Эстәлеккә күсергә

Тәһран метроһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тегеранский метрополитен битенән йүнәлтелде)

Тәһран метроһы (фарс. متروی تهران) — Тәһран ҡалаһындағы метрополитен юлы системаһы, Ирандағы тәүге метро. Ул 2000 йылда асыла, 2015 йылда оҙонлоғо 175 км-ҙан артҡан 5 йүнәлеш эшләй. Әле тағы ике линия төҙөлә. Метро Тәһранды ҙур юлдашы Кередж ҡалаһы менән бәйләй.

Турникет
Метро вагондары
Эскалатор

Тәһранда тәүге метро проекты Ислам революцияһына (1979 йыл) тиклем тәҡдим ителгән була. 1970 йылда Тәһран муниципалитеты ҡалала метро төҙөү өсөн тендер иғлан итә. Тендерҙы Француз компанияһы (SOFRETU)- RATP Париж дәүләт компанияһы бүлеге, ота һәм шул уҡ йылда әҙерлек эштәрен бойомға ашыра башлай. 1976 йылда геологик тикшеренеү эштәре үтә. 1978 йылда Тәһрандың төньяҡ өлөшөндә француз компанияһы тәүге лнияны төҙөй башлай. Әммә 1979 йылда ислам революцияһы һәм иран-ираҡ һуғышы сәбәпле ул туҡтала. 1982 йылдың 3 мартында Ирандың министрҙар кабинеты ҡарары менән француз компанияһы менән килешеү өҙөлә.

1985 йылда «Тәһран метроһын төҙөү планы» Мәжлес (Иран парламенты) тарафынан ҡабаттан раҫлана. Компания 1985 йылдың апрелендә тергеҙелә һәм проект дауам ителә. Эш иран-ираҡ һуғышы арҡаһында бик әкрен бара.

«Имам Хөмәйни» станцияһы
Тәһран метроһының элекке етәксеһе Муса Хашеми Равсанджани Хашеми

1985 йылдың йәйендә йылдам үҫешкән ҡалаға метро кәрәклеге ныҡ беленә башлай. Аятолла Хагхани бульварынан Бехеште Захр зыяратына тиклем үтәсәк 1-се линия иң мөһиме тип билдәләнә. Дартештан алып Содегийе майҙанына тиклем һәм Карадж менән Мехршехр районына тиклем барған 2-се линия икенсел тип иғлан ителә. Тикшереүҙәр шулай уҡ 3-4-се линиялар һалыу өсөн дә үтә. Төҙөлөш һәм ҡулланыу «Метро» компанияһына тапшырыла.

Ошо стадиянан башлап Метро компанияһы менән Асгар Ибрагими-Асл 11 йыл буйына етәкселек итә. Был ваҡыт эсендә метро төҙөлөшөнә йөҙәрләгән млн аҡш доллары тотонола, Бендер-Ғәббәстә (Хормозган провинцияһы) тимер рудаһын сығарыу буйынса хөкүмәттән рөхсәт алына, Көнсығыш Әзербайжандағы Моган Диотомит шахтаһы файҙаланыла һәм һатыла, исфахан май таҙартыу заводының таҙартылған ҡалдыҡтарын һәм исфахан ҡорос ҡойоу заводының ыҫмалаһын экспортҡа оҙатыла[1]. Ибрагими-Асл компаниянан киткәс, яңы рәйес итеп Мохсен Хашеми тәғәйенләнә, Тәһран менән Карадж араһындағы тәүге линия асыла.

«Шуш» станцияһындағы өҫкө вестибюль

1999 йылдың 7 мартында Тегеран-Карадж экпесы сикләнгән режимда Азади майҙаны (Тегеран) һәм Малард (Карадж) араһындағы 31,4 км юлда йәрәй башлай. Был юлды NORINCO ҡытай компанияһы төҙөй. 2000 йылдан 1 һәм 2 тармаҡ коммерция нигеҙендә ҡулланыла башлай. Был юлдың вагондары CNTIC компанияһында йыйыла. Тимер юл полотноһы өсөн Австрияның VOEST ALPINE компанияһы яуаплы була. Метрола бер нисә халыҡ-ара компанияһы ҡорамалдары ҡулланыла: Тәһран- Карадж тармағындағы ике ҡатлы пассажир вагондары CNTIC компанияһынан алына һәм Эрактағы фабрикала йыйыла.

Проектҡа яҡынса 1 миллиард АҠШ доллары тотонола. Тулыһынса файҙаланылған 1-се һәм 2-се линия яҡынса 2 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерәсәк.

Линия Маршрут Асылған Оҙонлоғо Станциялары һаны
1 Мирдамад ↔ Харам-мотаһар 2000 28,1 км[2] 22
2 Эльм-о-Санат университеты — Содегийе 2000 19 км 19
4 Дарвазе Довлат ↔ Дарвазе Шемиран 2008 2,5 км 3
5 Гольшахр ↔ Содегийе 1999 41 км 11
Бөтәһе: 90,6 км 52
Файл:Tehranmetro - do safare.gif
2 сәфәрлек билет
Файл:Tehranmetro - yek ruze.gif
1 көнлөк билет
Файл:Tehranmetro - card.gif
Контактһыҙ карта
  • 1 сәфәр: 2500 риал (~4,5 һум.)
  • 2 сәфәр: 4500 риал (~8,2 һум)
  • 10 сәфәр: 10000 риал (~18,2 һум)
  • 1 көн: 4000 риал (~7,3 һум)
  • 3 көн: риал 8000 (~14,6һум)
  • Аҙна: 15 000 риал (~27,3 һум)

Пластик картаны тултырыу хаҡы:

  • Бер ай: 45 000 риал (~82 һум)
  • 3 айға: 110 000 риал (~200 һум)
  • 6 айға: 180 000 риал (~328 һум)
  • Бер йылға: 280 000 риал (~510 һум)

(2015 йылдың 18 апреленә күрһәтелгән һум курсы буйынса, 1 RUB = 549,4608 IRR)

Хәрәкәт итеү составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта хәрәкәт итеү составы өсөн 81-717.5/714.5 сериялы вагондарҙы Егоров исемендәге ЛВЗ (хәҙерге «Вагонмаш») ебәрергә тейеш була, әммә 1995 йылда әҙер заказ өсөн тендер өҙөлә. Хәҙер был вагондар Мәскәүҙә Люблин-Дмитровск тармағында ҡулланыла. Тәһран метроһында Ҡытайҙа сығарылған вагодар 2000 йылда йөрөй башлай.

  1. History and Status of Tehran Metro 2011 йыл 15 сентябрь архивланған.
  2. Urbanrail.net 2015 йыл 1 октябрь архивланған.