль биләмәләре. Британ империяһы һымаҡ, Франция донъяның барлыҡ төбәктәрендә колониаль территорияларға эйә булған, әммә уның колониаль сәйәсәте Бөйөк Британиянан ныҡ айырылған. Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре (диңгеҙ аръяғы департаменттары, сообществолар һәм махсус статуслы административ-территориаль берәмектәр) ҡасандыр ҙур колониаль империяның ҡалдыҡтары булып тора, улар араһында тик Француз Гвианаһы материкта урынлашҡан. Ҡалғандары — утрауҙар (Француз Полинезияһы, Мартиника, Майотта һәм башҡалар), һәм шулай уҡ айырым территория (Яңы Каледония утрауы). Франкофонияфранцуз телле илдәрҙең берлеге шулай уҡ француз колониаль дәүеренең хәҙерге мираҫы булып тора.

Бөйөк асыштар дәүерендә Франция Европа илдәренән өсөнсө булып (Португалия һәм Испаниянан һуң) диңгеҙ аръяғы территорияларҙы өйрәнеүгә һәм колонияллаштырыуға керешә. Пиреней ярымутрауы илдәренән айырмалы рәүештә, француздар тропик киңлектәрҙән тыш уртаса киңлектәге территорияларға күҙ ташлай. Мәҫәлән, 1535 йылда француз Жак Картье Изге Лаврентий йылғаһының тамағын өйрәнә, шулай итеп Төньяҡ Америка континентының бөтә үҙәк өлөшөн биләгән Яңы Франция колонияһына нигеҙ һалына.

Иҡтисади һәм хәрби мөнәсәбәттә Пиреней илдәренә ҡарағанда Франция шулай уҡ алдынғыраҡ булған. Француздар диңгеҙ аръяғы тикшеренеүҙәре менән үҙенең Европалағы төп көнәркәше — Британ империяһынан 70 йылға алдараҡ ҡыҙыҡһына башлаған. Бынан башҡа, шул ваҡытта Францияның халҡы Бөйөк Британияныҡынан өс тапҡыр күберәк булған. Әммә эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, сауҙа-иҡтисади инфраструктураһының көсһөҙлөгө, һәм шулай уҡ күскенселек колониализмы моделенең фактик рәүештә уңышһыҙ булыуы XVIII быуат уртаһына ҡарай Францияны икенсе урынға шылдырған — уларҙы тик Бөйөк Британия ғына тормошҡа ашыра алған.

Француз колониаль империяһы эволюцияһына Франция һәм Бөйөк Британияның көнәркәшлеге бигерәктә ҙур йоғонто яһаған. Был көнәркәшлек XVIII быуат уртаһына үҙенең пигына еткән һәм һуңғыһының еңеүе менән тамамланған. Француз колониализмын хронологик рәүештә артабанғы осорҙарға бүлергә мөмкин:

  • Беренсе француз колониаль империяһы шартлы рәүештә 1546—1809 йылдарҙа булған, уның биләмәләренең (башлыса Төньяҡ Америкала урынлашҡан) майҙаны яҡынса 8 013 624 км² барып еткән.
    • 1763 йылғы Париж договоры Францияны Төньяҡ Америкалағы (хәҙерге Канада һәм АҠШ территорияларында) ҙур биләмәләрҙән, шулай уҡ Сенегалдан, мәхрүм иткән.
    • 1803 йылда Луизиананы һатыу, 1804 йылғы Гаитила инҡилап һәм 1809 йылда португалдар тарафынан Француз Гвианаһын яулап алыу беренсе колониаль империяны тулыһынса емергән.
  • Икенсе француз колониаль империяһы шартлы рәүештә 1814—1962 йылдарҙа булған, 1943 йылға ҡарай уның биләмәләренең (башлыса Африкала һәм Азияла урынлашҡан) майҙаны яҡынса 13 500 000 км² (планетаның ҡоро ер майҙанының 9,0 %-ын тәшкил иткән) барып еткән.
    • 1814 йылда Бөйөк Британия һәм Португалия Францияға Сенегалды, Кариб диңгеҙендәге бер нисә утрауҙарҙы, Гвиананы ҡайтарғандар.
    • 1830 йылда француздарҙың Алжирға үтеп инеүе Африка һәм Азияны киң колонизациялауға юл асҡан.
    • Был территорияларҙың ҙур өлөшө француз колониализмынан 1945—1962 йылдарҙа азат ителгән.

Шул уҡ ваҡытта тик Сенегал, Кариб диңгеҙендәге бер нисә утрауҙары, Француз Гвианаһы ғына ике колониаль империялар осоронда ла Франция ҡулында булған.

Демография (1919—1939)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Француз колониаль империяһының халҡы, 19191939 йй.
 1921   1926   1931   1936 
Франция метрополияһы 39.140.000 40.710.000 41.550.000 41.500.000
Колониялар, протектораттар һәм мандатлы территориялар 55.556.000 59.474.000 64.293.000 69.131.000
Барлығы 94.696.000 100.184.000 105.843.000 110.631.000
Донъя халҡынан өлөшө (%-ҙа) 5,0 % 5,1 % -
Сығанаҡтар: INSEE,[1] SGF[2]

Диңгеҙ аръяғы экспансияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабанғы исемлектә яулап алыуҙың хронологик рәүештә Францияға ҡарата диңгеҙ аръяғында булған һәм ҡасандыр уға буйһонған донъяның бөтә территориялары күрһәтелгән.

Колониаль компаниялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наполеон Францияһының экспансияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1811 йылда Наполеон империяһы һәм бойондороҡло дәүләттәр
  1.  (фр.) INSEE. TABLEAU 1 - ÉVOLUTION GÉNÉRALE DE LA SITUATION DÉMOGRAPHIQUE. Дата обращения: 3 ноябрь 2010. Архивировано 11 март 2012 года.
  2.  (фр.) Statistique générale de la France. Code Officiel Géographique - La IIIe République (1919-1940). Дата обращения: 3 ноябрь 2010. Архивировано 11 март 2012 года.
  • Керов В. Л. Французская колонизация островов Индийского океана. XVII—XVIII вв. — М.: Наука, 1990. — ISBN 5-02-016922-6
  • Субботин В. А. Французская колониальная экспансия в конце XIX в.: экваториальная Африка и острова Индийского океана. — М.:

Издательство восточной литературы, 1962.

Ҡалып:Франция в темах Ҡалып:Экспансионизм