Эстәлеккә күсергә

Саевич Тимофей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимофей Александрович Саевич битенән йүнәлтелде)
Саевич Тимофей Александрович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Сухополь ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 26 ноябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Волковское кладбище[d]
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Саевич Тимофей Александрович (23 февраль 1919 йыл — 26 ноябрь 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан совет хәрби хеҙмәткәре, осоусы, разведка авиация полкының звено командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).

Тимофей Александрович Сае́вич 1919 йылдың 23 февралендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухопольский ҡасабаһында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Белорус. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 9 синыфын тамамлаған.

1936 йылда Тимофей Александрович Ҡыҙыл Армия сафына алына, Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбенә ебәрелә. Тимофейҙың атаһы 1938 йылда «халыҡ дошманы» тип ҡулға алына. Улы атаһынан баш тартмай, шуға күрә 1938 йылда училищенан ҡыуыла һәм өйөнә ҡайта.

1938—1940 йылдарҙа Өфө пионерҙар йортонда, аҙаҡ — Луначарский исемендәге баҡсала (хәҙерге С. Т. Аксаков исемендәге баҡса) физкультура инструкторы булып эшләй.

Атаһының ғәйепһеҙлегенә ышанып, Тимофей Александрович уның эшен асыҡлау үтенесе менән К. Е. Ворошиловҡа хат яҙа. 1940 йылда ыңғай яуап ала һәм училищеға кире ҡайта, шул саҡта һуғыш башлана.

1942 йылда ул Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай, армияла — 1943 йылдың мартынан. 11-се айырым разведка авиацияһы полкында һуғыша, Пе-2 фоторазведчик-самолетында оса.

Өлкән лейтенант Саевич Пе-2 самолеты менән идара итеү техникаһын яҡшы белә, бер двигателдә эшләгән самолетын өс тапҡыр дошман территорияһынан алып килтерә.

1943 йылдың 9 сентябрендә кесе лейтенант Саевичтың Пе-2 экипажы Рибшево — Духовщина — Ярцево маршруты буйынса Калинин һәм Көнбайыш фронты алдында дошмандың оборонаһын асыҡлау бурысы менән рейстар башҡара. Истребителдәр менән һауа һуғышында самолет яндырыла, атыусы һәләк була, экипаж парашюттарҙа ҡотола. Штурман И. Е. Русанов дүрт көндән һуң полкка әйләнеп ҡайта. Ә янған һәм аңын юғалтҡан (парашют яна һәм ер өҫтөнә төшөү ҡаты була) лётчик Саевич әсирлеккә эләгә.

Смоленск лагерында генерал Власовтың Рус Азатлыҡ Армияһында хеҙмәткә саҡырыуынан баш тарта. Ҡаланы азат итеү алдынан ҡаса, Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре Смоленск ҡалаһына ингәнгә тиклем йылылыҡ трассаларында йәшеренеп тора. Тикшереүҙәрҙән һуң полкка кире ҡайта.

Штурман Русанов менән осоуын дауам итә. дауам 11-се айырым разведка авиацияһы полкының звено командиры (3-сө һауа армияһы, 1-се Балтик буйы фронты) капитан Саевич 1944 йылдың сентябренә разведкаға һәм дошмандың ғәскәре тупланған урынын бомбаға тотоу өсөн 157 хәрби осош яһай.

Һуғыштан һуң ҡыйыу лётчик СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1949 йылда Саевич офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1957—1960 йылдарҙа — 22-се Һауа армияһының 108-се айырым разведка авиацияһы полкы командиры[2].

1964 йылдан полковник Т. А. Саевич — запаста, ә һуңынан отставкала.

Ленинград ҡалаһында йәшәй (Санкт-Петербург). Ленинград аэропортында эшләй, унда «Аэрофлот отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.

2003 йылдың 23 ноябрендә вафат була. Санкт-Петербург ҡалаһының Волков православие зыяратында ерләнә[3].

«Полкта булған осоронда ул разведкаға һәм дошмандың техникаһын һәм ғәскәрен фотоға төшөрөү өсөн 157 хәрби осош яһай. Хәрби заданиеларҙы үтәгән ваҡытта самолеты 36 тапҡыр зенит артиллерияһының көслө утына тотола,15 тапҡыр дошмандың истребителдәре уны эҙәрлекләй, шул уҡ ваҡытта 7 оборона һауа һуғышы үткәрә. Әммә экипаждың берҙәм эше һәм лётчиктарҙың оҫта алымдар ҡулланыуы арҡаһында экипаж һәр ваҡыт истребителдәрҙән китә һәм разведка буйынса бурыстарҙы уңышлы үтәй.

Разведка ыңғайында ул 39 тапҡыр дошмандың ғәскәре һәм техникаһы тупланған урынды бомбаға тота һәм бер нисә тапҡыр уның тере көстәрен һәм техникаһын түбән осоуында штурмлай.

Полкта хәрби эше осоронда уның тарафынан визуаль һәм фотоға төшөрөү менән раҫланып 160 эре тораҡ пункт асыҡлана — дошман ғәскәрен һәм техникаһын тупланған урындары, 80 тимер юл станциялары һәм үҙәктәре, дошмандың зенит артиллерияһы һәм истребителе ҡапланған 45 аэродром һәм ултыртыу майҙансығы».

1945 йылдың майына лётчиктың иҫәбендә 186 хәрби осош була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендә указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Саевич Тимофей Александровичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4181) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се дәрәжә һәм 2 -се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Сухополь ауылы
  2. Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 3: Р — Я. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. С. 320—384 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0127-8 (т. 3).
  3. Надгробный памятник на Волковском кладбище Санкт-Петербурга.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. т. 6. Советы нар. хозяйства. — У. 2010. − 544 с. ISBN 978-5-88185-071-5.