Эстәлеккә күсергә

Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимерйән Фәхретдинов битенән йүнәлтелде)
Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Оло Өстүбә ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Оло Өстүбә ауылы, Кәпәй-Ҡобау ауыл советы, Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 27 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы (20 март 1919 йыл — 27 ноябрь 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Тимерйән Йыһанша улы Фәхретдинов 1919 йылдың 20 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Оло Өстүбә ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Татар. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Башланғыс белемле. Колхозда эшләй.

1939 йылда Башҡорт АССР-ы Бүздәк районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында: Төньяҡ-Көнбайыш фронтта, һуңынан — 2 се Балтик буйы һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша.

1946 йылда старшина Фәхретдинов демобилизациялана. Өфө ҡалаһында йәшәй. Өфө һыра заводында кочегар булып эшләй.

1979 йылдың 27 ноябрендә вафат була.[1].

329-сы артиллерия полкының 4-се батареяһы орудие тоҫҡаусыһы, (3-сө удар армияның 150-се уҡсылар дивизияһы) ҡыҙылармеец Тимерйән Фәхретдинов 1944 йылдың 18 сентябрендә Латвия ҡалаһы Эргли өсөн барған алышта, расчёты менән бергә тура тоҫҡап, дошмандың штурмлау орудиеһын емерә, шулай уҡ ундан ашыу һалдатын юҡ итә. 150-се уҡсылар дивизияһы буйынса 1944 йылдың 6 ноябрендәге бойороҡ менән, һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 259997).

329-сы артиллерия полкының 4-се батареяһы орудие тоҫҡаусыһы, (1-се Белоруссия фронты 2-се удар армияның 150-се уҡсылар дивизияһы) ҡыҙылармеец Тимерйән Фәхретдинов 1945 йылдың 15 февралендә, Шнайдемюль ҡалаһынан (хәҙер Пила ҡалаһы (Польша)) төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Радовнитце торама пункты янындағы алышта, орудиеһын асыҡ позицияға сығара һәм дошмандың үҙйөрөшлө орудиеһын юҡ итә, ҡорал, боеприпастар менән ике автомашинаһын һәм вездеходын яндыра, дошмандың ун биш һалдат һәм офицерын сафтан сығара. Яраланһа ла һуғыш яланын ташлап китмәй. 2-се удар армия буйынса 1945 йылдың 11 апрелендәге бойороҡ менән, һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе сержант Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 25025).

1945 йылдың 1-2 майында Берлин ҡалаһы өсөн барған һуғышта кесе сержант Тимерйән Фәхретдинов, үҙенең расчеты менән бергә, тиҫтәнән ашыу пулемёт нөктәһен баҫтыра һәм егерменән артыҡ гитлерсыларҙы юҡ итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн, кесе сержант Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 1695), Дан орденының тулы кавалеры була.

Дан ордендарының өс дәрәжәһе.

Яугир исемен Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Бүздәк ауылындағы бер урам йөрөтә.

  1. Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы. «Герои страны» сайты.
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.