Эстәлеккә күсергә

Ташҡаҙған (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ташҡаҙған
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Агаповка районы

Координаталар

53°02′06″ с. ш. 59°00′00″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 203 866 006

ОКТМО коды

75 603 466 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ташҡаҙған (Рәсәй)
Ташҡаҙған
Ташҡаҙған
Ташҡаҙған (Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Ташҡаҙған

Ташҡаҙған (рус. Ташказган) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Агаповка районы составына кереүсе ауыл. Светлогорск ауыл Советына ҡарай.

Райондың көньяҡ-көнбайыш яғында, Ташказган йылғаһы буйында урынлашҡан. Атамаһы ошо йылға исеменән алынған. Алыҫ түгел ерҙә Яйыҡ һәм Танцай йылғалары аға.

Ауыл күрше ауылдар менән грунт һәм шоссе юлдар менән бәйләнгән. Район үҙәгенә Агаповкаға тиклем — 36 км, ауыл Советы үҙәгенә Светлогорск — 16 км.

Климаты уртаса континенталь. Был ерҙә һауа торошо бик үҙгәреүсән, бының төп сәбәбе булып Урал тауҙары тора. Бында улар бик бейек булмаһа ла, Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауа массаларын керетмәй, шуға ла был ергә һалҡын Арктика һауаһы ла, ҡыҙыу Урта Азия һауы массалары ла еңел үтә. Быларҙың һөҙөмтәһе арҡаһында һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе йыш күҙәтелә.

Элекке замандарҙа был ауыл ерҙәрендә баҡыр рудниктары булған һәм бында таш ҡаҙып сығарғандар. Шуға ла Ташҡаҙған тип атағандар.

Халыҡ һаны динамикаһы:

Ғөмүмән демографик күрһәткестәр[1]
ғөмүмән халыҡ һаны 2010 йылғы енес составы
2002 2010 ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙар
290 293 142 151

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса: рустар (46%), башҡорттар (19%), ҡаҙаҡтар (29%) йәшәй.[2]